17.01.2018 “Мине әсәйемдең вәкиле кеүек ҡабул итәләр” йәки Таңсулпан Бураҡаева яҙыусы булырмы?
Был ғаилә ағзаларын республикала белмәгән кеше юҡтыр: яҙыусылар һәм “киношник” тар “ояһы” тип әйтергә була уны. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, дәреслектәр авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, милләтем, телем, илем, тип янып йөрөгән ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның балалары ла ысын мәғәнәһендә халыҡ өсөн хеҙмәт итә.
Бөгөн был арҙаҡлы шәхес тураһында уның кесе ҡыҙы, режиссер, киносценарист Таңсулпан БУРАҠАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Таңсулпан, һиндә яҙыусылыҡ таланты бармы? Әсәйеңдең юлын дауам итергә теләмәйһеңме?
– Бала саҡта: “Кем булырға теләйһең?” – тип һораһалар, яҙыусы, тип яуап биргәнмен. Әсәйемдең өҫтәл артында яҙышыуын күреп, уны ҡабатларға тырышыуым хәтерҙә ҡалған. Өйҙә үҙебеҙҙең ғаилә өсөн гәзит сығара торғайным, төрлө ҡағиҙәне яҙып ҡуя инем. Яҙыусылар мөхитендә тәрбиәләнгәс, минең күңелемә ул һалынғандыр. Әлеге ваҡытта талантымды сценарийҙар яҙыуға йүнәлткәнмен, әммә ваҡыты етһә, яҙыусы булараҡ та ҡулыма ҡәләм алырмын, тип уйлайым. Идеялар ҙа, сюжеттар ҙа бик күп, бер аҙ тәжрибә генә тупларға кәрәк.
– Әсәйеңдең ниндәй әҫәрен яратып, ҡабат-ҡабат уҡыйһың?
– Миңә уның хикәйәләре ныҡ оҡшай. “Һөйгән йәрҙәр бер була” һәм “Киҫәкбикә”һен күпме уҡыһам да туймайым, улар буйынса фильм төшөрөргә лә хыялланам. Ә бәләкәй саҡта “Аҡтүш”ен илай-илай уҡый торғайным.
– Ғаиләгеҙҙә ижадсылар күп, бер-берегеҙҙең әҫәрҙәрен, фильмдарын ҡарап, фекер алышаһығыҙмы?
– Әлбиттә, кеше күп булған һайын фекерҙәр ҙә күбәйә. Шуға күрә бәхәсләшеп киткән осраҡтар ҙа була. Иң тәүҙә әсәйҙең һүҙен тыңлайбыҙ. Ауылда үҫкән кеше булараҡ, уның теле бай, халыҡсан, фекерҙәре тос. Тәнҡитләп тә ала, маҡтап та ебәрә. Минең өсөн тағы ла Зөһрә апайымдың фекере мөһим, һәр эшемде мотлаҡ уға күрһәтеп, кәңәш һорайым.
– Ә гел генә ижад менән, ижади мөхиттә ҡайнау ялҡытып китмәйме?
– Юҡ, мин башҡаса тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ижад – ул кешеләргә күңелеңде, хыялдарыңды асып биреү бит ул. Психотерапия кеүек тәьҫир итә.
– Белеүемсә, һинең бала сағың бик күңелле, ваҡиғаларға бай булды. Музыка мәктәбендә лә уҡының, барлыҡ сарала ла ҡатнашырға өлгөрә инең, һүрәт төшөрөүгә лә маһирлығың бар. Ул үҙеңдең теләк булдымы әллә Мәрйәм апай һине төрлө яҡтан үҫтереү өсөн “етәкләп” йөрөттөмө?
– Мин үҙем ныҡ актив бала булдым. Әсәйем ҡайҙа ғына эшләмәһен, урында төрлө ансамбль ойоштора торғайны. Зөйәк ауылында йәшәгәндә үк мин, биш йәшлек бала, әсәйемдән ҡалмай ансамблгә йөрөнөм. Белорет районы буйлап концерттар ҡуя инек. Ҡумыҙ сирттем, бейенем, шиғыр һөйләнем. Ә музыка мәктәбенә мине, туңдырма алып бирәм, тип ҡыҙыҡтырып, Зөһрә апайым алып барҙы, әсәйем хатта белмәй ҙә ҡалды. Флейтала уйнағым килә торғайны, тик имтихан ҡабул итеүселәр, һәләтең бар, тип скрипка класына яҙҙы. Әсәйем гимназия асып, Иҫәнғолға йәшәргә күстек, ә ундағы музыка мәктәбендә скрипка класы юҡ ине, уҡыуымды фортепьяно буйынса дауам иттем. Гимназияла мандолинала уйнарға өйрәтәләр ине, бейеү дәрестәре лә булды.
Ә һүрәт төшөрөргә бала саҡтан яраттым. Сәнғәт мәктәбенә йөрөргә теләгем ҙур ине, әммә ваҡыт еткереп булманы. Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт училищеһына документтар тапшырырға барғанда студент рәссамдарҙың эштәрен күрҙем дә, һынлы сәнғәт бүлегенә имтихандар биреп ҡараным. Ете йыл буйы шөғөлләнгәс, музыка бер аҙ ялҡытҡайны. Тик тәүге йылда, махсус белемем булмағас, ирекле студент булып йөрөнөм. Ә икенсе йылына тура икенсе курсҡа ҡабул ителдем. Аҙаҡ курсташтарымдан айырылғым килмәне, улар менән бергә Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем.
– Ә кино сәнғәтенә нисек барып эләктең? Бала саҡта хыялың бар инеме?
– Зөһрә апайым Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған саҡта, ВГИК-та уҡыған Булат Йосоповтар менән аралашып, кино сәнғәтенә ғашиҡ булған. Гимназияла уҡыған саҡ ине, ул каникулға ҡайтҡанында шул турала һөйләп, минең күңелдә лә сәнғәттең был төрөнә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Һин мотлаҡ кинорежиссер булаһың!” – тип ышаныс та уятты. Тик мәктәпте тамамлаған йылдарҙа әсәйемдең мине Мәскәүгә ебәреп уҡытырлыҡ мөмкинлеге юҡ ине, Өфөлә ҡалырға тура килде.
Зөһрә апайҙың сценарийҙар яҙыуын күреп, мин дә ул эшкә тотоноп ҡараным. Икәү бергә “Рәхмәт” фильмының сценарийын яҙғайныҡ, сәнғәт институтын тамамлаған йылда киностудия уны төшөрөргә тәҡдим итте. Алма-Ата ҡалаһында эшләүсе Әнүәр Райбаев режиссер булды. Тулы метражлы кино эшләү тәжрибәһе булмағас, ауырғараҡ тура килде, монтаж, тауыш яҙҙырыу, оператор эшенең нисек булыуын күреп белдем, үҙ күҙҙәрем менән киноның барлыҡҡа килеүен башынан алып аҙағына тиклем күрҙем. Һәм тағы ла бер тапҡыр кино сәнғәте минеке икәненә инандым. “Минең йондоҙом” фильмы тулыһынса миңә йөкмәтелде, сөнки тап шул йылда ҡыҙы Айназа мәктәпкә барғайны, Зөһрә апайҙың эшләргә ваҡыты булманы. Бөтәбеҙ ҙә йәштәр, оператор Тимур Ғәниевтың да, минең дә махсус белемебеҙ юҡ. Ҡыйын да, күңелле лә булды был эш. Фильмға йылдан ашыу ваҡыт китте, уны 2010 йылда тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Ә 2009 йылда ситтән тороп Санкт-Петербург ҡалаһының кино һәм телевидение институтына уҡырға индем. Киностудияла эшләгән осорҙа курс һәм диплом эштәре итеп тағы ла ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрҙөм.
