«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Телһөйәр”. Бәхеш тә, бәһшәт тә туған телебеҙ хаҡында



03.07.2017 “Телһөйәр”. Бәхеш тә, бәһшәт тә туған телебеҙ хаҡында

“Телһөйәр”.  Бәхеш тә, бәһшәт тә  туған телебеҙ хаҡында
“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы туған телебеҙҙең яҙмышына ҡағылған һорауҙарға бер ҡасан да битараф түгел. Быйылғы миҙгелдә индерелгән “Телһөйәр” рубрикаһы ла телебеҙ үҫешенә булышлыҡ иткән рубрикаларҙың береһе. ЮНЕСКО ойошмаһы, глобалләшеү һөҙөмтәләрен күҙаллап, донъялағы меңәрләгән тел араһынан юғалыу ҡурҡынысы янағандары исемлегенә беҙҙең туған телебеҙҙе лә индерҙе. Был мәғлүмәт күптәрҙе шаңҡытты, кемдәрҙелер төшөнкөлөккә этәрҙе, тик бик аҙҙарҙы ғына әүҙем эшмәкәрлеккә әйҙәне.

Телде популярлаштырыу өсөн төрлө сара барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, бик һәйбәт. Әммә, иң дөрөҫ ысулы, һәр ваҡыттағыса, ябай, ул – башҡорт телендә аралашыу, көндәлек тормошта балаларыбыҙға башҡорт телендә өндәшеү! Эфир тулҡындарында яңғыраған рубрикабыҙ төрлө телдең формалашыуына йоғонто яһаған, үҙендә ғәрәп, фарсы, төрки телдәренең матур өлгөләрен туплаған туған башҡорт телебеҙҙең ҡулланыштан төшөп ҡалған, һирәк ишетелгән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү, ҡабаттан ҡул­ланыш­ҡа индереү, рус һүҙҙәренә алмаш табыу өсөн әҙерләнә. Телебеҙгә килеп инеп, шул тиклем ереккән байтаҡ һүҙҙең башҡортса бер нисә варианты бар. Мәҫәлән, “бәхеш” һүҙе бүләк тигәнде аңлата. “Бәхмәт” йылҡы малын белдерә. “Бәһшәт” тигән һүҙ “бөйөклөк” мәғәнәһендә ҡулланыла. “Бәйәз” тигәндә, таҙа ҡағыҙ бите күҙ уңында тотола. Кем алдындалыр бурыслы булыуҙы “важиб” һүҙе еткерә.
Әйткәндәй, теләгәндә көндәлек тормошта ла башҡорт даирәһен табырға, башҡорт мөхитен тыуҙырырға, башҡортса ара­лашыр­ға ла, туған телебеҙҙе төрлө йәһәттән башҡа халыҡтар өсөн ылыҡтырғыс итергә лә мөмкин.

Нурия КИНЙӘБАЕВА,
“Юлдаш” каналы хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға