30.08.2017 Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
1 сентябрь – Белем көнө етһә, мәктәп уҡыусылары ғына түгел, студенттар ҙа бер аҙ ауыр һулап ҡуя. Көн һайын таңғы сәғәт 7-лә тороп уҡырға барырға кәрәк, уҫал уҡытыусылар ҙа осрап ҡуя. Етмәһә һәр фәндән өйгә эш тә бирелә. Атай йорто алыҫ, ашарға бешереп көткән әсәй ҙә янда юҡ. Стипендия наҡыҫ. Ҡыҫҡаһы, хәлдәр мөшкөл...
Ә кемдәргә еңел, беләһегеҙме? Әлбиттә, диплом алған белгестәргә. Эшкә урынлашһаң, аҡсаһы түләнә, эш сәғәтең бөттөмө– ҡайтып китергә була. Өйгә эш тә бирелмәй. Бына ҡайҙа ул рәхәтлек! Кисәге студенттарға йәштәр бер аҙ көнләшеп ҡарап ҡуя. Эстрадабыҙҙың байтаҡ ҡына йәш йырсыһы ла уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алған. Быйылғы белем байрамын улар тәүге тапҡыр йәш белгес булараҡ ҡаршы ала.
1) Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған йәш йырсы Гөлдәриә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА йәй буйы “Йыһан” төркөмө менән Башҡортостандың төньяҡ райондарында гастролдә йөрөгәндән һуң, Бүздәк район мәҙәниәт йортонда режиссер булып эш башлаған. Өфө ҡалаһында үҫкән ҡыҙ тәжрибә туплау маҡсатында бындай аҙымға барған. Етмәһә, уның өләсәһе Тәслимә инәй ҙә бында йәшәй икән.
– Бүздәк Өфөнән әллә ни алыҫ түгел, йыш ҡайтып йөрөргә мөмкинлек бар. Режиссер булараҡ эште нимәнән башлармын, әлегә әйтә алмайым. Шулай ҙа йырҙан айырылмаясаҡмын, ошо аҙнала ғына өр-яңы клибым донъя күрҙе. Шулай уҡ яңы йыр тамамланыу өҫтөндә. Уны башҡорт, татар һәм рус телдәрендә яҙҙырттым. Көҙ айҙарында уға клип төшөрөү өсөн ваҡыт бүләсәкмен, – ти Гөлдәриә.
2) Ә “Гәлсәр һандуғас” телефестивалендә уңышлы сығыш яһап, эстрадала ҡанат нығытыусы Буранбай БИЛАЛОВ быйыл Сибай педагогия колледжының “Музыкаль белем биреү” бүлеген тамамлаған. Тик студент булып биш йыл уҡыу дәүерендә уҡытыусы һөнәренә һөйөүе һүрелгән. Шуға күрә әле һаман да рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған. Әле ул “Гәлсәр һандуғас”тың быйылғы финалсылары менән Миәкә, Дәүләкән, Әлшәй, Бөрйән, Хәйбулла райондары буйлап гастролдә йөрөгән. Уға йырлап йөрөү ныҡ оҡшаған һәм йырсы булараҡ профессиональ белем алырға, юғары уҡыу йортон тамамларға, тигән теләк уянған. Быйылғы имтихандарға өлгөрмәгән, әммә киләһе йылда мотлаҡ үҙен һынап ҡараясаҡ. Тимәк, Буранбайҙы алда тағы ла студент тормошо көтә!
3) Сабина КУЧАЕВА ла, диплом алыуына ҡарамаҫтан, уҡыуын дауам итергә теләй. Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған һәм ошо уҡ уҡыу йортонда магистратураға документтарын тапшырған. Белемен бөтөнләй икенсе йүнәлештә камиллаштырырға ҡарар иткән. Тағы ла ике йылдан ул психология буйынса белгес буласаҡ.
