24.11.2017 «Көтмәгәндә-уйламағанда»
«Көтмәгәндә-уйламағанда юлыма осрап, фәлән кеше яҙмышымды ыңғайға бороп ебәрҙе. Уның абруйлы бер һүҙе етте». Шундайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Йәш саҡта яҙмыш фалын һоноусы, бүләк итеүсе шәхестәргә күптәребеҙ рәхмәтле.
«Юлдаш» радиоһындағы «Көтмәгәндә-уйламағанда» тип аталған яңы тапшырыу ошо хаҡта. Ул айына ике тапҡыр эфирға сыға. Быға тиклем ғалимдар Вәкил Хажин, Гөлнур Хөсәйенова, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов кеүек шәхестәрҙең тормошондағы көтөлмәгән хәлдәр, бәхетле мәлдәр тураһында бәйән иттек. Мәҫәлән, Вәкил ағай үҙенең ғилем юлынан китеүендә Рәшит Әлмөхәмәтов, Гөлнур Хөсәйенова, фольклорсылар Әхмәт Сөләймәнов, Нур Зарипов төп сәбәпсе булды ти. Кеше тормошонда көтөлмәгән ваҡиғалар, ҡыҙыҡтар ҙа йыш булыусан. Әйтәйек, Юлай ағай Ғәйнетдиновтың тыуған ауылында көтмәгәндә япондар ҡунаҡ булып, халыҡ таланттарын үҙҙәренең «Эн-эйч-кей» телевидениеһына төшөрөп киткән, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әминә Исмәғилеваға ҡасандыр М. Горбачев менән съезд президиумында йәнәш ултырыу бәхете тейгән һ.б.
Киләһе тапшырыуҙарҙағы геройҙар – әҙиптәр, рәссамдар, полиция хеҙмәткәрҙәре һ.б. Уларҙың тормошонда ла ғәжәп хәлдәр күп булған. Ҡайһыһы ижад фантазияһын, төшкә бәйле ваҡиғаларҙы телгә ала. Бәғзеһе имсенең бер һүҙе, бер ҡарашынан аяҡҡа баҫыуын бәйән итә… Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов:
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар
осрай,
Шундай ҡыҙҙар, ят та үл инде…
тип яҙғанса, өйләнеү тарихын һағынып хәтерләгәндәр ҙә бар.
Башҡа халыҡтарҙың, башҡорт вәкилен осратып: «Һиндә – шул шәхес ҡаны!» – тип ҡосаҡлап алған, өрмәгән ергә ултыртмаған мәлдәре лә радио тыңлаусыларға ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайбыҙ.
«Көтмәгәндә-уйламағанда» тапшырыуын айҙың һәр икенсе, дүртенсе йәкшәмбеһендә көндөҙгө сәғәт 1-се 15 минутта һәм кискеһен 10 тула 25 минуттан тигәндә «Юлдаш» радиоһында тыңлағыҙ. Яҙма вариант рәсми сайтта, адресы yuldashfm.ru.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.