– Кино төшөрөү өсөн аҡса күп кәрәклеген һәр кем белә, ә ул беҙҙә һәр ваҡыт юҡ. Теләп тә, төшөрә алмаған эштәр булғанда, был һөнәрҙе һайлауыңа үкенмәйһеңме?
– Әлеге ваҡытта фильм төшөрөүе күпкә еңел. Элек, кино пленкаларға төшөрөлгәндә, бюджеты ҡиммәткә төшкән. Шуға күрә дәүләт ярҙамы бүленмәһә, фильм да булмаған. Ә хәҙер әҙ генә сумма менән дә ҡыҫҡа метражлы фильмдар эшләргә мөмкин. Заман технологиялары ла монтаж һәм тауыш ҡуйыу эштәрен ябайлаштыра. Мин ҙур аҡса көтөп, эшһеҙ ятмайым, нәфис фильм төшөрөргә мөмкинлегем юҡ икән, документалистикаға тотонам.
Бөгөн кино сәнғәте ныҡ кәрәк. Беҙҙең быуын һәм беҙҙән өлкәндәр китап уҡып, мәғлүмәтте ҡағыҙ аша алһа, бөгөнгө йәштәр һәм балалар видеояҙмаларға өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, Юлдаш Йосопов “Аҡбуҙат” журналы тураһындағы видеояҙма ҡуйғайны, ете меңдән ашыу уҡыусы ҡарап, ҡыҙыу бәхәс китте. Әгәр ул фекерен яҙып һалһа, күптәр уны иғтибарға алмаҫ та ине, моғайын.
– Мәрйәм апай һәр ваҡыт эш менән мәшғүл: әҫәрҙәр ижад итә, дәреслектәр яҙа, халыҡ ижады менән дә шөғөлләнә. Етмәһә, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләне. Һеҙгә, балаларына, ваҡыты етә инеме?
– Ғаиләнең ҙур булыуы әсәйҙең ижадына һәйбәт яҡтан йоғонто яһамағандыр, тип уйлайым. Бер саҡ шул фекеремде үҙенә лә әйттем хатта. “1 – 2 генә бала булһа, күләмле әҫәрҙәр яҙыр инең”, – тиһәм, ул: “Ә ул саҡта нимә тураһында яҙыр инем? Һеҙҙе үҫтергәндәге тәжрибә ята бит әҫәрҙәремдең нигеҙендә”, – тип яуап бирҙе.
Төпсөк бала булараҡ, етмәһә, атайым да мәрхүм булғас, әсәйгә ныҡ бәйле булдым. Эш менән ҡайҙалыр китһә, эсем бошоп, тәҙрә янында көтөп ултыра инем. Мине апайымдар, ағайым ҡараша торғайны, шуға күрә артыҡ ҡамасау булмағанмындыр. Ә улар бәләкәй саҡта уларҙы йоҡларға һалып, әсәйем әҫәрҙәрен төндә яҙған.
– Һин үҙеңдең билдәле шәхестәрҙең балаһы икәнеңде ҡасан аңланың?
– Бәләкәй саҡта уҡ. Өйгә кеше йыш килә ине, яҙыусылар, йырсылар, ябай кешеләр менән аралашыуына ҡарап, әсәйемдең ихтирамлы булыуын, дәрәжәһе барлығын һиҙә инем. Һөйләүҙәре буйынса атайымдың да ябай кеше булмауын аңланым. Билдәле кешенең балаларына ла ҡыҙыҡһыныу көслө бит. Нимә эшләһәң дә күренеп тораһың, ә уның, ыңғай яҡтары кеүек, кире яҡтары ла булып тора. Ни өсөндөр мине һәр ерҙә әсәйемдең вәкиле кеүек ҡабул итәләр. Фекерем уныҡы менән тап килмәһә, аптырашҡа ҡалалар. Икебеҙ ике кеше булараҡ, фекерҙәр ҙә төрлө, һәм был фажиғә түгел, ә ябай тормош күренеше.
– Атайың үлгәндә Илгизәр ағайыңа 15 йәш булған. Ғаилә башлығы, ирҙәрсә кәңәш биреү кеүек йөкләмәләрҙе ул шул саҡтан уҡ атҡарҙымы?
– Эйе, әсәй өсөн һәр ваҡыт терәк булды. Мине лә күтәреп кенә, яратып йөрөй торғайны. Малай булһа тип көткән, әлбиттә, сөнки өс һеңлеһе булғас, ҡустыһы булыуын теләгәндер. Илгизәр ағайымдың логиканы үҫтереү өсөн үҙ тәрбиә методикаһы булды: бәхәсләшә торғайны. Мин шулай үҙ фекеремде яҡларға, үҙ һүҙемде әйтергә өйрәндем.
– Мәрйәм апай ниндәй хужабикә?
– Ифрат шәп, айырыуса аш-һыуға ҙур иғтибар бүлә. Биш бала, етмәһә, йыш ҡына ҡунаҡтар килә, ә ул иренмәйенсә, ризыҡтарҙы төрләндереп бешерә. Ғаиләбеҙҙә бер ҡыҙыҡ хәлде лә иҫләп көлөшәбеҙ. Сәй табыны артында ҡоймаҡ ашап ултырған ҡунаҡ әсәйемдән рецебын һорай икән. “Тары, дөгө, ҡарабойҙай бутҡаһын алаһың да, йомортҡа, әсетке, һөт, он менән бутап ҡамыр әҙерләйһең”, – тигәс, “Бер ҡоймаҡ өсөн өс төрлө бутҡа бешереп тормайым инде”, – тигән теге апай. Иртәнге һәм төшкө аштан ҡалған ризыҡты әрәм итмәҫ өсөн бешерелгәнен башына ла килтермәгән, күрәһең. Хәҙер ҙә әсәй беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлап тора. Элек, ҙур фатирҙа йәшәгән саҡта, һәр беребеҙҙе теүәлләп, ейән-ейәнсәрҙәрен барлап, күмәгебеҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра торғайны. Яңы йыл, 8 Март байрамдары, һәр беребеҙҙең тыуған көнө шулай үтте. Хәҙер инде ундай мөмкинлек юҡ, бергә һирәк йыйылабыҙ. Шулай ҙа әсәй янында һәр ваҡыт кемдер бар. Килеүебеҙгә кемдең нимә яратҡанын белеп, шуны бешерергә тырыша.
– Мәрйәм апай – тыныс, сабыр, изге күңелле, оло йөрәкле кеше. Һинең берәй ҡылығың уны сығырынан сығарғаны булдымы?
– Ул, йәш саҡта ҡыҙыу кеше булдым, тип һөйләй. Сабырлыҡ уға тормош тәжрибәһе менән килгәндер. Һәр хәлдә, мин уның тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, бары бәләкәй саҡта, йоҡламайым, тип үҙ һүҙлеләнеп аптыратҡанмындыр инде: “Ят!” – тип юрғанымды ябып киткәнен генә иҫләйем. Әсәйемдең иң уҫал сағы шулай хәтерҙә ҡалған.
Әсәй минең өсөн ҡатын-ҡыҙ өлгөһө булып тора. Ниндәй генә ситуация булмаһын, ул һәр саҡ беҙҙең яҡлы, һүҙ тейҙермәй. Риза булмаған осраҡта ла, теге йә был ҡылыҡты аңларға тырыша. Көслө рухлы, иң һәйбәт әсәй булғанға ла атайһыҙлыҡты тойманым, бәхетле бала булып үҫтем. Ул, оло йәштә булһа ла, халыҡ өсөн тиһәң, ең һыҙғанып эшкә тотонорға әҙер. Әле бергә башлаған проекттарыбыҙ бар, киләһе йылдарҙа шуларҙы бойомға ашырһаҡ, бик шәп буласаҡ. Мәҫәлән, “Тормош һабаҡтары” буйынса интернет-роликтар эшләйбеҙ, “Ололар әйткәне” тип аталған халыҡ проектын башлағанбыҙ.
Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.