Йәйге ялын йәш ҡыҙ бик әүҙем үткәргән: әсәһе һәм һеңлеһе менән прокатҡа сыҡҡан яңы фильмдарҙы ҡараған, күргәҙмәләргә йөрөгән. Бик күп китаптар уҡыған һәм инглиз, корей телдәрен өйрәнеү буйынса курстар үткән. Тырыш кеше тырыш инде, ялда ла белем ала!
4) Йылайыр ҡыҙы Илзирә ҠУДАШЕВА быйыл Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада вокалы бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Тимәк, хәҙер профессиональ йырсы. Шулай ҙа уға еңел һуларға иртәрәк: институттың скрипка бүлеген тамамларға тағы ла бер йыл бар. Йәйге ялда Илзирә Тольятти ҡалаһының Йәштәр симфоник оркестрында эшләгән, сит илдәр буйлап гастролдә йөрөргә лә өлгөргән. Тыуған йортонда 12 көн генә ял иткән.
– Быйыл скрипка буйынса сит илдә, Европаның берәй ҙур ҡалаһында белем алырға теләк бар ине. Шулай ҙа уйланғандан һуң, Өфө институтын тамамларға булдым. Данлыҡлы яҡташтарым Илшат Мөслимов, Айһылыу Сәйфуллина һәм башҡаларға белем биргән уҡытыусым, профессор Александр Шисмандан айырылғым килмәй. Икенсенән, ҡайҙа белем алыу мөһим түгел. Талант һәм тырышлыҡ булһа, беҙҙең институт та төплө белем бирә, – ти йәш ижадсы.
5) Ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, виртуоз музыкант Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВ өсөн быйылғы йәй бик уңышлы булған. Тәүҙә ул Төркиәлә үткән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, лауреат исемен алған. Аҙаҡ “Евразия йөрәге” фестивале барышында ойошторолған ҡумыҙсылар конкурсында гран-при яулап, көмөш ҡумыҙ менән бүләкләнгән. Тағы ла ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлап, дипломлы булған. Заһир хәҙер беҙҙе режиссер булараҡ та шаҡ ҡатырасаҡ. Хыялы – үҙенең студияһын асып, “Zainetdin” тип аталған этно-шоу проектын популярлаштырыу. Тик әлегә уның был мәшәҡәттәр менән булышырға һис кенә лә ваҡыты юҡ: йәй буйы гастролдән ҡайтып инмәгән. Май айында юлға сыҡҡан Заһир бөгөн дә тәгәрмәс өҫтөндә. Дипломын да бер кискә генә ҡайтып алған. Башҡортостандың барлыҡ районында, хатта Төркиәлә лә сығыш яһап өлгөргән. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа, йәштәр форумында, төрлө байрамда ҡатнашырға саҡырыуҙар яуып ҡына тора. Уның араһында йәш егет туйҙар үткәрергә лә ваҡыт таба. Ни әйтәһең, өлгөр, тырыш, шәп кеше ул!
6) Дипломлы студенттар сафы арта бара. Йәш йырсы Буранбай АҠҠУЖИН да уҡыуын дауам итә. Башҡорт дәүләт университетының Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге факультетында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм технологияһы профиле буйынса дипломын алған да, артабан башҡорт филологияһы факультеты магистратураһына уҡырға ингән. Артабан аспирантурала уҡырға ла теләге бар. Уҡыуҙан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә лә ниәтләй. Ә йырларға ваҡыты ҡалырмы һуң?
Буранбай уй-ниәттәре менән дә бүлеште:
– Алла бирһә, уҡыуҙар башланғас, студенттар өсөн төрлө кисә, дискотека, концерт ойошторола. Быйыл шуларҙа әүҙем генә сығыш яһарға ине. Шулай уҡ яңы йырҙар яҙҙырырға, уларға клиптар төшөрөргә кәрәк. Теләк булһа, һәр эшкә ваҡыт табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәп арҡаһында йәйге ялда гастролдә йөрөп булманы. Шулай ҙа ул бушҡа уҙманы: дуҫтарым, туғандарым менән аралашып, ял итеп, көс-ҡеүәт тупланым.