18.12.2010 һандуғастар һайрай ҡышын да...
«Йәшлек» гәзитенең махсус призын алыусы Илеш һылыуҙары Эльмира менән Эльвира Ғилмановалар Ағиҙел ҡалаһында тыуған. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың йыр-моңға ғашиҡ икәне сабый саҡтан беленә. Ә сәхнәгә тәүге тапҡыр биш йәштәрендә әсәләре Нәфисә апай менән «Бала күңеле» йырын алып сығалар. ҡыҙҙарҙың киләсәктә лә йыр-моң юлын һайлауында, 4-се синыфҡа Ағиҙел ҡалаһына музыка мәктәбенә уҡырға килеүендә әсәләренең өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Нәфисә апай үҙе лә сәхнәнән төшмәй, йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Әле ҡаҙан ҡалаһындағы мәҙәниәт институтының йыр бүлегендә 3-сө курста уҡып йөрөүсе ҡыҙҙарының иң ҙур терәге, кәңәшсеһе ул. «ҡыҙҙарымдың 13 йәштән үк «Гәлсәр һандуғас»та ҡатнашыу хыялы бар ине. Бәлки, бәләкәй булһаҡ та, беҙҙе алырҙар, тип өмөтләнәләр ине. Бына, ниһайәт, хыялдары тормошҡа ашты», – тип ҡыуана әсә.
ҡыҙҙар эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да берҙәй яратып башҡара, үҙҙәре лә ижад итә. Ә «Гәлсәр һандуғас»та Рәмзилә Тимерова һүҙҙәренә Риф Арыҫлан ижад иткән «ҡыңғырауҙар» йыры менән сығыш яһанылар. Моңло сибәркәйҙәр артабанғы тормоштарын йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.
«Гәлсәр һандуғас»тың шаян алып барыусылары гала-концертты: «Тик һеҙҙең өсөн ҡабатланмаҫ сценарий, иң үҙенсәлекле режиссура, сағыу декорациялар, иң моңло йырсылар һәм иң шәп алып барыусылар», – тип үҙҙәрен маҡтауҙан башлап китһә лә, әйткән һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. «Гәлсәр һандуғас»тың ун йыллыҡ тәжрибәһе лә ярҙам иткәндер. Тамаша, ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы итеп ҡоролғайны. Алып барыусы ролен башҡарырға теләүсе Фирҙәт Ғәлиев, Фәдис Ғәниев, Фәрүәз Урманшин, Зилә Дибаева бер-береһе менән бәхәсләшә-бәхәсләшә гала-концертты алып барҙы. Ә кемгәлер хатта бик ҡаты ғына «туҡмаҡ» та эләкте. Ботинка бауҙарын бәйләп, эсенә быяла тултырып та киттеләр. Эй, фантазиялары бай ҙа инде артистарҙың. Земфира Байбулдинаны ла грим бүлмәһенә бикләп ҡуйғандар хатта. Ул аҙаҡтан ғына үҙенең лайыҡлы урынына сығып баҫты.
«Гәлсәр һандуғас» проекты быйыл үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беренсе тапҡыр эфирға сыҡҡан мәленән үк тамашасы һөйөүен яулаған телефестиваль, йылдан-йыл үҙенең иң яҡшы традицияларына тоғро ҡалып һәм шул уҡ ваҡытта яңырыуҙар кисереп, заман менән бергә атланы. Быйылғы гала-концерт шул үҫештең бер дәлиле лә ине. Халыҡ йырҙары менән бер рәттән, эстрада йырҙары башҡарылды, оло быуын кешеләре таныш моңдарын тыңлап ҡыуанһа, йәштәр заманса, ихтыяждарына тап килгән йырҙарҙы тыңлай, бейеүҙәрҙе күрә алды.
Концерт ике өлөштән торҙо. Тәүге бүлектә «Гәлсәр»ҙең ун йыл буйы йыйған иң яҡын тоғро дуҫтарын күрҙек, иң моңло тауыштарҙы ишетеп ҡыуандыҡ. Ошо йылдар эсендә башҡорт сәхнәһендә, ысынлап та, әллә күпме яңы «йондоҙ» ҡабынған икән дә баһа. Эйе, «Гәлсәр һандуғас» булмаһа, күпме йырсыны белмәҫ тә, күрмәҫ тә инек, ә проект ярҙамында күпме талантлы йәштәр тамашасыны үҙ тауышы менән әсир итте. «Гәлсәр»ҙең төрлө йылдарҙа «осорған» һандуғастары Искәндәр Ғәзизов, Резеда Әмәкәсова, Рөстәм Шаһыбалов, Нурия Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Аҫылбаева, Венера Юлгилдина, Урал Ибәтуллин, Юлиә Талхина, Рәдиф Зарипов, Филүс ҡаһиров юбилей кисәһендә нисек уларға ҡанат ҡуйған проекттарын ташлап китһен? Һәр береһе тамашасылар яратып өлгөргән йырҙарын бүләк итте. Ә Венера Юлгилдина йырлағанда ҡапыл ғына музыка ла, микрофон да һүнеп ҡуйҙы. Әммә йырсы ҡаушап ҡалманы, көслө, һәйбәт ҡуйылған тауышы менән бөтә ҙур зал, балконда ултырыусылар ишетерлек итеп йырлап бөтөрөп ҡуйҙы. Тамашасыларҙың шунда ҡул сапҡанын ишетһәгеҙ! Афарин, Венера!
Байрам менән ҡотларға ҡаҙандан Филүс ҡаһиров та килеп еткәйне. Ул тамашасыларға «Һандуғас» һәм «Еҙ ҡыңғырау» йырҙарын бүләк итте. Башҡортостан сәхнәһендә лә, Татарстанда ла әүҙем эшләгәне өсөн шәп егетебеҙ «Гәлсәр һандуғас»тың «Йыл йырсыһы» номинацияһына ла лайыҡ булды.
Икенсе бүлек быйылғы телефестивалдә ҡатнашыусы конкурсанттарҙың сығышынан торҙо. Уларҙың тик ун дүрте генә финалға үткәйне. Йәш йырсыларҙың исемдәрен гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрөп китәйек: Мәсетленән Илнур Ғәбделхаҡов, Туймазынан Динара Шакирова, Ырымбурҙан Илнур Назаров, Баймаҡтан Зилиә Бәхтиева һәм Тимур Рамаҙанов, Күмертауҙан Әлиә Хажиева һәм Гүзәл Әҙеһәмова, ҡырмыҫҡалынан Артур Насиров, Әбйәлилдән Заһир Хызыров һәм Айрат Зиннәтов, Илештән Айҙар Рәҡипов һәм игеҙәк ҡыҙҙар Эльмира һәм Эльвира Ғилмановалар, Бөрйәндән Ян Лира гала-концертҡа сыҡты. Хәйер, тамашасы улар менән телевизор аша күптән таныш инде. Күптәрен үҙ итеп тә өлгөргәндәр. Яратҡан конкурсанттарының сығышын ҡарарға килеүселәр ҙә зал тулы бит. Әйткәндәй, күптән халыҡтың концертҡа был тиклем эркелешеп килгәнен күргәнем юҡ ине әле. Ә бында кемдәрҙер хатта билет юҡлыҡтан ҡайтып китергә лә мәжбүр булды. Кемдер концертҡа ял итеү өсөн генә килһә, икенселәре сәхнәләге дуҫтары, туғандары менән уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға теләгән. Араларында «Гәлсәр һандуғас»тың ысын патриоттары ла бар. Ун йыл рәттән бер генә концертты ла ҡалдырмай ҡырмыҫҡалынан уҡ килеп йөрөүсе Миңниә апай Йосопова – шундайҙарҙың береһе. Ул үҙе Ғафури районынан икән, Земфира Байбулдина менән Фәрүәз Урманшиндың яҡташы. «Фәрүәздең йырлауын айырыуса ныҡ яратам. Ул сәхнәгә сыҡҡанда һәр хәрәкәтенә йотлоғоп ҡарап ултырам, Хоҙай уға ярҙам итһен ине, тип теләктәр теләйем. Йәш йырсыларҙы ла яратып тыңлайым. Әле күптән түгел генә «Тамыр»ҙа балҡыған бәләкәстәр ни арала үҫеп етеп, «Гәлсәр һандуғас»ҡа килергә өлгөргән?» – ти Миңниә апай. Ул концертҡа килеп, яңы йырҙар ҙа отоп ҡайта икән. Әле лә кассеталар, дискылар һатып алған. «Ауылға ҡайтып, Яңы йылда яңы йырҙар йырлайбыҙ шулай йыл һайын. Йыр-моң тыңлап йәшәгәндә, булған проблемалар ҙа онотолоп торғандай», – ти ул.
«Гәлсәр»ҙәрҙең йыл буйы иң тулҡынланып көткән байрамы аҙағына яҡынлашты. Лауреаттарҙы ла билдәләргә ваҡыт етте. Быйылғы конкурсанттарға алты гәлсәр һандуғас һыны тапшырылды. Ян Лира «Асыш» номинацияһын алды. Әбйәлил егете Айрат Зиннәтов, иң йәш башҡарыусы булыуына ҡарамаҫтан, үҙен сәхнәлә бик иркен тота. «Йылмай, иркәм» тигән йыры менән тамашасыларҙы әсир итте лә ҡуйҙы. Йырлап бөтөү менән егеткә бик күп гөлләмә, көслө алҡыштар яуҙы ғына. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһының тап уға бирелеүе осраҡлы түгел. Концертта халыҡ йырын башҡарыусы берҙән-бер конкурсант Зилиә Бәхтиеваны ла бик яратты тамашасылар, күмәкләшеп «Афарин!» ҡысҡырҙы. Ул Айҙар Рәҡипов, Заһир Хызыров һәм Тимур Рамаҙанов менән бергә «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды.
Йыл композиторы тип Риф Арыҫлан билдәләнде. «Таныш моңдар, танһыҡ тауыштар» номинацияһында Роза Аҡкучукова, башҡорт йыр сәнғәтендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн Нәзифә ҡадирова гәлсәр һындар менән бүләкләнде.
Дүрт сәғәттән ашыу барған тамаша быйылғы конкурсты йомғаҡлап ҡуйҙы. Әммә яратҡан йырсыларығыҙ менән Яңы йыл төнөндә «зәңгәр экран»дар аша тағы ла бер тапҡыр осраша аласаҡһығыҙ.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ
фотолары.