12.12.2017 Беҙҙең милли йолалар
Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәрһә лә, күркәм йолаларыбыҙҙың юғалмауы – шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. “Юлдаш” радиоһы тыңлаусыларына “Беҙҙең милли йолалар” тип аталған махсус сығарылыш тәҡдим итә. Тәүге тапшырыуҙар көҙ һуңына, ҡыш башына тура килгән йолаларға бағышланды. Һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе, һалдат оҙатыу йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Артабанғы сығарылыштарҙа ла миҙгел йолалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, тормош-көнкүреш, туй, бала тыуыуға бәйле йолалар тураһында һөйләп, халҡыбыҙҙа онотола барған йолаларҙы ла телгә “Йолаларыбыҙ – алтын ҡомартҡы. Онотмайыҡ! Оноттормайыҡ!” “Юлдаш” радиоһы журналистары ошондай девиз менән эшләй. Сығарылышты көн һайын көндөҙгө сәғәт 1 тула 13 минуттан һәм киске сәғәт 9 тула 13 минуттан тыңлағыҙ.
Гүзәл ЗАРИПОВА.