«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Юлдаш”та – яңы миҙгел!



06.09.2017 “Юлдаш”та – яңы миҙгел!

“Юлдаш”та – яңы миҙгел!
– Ҡасан эфир тулҡындарында “Иртәнсәккәй тороп” егеттәренең тауышын ишетербеҙ? Филүс, Йәмил, Ғәзизһеҙ иртәләребеҙ моңһоҙ, – тигән тыңлаусыларыбыҙ хәбәре беҙҙең “Бәйләнештә” селтәренә көн дә ағыла. ҡабатланмаҫ “Иртәнсәккәй тороп” – “Юлдаш” радиоһының иң тыңлаулы проекттарының береһе. Алып барыу­сыларҙың юморы, һәр ситуациянан сыға белеүе, белемле булыуы, аудиторияны яҡшы тойоуы халыҡты йәлеп итә лә инде. Шуға ла ошондай хәбәр­ҙәрҙең йыш килеүенә бер ҙә апты­райһы түгел.

Һәм бына, ниһайәт, “Беҙ бергә” тигән девизыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, “Юлдаш”тар эфирҙың яңы миҙгелен асты. Радиобыҙҙың төп йүнәлеше үҙгәреш кисермәне. Йәғни ул элеккесә мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы булып ҡала. Шулай ҙа тапшырыуҙар теҙмәһендә яңылыҡтар байтаҡ. Эфирҙы, ғәҙәттәгесә, өс сәғәтлек “Иртәнсәккәй тороп” күңел асыу программаһы башлай. Төп маҡсаты – юлдаштарыбыҙҙы яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләү. Тыңлаусыларыбыҙ яңы миҙгелдә лә ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр ота ала. Уларҙы “Һүҙалыш”, “Серле ҡумта”, “Тиҫкәре”, “Боҙоҡ патефон”, “Белермән”, “Алмаш-тилмәш” исемле яңы уйындар көтә. Ҡайһы бер рубрикалар төшөп ҡалһа, “Йүгер, Гүзәл, йүгер”, “Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”, “Йәштәргә нимә етмәй?” кеүек яңылары килде. “Китап донъяһы”, “Сәләмәт булайыҡ” айырым программа форматына күсеп, “Атайсал”, “Йәшәү йәме”, “Тормош сифаты”, “Иҡтисад һәм донъя”, “Иман” кеүек үҙ урындарын ышаныслы тотҡан тапшырыуҙар һыҙатына баҫты. Күптәрҙең радионы ил-донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар булыу өсөн тыңлауы сер түгел. Беҙҙең эфир­ҙа яңылыҡтар һәр сәғәт башында яңғырай, киске һигеҙҙә – йомғаҡлау сығарылышы.
Тыңлаусылар көндөҙгө сәғәт бер тулыр алдынан һәм киске туғыҙ тулыр алдынан ҡыҫҡа ғына, әммә файҙалы мәғлүмәткә эйә айлыҡ рубрикалар тәҡдим ителә һәм артабан шулай яңынан-яңы ҡыҙыҡлы теҙмәләр алмашынып торасаҡ. Көндөҙгө икенсе ун минутта – төшкө ял, йәнле аралашыу ваҡыты. Эш көндәрендә тыңлаусыларыбыҙҙы “Самауыр янында”, шәмбе – йәкшәмбелә “Ял итәйек бергәләп” тапшырыу­ҙарында көтәбеҙ.
“Асыҡ студия” программаһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм социаль мәсьәләләргә бәйле һөйләшеүгә ҡорола. Ул эш көндәрендә киске сәғәт 7-се 15 минутта тура эфирҙа бара.
Шулай уҡ эфирыбыҙҙы йырҙар менән байытыуға “Юлдаш та – яңы йыр” рубрикаһы үҙ өлөшөн индерә, дүшәмбе һәм йомала йыр премьералары сыға. Һәр шәмбелә “Сәхнәгә арналған ғүмер”, “Атайым тураһында һөйләгеҙ”, “Яҙмыштарҙа – ил тарихы”, “Ике йондоҙ” сығарылыштары сиратлап сыға килә. Йәмғиәттәге киҫкен проблемаларҙы күтәргән “Махсус репортаж” эфирға йәнә әйләнеп ҡайтты. Программа айына бер тапҡыр шәмбелә сыға. Бына шулай, тыңлаусыларыбыҙ менән бергәләп, моңло йырҙар, файҙалы мәғлүмәттәр аша эфир тулҡындарында үҙ юлыбыҙҙы ярабыҙ.

Сәриә РАМАЗАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға