27.07.2017 "Юлдаш" сифатлы йырҙар көтә!
Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул – һәр кемдең күңелендә, булмышында, тәбиғәтендә. Психологтар фекеренсә, классик көйҙәр кешенең хәтерен яҡшырта, иғтибарын арттыра. Дини йүнәлештәге көйҙәр (мөнәжәттәр, доғалар, аяттар) кешенең рухын нығыта, аңын һауыҡтыра, тән ауыртыныуҙарын кәметә. Ә бына джаз, блюз, соул кеүек йүнәлештәрҙе күңел асырға яратҡан, алсаҡ, тыныс, романтик рухлы кешеләр ярата. Эйе, һәр кем үҙ зауығына тура килгән көйҙәрҙе радио тулҡындары аша тәүлек әйләнәһенә тыңлай ала.
"Юлдаш"та йырҙар даими яңыртыла, тулылана. Шулай ҙа радиоға яңы йыр ебәрҙем дә, билдәле йырсы булдым, тиеүселәр яңылыша. Йырҙар ҡабул итеүҙең дә үҙ тәртибе бар. Радиоға килгән яңы йырҙарҙы эфирға биреү маҡсатында һайлап алыу өсөн художество советы эшләүе хаҡында күптәр белеп етмәй. Йыйылыш ай һайын үткәрелә. Худсоветта күренекле композитор, йырсы һәм шағирҙар ҡатнаша. Улар йырҙың һүҙенә, тема, йөкмәтке, рифмаһына иғтибар итә, көй менән бәйләнешле булыуын тикшерә. Артабан аранжировкала музыка ҡоралдарының дөрөҫ һәм урынлы ҡулланылыуын, йырсының башҡарыу кимәле һәм яҙманың сифаты баһалана. Яҙмаларҙа йыр авторҙары – шағир һәм композиторҙың исем-шәрифе мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. Радиоға килгән яҙмалар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.
Йырҙың йыртығы юҡ, тиҙәр халыҡта. Бөгөн заманса йырҙарҙың күбеһенең көйөнә лә, тексына ла дәғүә белдерергә мөмкин. Бының сәбәбе байтаҡ башҡарыусының һүҙен, көйөн үҙҙәре ижад итеүендәлер, бәлки. Һуңғы арала тағы бер нәмә күҙгә ташлана – йырҙарҙа милли колорит юҡҡа сығып бара, ҡаҙаҡ, рус, башҡа милләттәрҙең интонацияһы, милли үҙенсәлектәре ярылып ята. Мода ҡыуабыҙ тип, үҙ ерлегеңдән айырылыу йырҙарҙа ла сағыла. Тиңдәр араһында тиң булыр өсөн, бәлки, үҙеңдекен донъя кимәленә сығарыу өҫтөндә эшләү отошлораҡтыр?
Һирәк булһа ла шундай йырҙар ҙа килә: уларҙы тыңлау менән күңелдәр иләҫләнеп, хисләнеп, моңланып, дәртләнеп китә. Һуңғы айҙа үткән худсовет ултырышында ҡатнашыусы әҙибәләр Тамара Ғәниева, Әлфиә Әсәҙуллина, йырсылар Венера Юлгилдина һәм Сәйет Билалов күберәк йырҙың һүҙҙәренә һәм биҙәлешенә иғтибарын йүнәлтте. Әҫәрҙәр башҡарыу оҫталығы, текст камиллығы буйынса ла тикшерелде. Алты йыр талаптарға тура килмәй тип табылды.
Йыр – ул тормош йәме. Шуға ла башҡарыусыларға һәм йырсыларға бер генә теләк: йырҙың һүҙенә, мәғәнәһенә, көйөнә иғтибар итһендәр. Йәндәрҙе дауалаусы, кәйефтәрҙе күтәреүсе туған моңдарыбыҙ беҙгә һәр саҡ юлдаш булһын!
Сәриә РАМАЗАНОВА.