«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йәшлек дәрте – улар күңелендә



28.02.2018 Йәшлек дәрте – улар күңелендә

Йәшлек дәрте – улар күңелендә
Өфө авиация техникумы студенттары Салауат Хәбибуллин менән Таһир Айытбаев уҡыуҙа ла һынатмай, башҡорт эстрадаһына ла юл яра

Йәшлек мәле ғүмерҙең иң күңелле, дәртле һәм һөҙөмтәле йылдары ул. Тап шул йылдарҙа алған белем, тәжрибә, аҡыл киләсәк тормоштоң нигеҙен билдәләй. Ә студент кеше өсөн йәшлек икеләтә матур. Өфө авиация техникумының 4-се курс студенттары Салауат ХӘБИБУЛЛИН менән Таһир АЙЫТБАЕВ шуны аңлап, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, техникумдың төрлө сараһында ла ҡатнашып өлгөрә. Был ике егет йырсы булараҡ та башҡорт эстрадаһын яулай башланы.
Таһир Бөрйән районында уҡытыусы ғаиләһендә тыу­ған, бала сағы Учалы райо­нының Ураҙ ауылында үткән. Мәктәп йылдарында шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан, тәүге ижад емештәре балалар йыйынтығында ла, ваҡытлы матбуғатта ла донъя күргән. Тағы ла баскетбол уйнарға ярата. Тәүҙә йыр менән ҡыҙыҡһыныуын етди ҡабул итмәгән. Ауылға эшкә ҡайт­ҡан Илнур Ғәйфуллин (МС Инсан), Таһир менән аралаша башлағас, уға рэп стилендә эшләргә кәңәш биргән. Хәҙер егет был йүнәлештә ярайһы ғына билдәлелек яулаған да инде, күптән түгел хатта Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһау бәхете тейгән. Сабина Кучаева, Артур Солтанов менән бергә йырҙар яҙҙырып, бергәләп сығыш яһай.

шырҙым һәм студент булып киттем. Тәүге осорҙа уҡыуы ауыр ине, ваҡыт үтеү менән техник фәндәр ҙә оҡшай башланы. Бик күп йәштәр менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Әммә хыялымдан баш тартмағанмын, юғары белемде лингвистика буйынса аласаҡмын, – ти Таһир.
Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Салауат Хәбибуллинды дуҫ-туғандары, йыр­сы булыр, тип уйлай. 2013 йылда уҡ “Тамыр” балалар студияһы ойошторған “Сулпылар” конкурсында еңеү яулай, шулай уҡ хоккей, волейбол һәм футбол менән дә ҡыҙыҡһына. Әммә ул техник белем алырға хыяллана һәм маҡсатына ирешеү өсөн авиация техникумына килә.
– Әлеге ваҡытта, сығарылыш курсы студенты булараҡ, Өфө мо­тор­ҙар эшләү берекмәһендә практика үтәм, дәүләт имтихандарына әҙерләнәм. Юғары белемде лә мотлаҡ ошо йүнәлештә аласаҡмын, тик тәүҙә әрме хеҙмәтенә барып, ил алдындағы бурысымды үтәргә ниәтләйем. Ир-егеттәр өсөн был тормош мәктәбе, сынығыу үтеү бит. Әлегә тиклем йыр менән спортҡа хобби тип ҡарағайным, “Юлдаш” йыры” конкурсынан һуң сәнғәт юлын артабан да дауам итергә теләк барлыҡҡа килде. Авторҙар, аранжировка эшләүселәр менән танышып, радио фондына бирерлек сифатлы йырҙар яҙҙыра башланым. Сәхнә магнит кеүек үҙенә тартып ҡына тора, саҡырһалар, йырлауҙан баш тартмайым. Мәктәптә уҡыған саҡта ауылдағы барлыҡ сарала сығыш яһап йөрөй торғайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең уҡыу йортонда мәҙәни саралар һирәк була, – тип үҙе менән таныштырҙы Салауат.
Ни булһа ла, был ике студент егеттең ниәттәре изге, хыялдары яҡты. Тырышып-тырышып белем тауына үрләгән, шул арала йырлай-йырлай тамашасылар күңелен яулаған йәштәр күптәргә үрнәк булырлыҡ. Береһе үҙенең бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашыра, икенсеһе, үҙе теләгән уҡыу йортона инә алмаһа ла, юғалып ҡалмай, икенсе юлды үҙләштерә. Был бит тормош, һәр саҡ алға бара. Йәшлек – хыялдарҙы тормошҡа ашырыр, белем алыр, киләсәккә юлдар ярыр ваҡыт бит ул!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға