«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Яҙмыш шәме уның – Салауат!»



15.06.2017 «Яҙмыш шәме уның – Салауат!»

«Яҙмыш шәме уның – Салауат!»
«Юлдаш» радиоһының әҙәби-мәҙәни тапшырыуҙарының береһе – «Китап донъяһы». Милләтте шәхестәр күтәрә, тигәндәй, тапшырыу­ҙарыбыҙҙың береһе милли батырыбыҙ Салауатҡа арналған китаптар хаҡында. Салауат халыҡ хәтерендә. Яуыз көстәр уны Уралынан айырған, аяҡ-ҡулына бығау һалған, ләкин рухын бығаулай алмаған.

XVIII быуатта Рәсәйҙә Екатерина II пугачевсылар исемен телгә алыуҙы ҡәтғи тыйып, манифест сығара. Яҙыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Эйе, илдә күҙҙәр йомоҡ, телдәр ҡыҫҡа саҡтар байтаҡҡа һуҙыла… Шуға ла милли геройыбыҙ хаҡындағы китаптар сит илдәрҙә донъя күрә башлай. Мәҫәлән, 1784 йылда Германияның Һалле ҡалаһында немец телендә ике томлыҡ китап сыға. Бынан тыш, 1799 йылда Францияла, Парижда, «Петр III тарихы» тигән ҡалын китап баҫыла. Том-том китаптар шул замандағы ил батшаһы хаҡында булғас, әлбиттә, Пугачев һәм Салауаттың исемдәре ситтә ҡалмай. Уларҙың хәрби эшмәкәрлеге ярайһы тулы яҡтыртыла. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, XIX быуатта Рәсәйҙең бөйөк шәхесе А. Пушкин “Пугачев тарихы” китабының 6-сы бүлеген тик Юлай менән Салауаттың эшмәкәрлегенә арнай. Шуныһы йәл, Салауаттың шағир икәнен белмәй ул… Һуңынан, аҙ тиражлы булһа ла, фәнни сығанаҡтар ҙа ишәйә. Мәҫәлән, 1894 йылда Ҡазанда Р. Игнатьевтың, бынан тыш, төрлө авторҙың 50-ләп китабында батырыбыҙҙың яҙмышы яҡтыртыла…
Милли батырыбыҙ һәм сәсән шағир Салауат Юлай улының тормош юлын, хәрби эшмәкәрлеген, ижадын иң төплө өйрәнгән ғалим – Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев. “Яҙмыш шәме уның – Салауат!” – ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев. Ғалим-яҙыусы “Салауат Юлаев. Энциклопедия” тигән фундаменталь хеҙмәтте әҙерләүҙә һәм сығарыуҙа ла күп көс түкте.
“Китап донъяһы” тапшырыуында Мирас ағай Иҙелбаев менән ҡыҙыҡлы һәм бай мәғлүмәтле осрашыу көтә. Ул һис кемде битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Ә. МУЛЛАҒОЛОВА,
“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға