«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Изге эштәр дауамлы



19.07.2017 Изге эштәр дауамлы

Изге эштәр дауамлы
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан олатай-бабайҙарыбыҙ башын һалған тарафтарға барып, улар­ҙың ҡәберҙәренә тыуған ер тупрағы һалыу, хәтер акциялары үткәреү матур күренешкә әйләнде. "Юлдаш" каналы хеҙмәткәр­ҙәре лә шул юҫыҡта "Бер кем дә онотолмаған" акцияһын ойоштороп, яугир балалары менән Орел өлкәһенә барып ҡайтты. Әле ошо акцияны артабан да дауам итеү эштәре бара.
Һәр кемдең яугир олатаһын ҡәҙерләүе, эҙләп табыуы хуп. Хәҙер документтар архивтарҙа асыҡ һаналһа ла, интернет селтәре эште еңелләштер­һә лә, төрлө сәбәп арҡаһында күп осраҡта хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар­ҙы эҙләп табыуы ауырлаша. Шул йәһәттән, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре яугир балаларына олатайҙарын табышыуҙа ярҙам итеп, Еңеү көнөн Орел өлкәһендә билдәләгәйне. Хәтер акцияһында журналистар, артистар, хәрби комиссариат вәкиле һәм мосолман руханиҙары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар­ҙың туғандары ҡатнашты. Улар өлкәнең Колпна районында булды.
Өлкәлә илебеҙҙең данлы тарихын хөрмәтләп һаҡлайҙар. Район хакимиәте Башҡортостанда һуғышта һәләк булған яугирҙар исемен тергеҙеү, тарихты өйрәнеү буйынса алып барылған эштәрҙе юғары баһаланы, өлкә етәкселеге исеменән республика халҡына, изге эште атҡарып сыҡҡан радио хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтен белдерҙе. Һөнәрҙәш­тәремдең артабан да ошо өлкәләге хәтер акцияһы эштәре дауамлы. Шул тарафта илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән олатайҙарҙың исемлеген барлау, яу юлын өйрәнеү эштәре бара. Һәр төбәктән ошо өлкәлә ерләнгән, йә яуҙа ҡатнашып, имен ҡайтҡан яугиры бар. Исемлек беҙҙең рәсми сайтта һаҡлана. Унда http://юлдашфм.рф/ адресы буйынса инеп ҡарарға, мәғлүмәт алырға мөмкин.
Изге сәфәрҙән ҡайтыусылар менән олатайҙарының батырлығы тураһында һөйләштек. "Юлдаш" каналы ойошторған акция ярҙамында олаталары ерләнгән урынды табыу­ҙары хаҡында һораштыҡ. Шул хаҡта " Яҙмыштарҙа – ил тарихы" тапшырыуында тыңларһығыҙ. Тапшырыу август айында эфирға сығасаҡ, программаны күҙәтеп барығыҙ, хөрмәтле дуҫтар.
Венера СИТДИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға