09.03.2018 “Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”
йәки Ни өсөн Таһир Әсәҙуллин теннис буйынса чемпион булмаған?
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – йырсы Рәфисә һәм бейеүсе Марат Әсәҙуллиндарҙың ғаиләһен белмәгән кеше һирәктер. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп, улар республиканы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе үҙҙәренең таланты менән һоҡландырҙы, хайран итте. Әлшәй һандуғасы тип нарыҡланған Рәфисә апай ниндәй хужабикә? Бала саҡтан бейеү сәнғәтенә мөкиббән булған Марат ағай улының бейеүсе булыуын теләгәнме? Был турала ике сәнғәт әһеленең улдары – йырсы, башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙ”она әүерелгән Таһир ӘСӘҘУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Таһир, артист балаларының бала сағы гастролдәрҙә йәки ниндәйҙер апай-инәйҙәр менән үтә, тип әйтәләр. Һинең дә шулай булдымы?
– Нисек шулай тура килгәндер, белмәйем, әммә атайым менән әсәйем бик һирәк бергә гастролгә китә ине. Күпселек ваҡытта кемеһелер өйҙә ҡала торғайны. Икеһе лә өйҙә булмаған осорҙа мин өләсәйем менән йәшәнем. Ике туған апайҙарым менән дә ҡалдырҙылар. Иғтибар йәки һөйөү етмәне, тип әйтә алмайым. Улар минең өсөн бер ҡасан да ваҡытын йәлләмәне.
Күберәк спортҡа тартылдым. Теннис, футбол уйнаным, йүгерергә яраттым. Тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булдым һәм хәҙер ҙә тыныс ҡына ултыра алмайым.
– Ә улар ҡатнашҡан концерттарға йөрөнөңмө?
– Әлбиттә. Бәләкәй саҡта гел уларға эйәреп йөрөнөм. Үҫә төшкәс кенә өйҙә ҡала башланым. Иң ныҡ хәтерҙә ҡалғаны шул булды: миңә 12 йәштәр тирәһендә әсәйем айырым концерт ҡуйҙы. Концертты иҫләмәйем, ә бына нисек әҙерләнеп йүгереп йөрөгәне, тулҡынланғаны, кейем тектергәне күңелгә уйылып ҡалды. Тағы ла уның тыуған яғы Әлшәйгә концерт менән ҡайтҡаны иҫтә.
– Һин сәхнәгә бәләкәйҙән сыҡтыңмы?
– Мәктәптә уҡығанда КВН командаһы составында булдым. Шулай уҡ йырға һәләтем барлығын белгәс, барлыҡ мәҙәни сараларҙа, кисәләрҙә ҡатнашырға ҡушалар ине. Башҡорт телендә матур һөйләшкәс, алып барыусы булырға ла тура килде. Бер осор бейеү менән дә мауыҡтым, тик ваҡыт етмәү сәбәпле, был шөғөлдө ташланым. Минең музыкаль белемем юҡ, уҡырға ирендем. Һаман да ноталарҙы белмәйем, йыр буйынса ла дәрестәр алманым.
– Һөнәр һайлаған саҡта атай-әсәйең артист булыуыңа ҡаршы төшмәнеме?
– Бигерәк тә әсәйем ҡаршы булды. Шуға ла мин – тәүге һөнәрем буйынса хоҡуҡ белгесе. Уларҙы аңларға була, сөнки сәнғәт кешеләренә ауырға тура килә. Элек һыуыҡ клубтарҙа сығыш яһанылар, гастролдәр ҙә оҙаҡҡа һуҙыла ине. Әле мин йәшмен, энергиям ташып тора, ауырлыҡтарға күңел төшөрмәйем, үҙ көсөмә ышанам. Кем белә, бәлки, тора-бара дәртем һүрелер, шул саҡта юриспруденция юлынан китермен.
– Билдәле шәхестәрҙең балаһы икәнеңде кешеләр беләме?
– Филармония концерттарына йәштәр йөрөп бармай бит. Шуға күрә улар өсөн атай-әсәйем ҙур шәхес булып күренмәйҙер. Һәр хәлдә, дуҫтарымдың минән улар тураһында һорашҡаны юҡ. Ә бына райондарға концерттар менән сыҡһам, апай-инәйҙәр әсәйем тураһында йыш һораша, сәләм әйтәләр.
Бала саҡта ғаилә менән паркта йөрөргә сыҡһаҡ, кешеләр улар янына килеп таныша, концерттарға йөрөүҙәрен әйтә торғайны. Заманында атайым – Зөлфиә Ҡудашева менән бейегән вальс, әсәйем “Аҡсарлаҡлы күл” йыры менән дан ҡаҙанғайны.
– Әсәйең, профессиональ йырсы булараҡ, һине тәнҡитләйме?
– Эйе. Ул һәр йырымды тыңлап, үҙ фекерен, кәңәштәрен еткерә. Тәнҡит күберәк вокал оҫталығы буйынса була. Мәҫәлән, тауышың арыған, асылып етмәгән, тип бер нисә йырымды ҡабат яҙҙыртырға ебәрҙе. Концерттар алдынан арымаҫҡа, йоҡлап алырға, ял итергә ҡуша. Йырҙарымды, эшләгән стилемде оҡшата, ул яҡтан тәнҡит юҡ.
– Һеҙ икәүләп “Йәшлек эҙҙәре буйлап” тигән бик матур йыр яҙҙырғайнығыҙ. Тағы ла яңылары буласаҡмы?
– Буласаҡ, әлбиттә. Был йырҙы тамашасылар ныҡ оҡшатты, хатта үҙем дә ундай уңыш көтмәгәйнем. Башҡорт эстрадаһында әсәле-уллы дуэт йырлағандар юҡ, киләсәктә был йүнәлештә эшләргә теләгем ҙур.
– Ә уның репертуарындағы ретро йырҙарҙы тергеҙергә, йәштәр өсөн үҙең башҡарырға тигән теләгең юҡмы?
– Уларҙы тергеҙергә кәрәкмәй, радионан, “зәңгәр экран”дан һәр ваҡыт яңғырап тора. Икенсенән, ул йырҙарҙы заманса стилгә яраҡлаштырып эшкәртеү килешмәйәсәк. Ҡайһы бер йырҙарын башҡа йырсылар башҡарып ҡараны, әммә әсәйем кеүек матур итеп берәү ҙә йырлай алмай. Йә тауышына тап килмәй, йә ихласлығы юҡ, йә йырҙың йөкмәткеһен тамашасыға еткереп бөтмәй...
Башҡа йырсының репертуарына ҡыҙығыу кәрәкмәй, берәүгә килешкән йырҙың икенсе кешегә бөтөнләй тап килмәүе ихтимал. Әлбиттә, “Уфтанма”, “Беренсе мөхәббәт”, “Айырылмағыҙ” кеүек йырҙар мәңгелек. Мин яңыраҡ ҡына “Туй күлдәге”н тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. Әммә тик бер генә йырсыға тап килгән “брендлы” йырҙар ҙа бар. Уларға ҡул һуҙырға ярамай.
– Ә Рәфисә апайҙың ниндәй йырҙарын яратып тыңлайһың?
– “Онота алмам”, “Күҙ нурҙары”, “Аҡсарлаҡлы күл”. Әйткәндәй, уның репертуарында ла мәңгелек йырға әүерелгән “Зәңгәр күлдәк” бар. Бәлки, уны киләсәктә йырлап ҡарарға батырсылыҡ итермен.
– Атайың уның юлынан китмәгәнгә үпкә белдермәйме?
– Юҡ, ул һәр ваҡыт яратҡан шөғөлдәрем менән булышыуымды теләне. Бейеүсе булыу – ауыр эш. Унда физик мөмкинлектәр ҙә, сәхнәгә сығып йылмайырлыҡ күңел ныҡлығы ла, сәләмәтлек тә кәрәк. Ул көн һайын, иртәнсәк торғас, формаһын юғалтмаҫ өсөн бейеү менән шөғөлләнә. Ә мин был яҡтан әҙ генә ялҡауыраҡмын. Шуға күрә һәйбәт бейеүсе була алмаҫ инем, моғайын.
– Улар өйҙә ниндәй хужа һәм хужабикә?
– Шәхси йорт һалып сыҡҡас, әсәйем менән атайым хаҡлы ялға китеп, күптән хыялланған хужалыҡ эшенә тотондолар. Әсәйем аш-һыуға оҫта, бешергән һәр ризығы тәмле була.
– Беҙ белмәгән ниндәй сифаттары бар?
– Әсәйем йомшаҡ күңелле кеше булһа ла, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан. Уҡыуым, тәртибем менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, кәрәк саҡта маҡтап, эш боҙһам, ҡолаҡты бороп, тәрбиә эштәре алып барҙы. Ул арығанды һиҙә һәм йоҡлаған кешене уятмай, ял итеү мөмкинлеге бирә. Ә атайым – үтә лә тыныс холоҡло кеше, иманлы. Бала саҡтан уҡ мине мәсеткә йөрөттө, әле лә был йоланы боҙмайбыҙ. Тағы ла ғаилә менән балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн концерттар ойошторабыҙ, бергә сығыш яһайбыҙ.
Тормоштағы барлыҡ уңышым, ҡаҙанышым, ғөмүмән, йәшәүем менән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Улар булғанға мин бар. Бәхетлемен, талантлымын, белем алдым, ошо һайлаған юлымды дауам итәм. Һәр бала ҡулынан килгән тиклем ата-әсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә бурыслы. Мин дә тормошомда был бурысты лайыҡлы атҡарырмын, тип ышанам.
– Тағы ла ниндәй өлкәлә уңыш ҡаҙана алыр инең?
– Алты йыл теннис менән шөғөлләнгәйнем, ярыштарҙа күп кенә еңеү яуланым. Мәскәүҙә махсус мәктәптә уҡырға саҡырыу булды. Тик ул саҡта атай-әсәйемдең унда уҡытырлыҡ мөмкинлеге булманы.
– Һинең йырҙарың да, клиптарың да, сәхнә кейемдәрең дә сифатлы. Ә сифат өсөн һәр ваҡыт аҡса кәрәк. Мәҫәлән, күптәр яратҡан “Алтыным” йырын радиоға һәм “зәңгәр экран”ға сығарыу өсөн күпме аҡса китте?
– Клип һәм йыр 80 мең һум булһа, ротация өсөн тағы ла 20 мең һум аҡса кәрәкте. Гастролдәр, сығыштар булһа, был сығымдар ҡаплана. Һәр хәлдә, сифат өсөн аҡса йәлләмәйем.
– Буласаҡ ҡатыныңдың әсәйеңә оҡшауын теләйһеңме?
– Характеры, холҡо менән оҡшауын теләйем. Тик сәхнә кешеһе булыуына ҡаршымын. Ҡатыным, тыныс һөнәр эйәһе булып, хатта эшләмәһә лә ярай, йорт һәм балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнһен, тип ниәтләйем. Ә мин, ғаилә башлығы булараҡ, уға барлыҡ унайлыҡ, мөмкинлек булдырасаҡмын, аҡса табасаҡмын. Үҙем яңғыҙ үҫкәс, балаларымдың 2 – 3 булып, аралашып, бер-береһенә терәк булып үҫеүен теләйем.