06.12.2017 Алмашайыҡ!
2005 йыл. Канада. Кайл Макдональд исемле егет ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй һәм үҙ өйө тураһында хыяллана. Бындай уйланыуҙар уны ҡыйыу аҙымға этәрә: Кайл бәләкәй әйберҙәрҙе – ҙурға, арзандарын ҡиммәтерәккә алмаштыра башлай. Ҡыҙыл ҡағыҙ ҡаптырғысты ул ручкаға алмаштыра, уны – ишек тотҡаһына, ишек тотҡаһын – газ мейесенә...
Барлығы 14 тапҡыр алмашып, ул фатирға тиклем барып етә һәм шунда уҡ интернет «йондоҙ»она әйләнә. Беҙ Канадала түгел, Башҡортостанда, әлбиттә, әммә Кайлдың мауыҡтырғыс тарихын ишеткәс, уны ҡабатларға теләк уянмаймы? «Юлдаш» радиоһы алып барыусыларында, һис шикһеҙ, уянған. Сөнки улар сентябрь айында «Алмаш-тилмәш» проектын иғлан итте. Иртәнге эфирҙы алып барған егеттәр – Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз ҡулдан-ҡулға тапшырылған әйберҙәр сылбырын ручканан башланы. Тыңлаусылар интернетта тәҡдимдәрен яһаны. «Юлдаш» яҙыулы ручкаға Айнур Күскилдин эйә булды, ә проектҡа ул фитнес-беләҙеген ҡалдырҙы. Шулай итеп, алышыуҙар ҡуласаһы әйләнә башланы. Егеттәрҙең ҡулы аша Архангел районынан Гөлнур Ибраһимованың йорт ҡуяны, «Башҡорт шәле» компанияһының аҡ шәле, баян, Баймаҡтан Үтәғоловтар ғаиләһенең сәңгелдәге, Күгәрсендән Гөлфиә Киленбаеваның кәзәһе үтте. Кәзәне улар Әбйәлилдән оҫта ҡуллы Рита апай Шәйҙуллина эшләгән милли биҙәүес – һаҡалға алмаштырҙы. Хәҙер өс егет түшелдеректең яңы хужаһын эҙләй.
«Иртәнсәккәй тороп» проектының алып барыусылары билдәләүенсә, улар К. Макдональд кеүек аҙаҡҡы ҙур әйберҙе үҙҙәренә ҡалдырырға теләмәй. Алмашыуҙар сылбырын йомғаҡлаған тәҡдим эфирҙа тыңлаусылар араһында уйнатыласаҡ. Егеттәр, кәм тигәндә, атҡа өмөт итә.
«Алмаш-тилмәш» проектында ҡатнашырға теләүселәр барлыҡ мәғлүмәтте «Юлдаш» радиоһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә табыр. Тәҡдимдәрегеҙ булһа, һеҙ ҙә үҙенсәлекле проектҡа ҡушылығыҙ. Акцияның барышын дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9 тула 15 минуттан «Юлдаш» радиоһында күҙәтергә була. Ошо уҡ ваҡытта 285-77-85 телефонына шылтыратып, алмаштырырға теләгән әйберегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте еткерә алаһығыҙ. Алмашайыҡ!
Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ.