24.01.2018 “Самауыр янында”
Былтыр Мәскәүҙә үткән фестивалдә бер юлы 1800-гә яҡын кешене самауыр сәйе менән һыйлағандар. Был ваҡиға Гиннесс рекордтар китабында рәсми теркәлгән.
Меңәрләгән кешене самауыр янына “Юлдаш” радиоһы ла туплай. Мәскәү фестиваленән айырмалы, төшкө сәйгә йыйылыусылар һанына сикләүҙәр ҡуйылмай. Беҙҙең йырлы табында урын һәммәһенә лә етерлек. “Самауыр янында” проекты тыңлаусыларҙы йәнле ҡорға туплай, төрлө тема буйынса уй-фекерен етереү мөмкинлеге бирә. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – төшкө ҡорҙа күтәрелгән темалар төрлөлөгө менән айырылып тора. “Самауыр янына” ҡунаҡтар ҙа саҡырыла. Быйылғы тәүге осрашыу Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов менән булды. Тыңлаусыларға яратҡан йырсылары, артистары, яҙыусылары менән әңгәмәләшеү, һорау яуҙырыу мөмкинлеге артабан да биреләсәк. “Самауыр янында” күрергә теләгән ҡунаҡтар исемлеген тыңлаусылар үҙҙәре лә тәҡдим итә ала. Беҙҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә эҙләгеҙ. Әйткәндәй, радионың асыҡ төркөмөндә тапшырыуҙар темаһы менән алдан таныштырып барабыҙ. Ошонда уҡ төрлө уйын, конкурстар үткәрелә.
Хөрмәтле дуҫтар, быйылғы йылда ойоштороласаҡ ижади ярыштарҙың береһенә әҙерлекте әле үк башларға тәҡдим итәбеҙ. Ғаиләгеҙ менән самауырлы табында фотоһүрәткә төшөгөҙ. Ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле сюжетлы эш авторҙарына матур бүләктәр әҙерләйбеҙ. Алхәбәрҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ.
Гүзәл ЗАРИПОВА.