«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Һәр бер һүҙе – башҡорт хаҡында



14.08.2017 Һәр бер һүҙе – башҡорт хаҡында

Һәр бер һүҙе – башҡорт хаҡында«Борон-борон-борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын...» –
мәшһүр «Урал батыр» эпосындағы ошо юлдарҙы башҡорт ҡаны аҡҡан һәр кем беләлер. Ҡомартҡының мәғәнәһе – ата-бабаларыбыҙҙың иң боронғо халыҡ икәнлеген раҫлау. Республикабыҙ башҡорт иленең боронғо төбәгендә – Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан Респуб­ликаһында һәм Пермь крайында, шулай уҡ донъяның башҡа бик күп төбәгендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, хәл-торошо, уй-ниәттәре менән хәбәрҙар. Улар хаҡында ҡыҙыҡһыныусылар, фекерҙәштәр өсөн тапшырыу­ҙарҙың һәр бер һүҙе башҡорт хаҡында.
Милләттәштәребеҙҙең тыңлаусыларға әйтер фекере, яңылыҡтары, тормошо, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ерле халыҡтың тәбиғәткә, йәшәйешкә мөнәсәбәте хаҡында ла яҙыла. Төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы, милләттәштәребеҙҙе, билдәле шәхестәребеҙҙе барлау, уларҙың тормошон яҡтыртыу БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе, төрлө йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни үҙәктәр менән бергә алып барыла. Респуб­ликабыҙ һәм төрлө тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында эшлекле һәм рухи бәйләнеш хаҡында барған «Баш­ҡорттар» тапшырыуын ай һайын шәмбе көндө тыңларға мөмкин. Сираттағыһы – Үзбәкстанда төпләнгән милләттәштәребеҙ тураһында. Тап­шырыуҙар теҙмәһен күҙәтеп барығыҙ, хөрмәтле радио тыңлаусылар!

Венера СИТДИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға