«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Аҡмулла аманатын тотоп...



21.12.2010 Аҡмулла аманатын тотоп...

Аҡмулла аманатын тотоп...Йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара Аҡмулла көндәре быйыл да башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа әҙәбиәттәр үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, исеме һәм ижады төрөкмән, ҡарағалпаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтар араһында киң билдәле булған мәғрифәтсе-шағирҙың тыуған төйәгендә – Миәкә районында «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы менән тамамланды.
Байрамда күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Марс Әхмәтшин, М. Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы директоры Фәнис Янышев, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, уҡытыусы-ветеран, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Түләк Ғирфанов һәм башҡалар ҡатнашты.
1989 йылда халыҡ депутаттарының район советы ҡарары менән Миф­тахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылғайны. Йыл һайын бирелеүсе бүләккә быйыл яҙыусы Фәнис Янышев лайыҡ булды. Тамъян-Таймаҫ урта мәктәбендә ойошторолған осрашыуҙа билдәләнеүенсә, М. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереүҙә, уның ижадын, биографияһын өйрәнеүҙә Ереклекүл ауылында тыуып үҫкән әҙиптең дә өлөшө ҙур. «Ағиҙел» һәм «Бельские просторы» журналдарында башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған «Аҡмулла аманаты» повесында мәғрифәтсе-шағирҙың тәхетҡалаға – Санкт-Петербургҡа барып, ярлыҡау алыуы, төрлө факттарға таянып, мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә.
Аҡмулла аманатын тотоп...Тамъян-Таймаҫтар Ф. Янышевты мәртәбәле бүләккә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотланы. Әҙип туған мәктәбен онотмай, йыш ҡайта. Бының үҙ сәбәбе бар – ул йыл һайын уҡыу алдын­ғыларына премия тапшыра, сығарылыш синыф уҡыусыларына аҡ юл теләй.
Кисәлә Боғҙан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Мәхийәнов, мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Ғәбит Ғатин сығыш яһаны. Ф. Янышевтың һеңлеһе, оҙаҡ йылдар башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Зәлифә иһә үҙ сығышында ағаһының йәштән үк алдына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәүе, шул арҡала ижади үрҙәр яулауы хаҡында һөйләне.
Туҡһанбайҙағы осрашыу ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфө ҡунаҡтары Аҡмулла шишмәһендә булды, уның бюсына сәскәләр һалды, музейын ҡараны, мәҙәниәт һарайында ауыл халҡы менән осрашты. Улар М. Аҡмуллаға арналған шиғырҙарын уҡыны, китаптарын бүләк итте.
«Аҡмулла нәсихәттәре» байрамында район һәүәҫкәрҙәре менән бергә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән сәсәндәр һәм фольклор төркөмдәре лә сығыш яһаны.
Киләсәктә лә беҙҙе Аҡмулла нәсихәттәре үҙенә тартып торһон, осраштырһын, иман, аҡыл, әҙәп, ихласлыҡ юлдаш булһын, тигән изге теләк менән таралышты байрамда ҡатнашыусылар.

Факил МЫРҘАҡАЕВ.
Миәкә районы.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға