19.10.2017 “Йәшәү йәме”н тапҡандар
Бындай кешеләр тураһында һөйләр булһалар, һөнәрҙәштәрем, ғәҙәттә, “көслө рухлы” тигән һүҙбәйләнеште ҡуллана. Башҡаларҙан айырылам, тиеберәк уйланғанда, эҙләнгәндә, тапшырыу геройы менән таныштырыуҙы ни рәүешле башларға тигәндә лә, әллә күпме вариант барланды. Әммә башта әлеге лә баяғы тик ошо ике һүҙ генә уралды: “көслө рухлы...”
Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан Гөлфая Сәғәҙиеваға был һүҙҙәр ифрат тура килә, уның бар булмышын асып һала. Ғәжәйеп яҙмышлы, көслө рухлы замандашыбыҙ “Юлдаш” радиоһы эфирында сыҡҡан “Йәшәү йәме” тапшырыуының геройы булды. Гөлфая Сәғәҙиева менән танышыу хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. “Бала сағым кәртә йәки тирәк башында ғына үтте, тип әйтергә мөмкин. Бик тиктормаҫ бала инем. Малайҙарҙың командиры булдым, бар шуҡлыҡ, шаянлыҡ минән сыға торғайны. Еңел атлетика менән мауыҡтым. Уҡытыусыларым “беҙҙең чемпион” тип маҡтай торғайны”, – тип хәтерләй Гөлфая апай. Бала саҡтан тиктормаҫ Гөлфая ханым, мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош ҡороп, эшләй башлағас та тынғы белмәй. Әммә берҙән-бер көндө ул тырышып, күңел биреп башҡарған эшендә бәләгә тарый. Заводта авария булып, ике аяҡһыҙ тороп ҡала. Табиптар уға “йөрөмәҫ, бер ҡасан да аяҡҡа баҫмаҫ” тигән хөкөм сығара. “Бәлки, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, йөрөй алырһың”, – тип өмөтләндерергә тырышҡан табипҡа ҡарап, сәмсел Гөлфая Сәғәҙиева: “йөрөйәсәкмен, мотлаҡ йөрөйәсәкмен, әммә ҡултыҡ таяҡтарын ҡулыма ла алмаясаҡмын”, – тип үҙенә һүҙ бирә. Һәм әйткәнен үтәй. Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып тора, матур итеп донъя көтә. Төрлө курстар тамамлап, үҙенә кәрәкле һөнәрҙәр үҙләштерә. Үҙе кеүек хәлгә тарығандар менән аралаша, уларҙа йәшәүгә көс, дәрт уятырға тырыша. Һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикле булһа ла, йәшәүгә булған ынтылышы сикһеҙ уның. Тап ошоноң менән ул беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте.
Гөлфая Сәғәҙиева кеүек геройҙарыбыҙ бик күп. Уларҙың һәр береһе тураһында айырым-айырым оҙаҡ һөйләргә мөмкин. “Йәшәү йәме” тапшырыуында матур, ҡыҙыҡлы, аяныслы, ғәжәйеп, бәхетле яҙмыштар, кеше ышанмаҫлыҡ, әммә тормошта булған хәлдәр, шул хәлдәр солғанышында юғалып ҡалмағандар, алға, маҡсатҡа ынтылғандар, тормошто яратҡандар хаҡында бәйән итәбеҙ. Үҙ эшен яратып башҡарғандарҙы иғтибар үҙәгенә сығарабыҙ. Билдәле башҡорт спортсыһы Денис Шафиҡов, уның әсәһе Бүләкәй апай, Хәйбулла район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Һөйәрғолова, мәғариф ветераны Зәһүрә Байтурина, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үҙенең рәсемдәре менән танылыу алған оҫта Марат Ғафаров, һоҡланғыс ҡул эше оҫталары Резеда Шәһиева, Гөлсара Салауатова тураһындағы тапшырыуҙарҙы тыңлаусылар йылы ҡабул итте. Был яҙмаларҙы радионың рәсми сайтында тыңларға мөмкин. Яңы сығарылыштарҙы эфирҙа шәмбелә 11 сәғәт 15 минутта, ҡабатлауҙы киске сәғәт 9-сы 15 минутта тыңлағыҙ.
Гүзәл Зарипова.