«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”



05.06.2017 “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”

“Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”Миәкә ҡыҙы Асия Шаһмина “Һылыуҡай” бәйгеһендә башланған ижад юлын уңышлы дауам итә

“Ҡояш нуры” тиер инем уның хаҡында. Гел генә йылмайып йөрөүе менән әсир иткән Миәкә һылыуы Асия ШАһМИНА кешеләргә тик яҡшы кәйеф тарата. “Тамыр” студияһы журналисы, сценарист, йырсы, уңған ҡатын, изге йөрәкле әсә – уның булмышына күп яҡлы ҡатын-ҡыҙ асылы һеңгән.
Бөгөн был гүзәл зат менән “Йәшлек” уҡыусыларын яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Асия, беҙ һинең менән иң тәүҙә “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы аша таныштыҡ. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы ғәҙел рәүештә һиңә тапшырылды. Ул ваҡиға күңелеңдә нисек уйылып ҡалды?

– 10-сы класта уҡып йөрөгән сағым ине, ни бары 15 йәштәмен. Мәктәп директоры ҡушыуы буйынса райондың гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаштым. Өфөләге һайлап алыу турын үтеп, республика конкурсының финалына сыҡҡанымды балалыҡ менән аңламай ҙа ҡалдым шикелле. Ике аҙна буйына бейеү, вокал, подиум хореографияһы һәм башҡа дәрестәр алып, ҙур конкурсҡа әҙерлек барҙы. Минең өсөн иң ауыры бейеү менән ныҡлап шөғөлләнгән Ғәлиә Вахитова, Эльвира Мулла­ғолова, Юлиә Ҡаҙаҡбаева менән бер рәттән сығыш яһау булғандыр. Уларҙан һис кенә ла ҡалышҡым килмәй. Ә визиткамды шиғыр формаһында үҙем яҙҙым, ижади конкурста ла һынатманым. Үҙемдән бер нисә йәшкә олораҡ ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таба алмай йонсоуым, һәр көн иртә менән тороп репетицияларға йөрөү, ауылды һағынып илау, тәүге косметика һатып алыу – быларҙың барыһы ла йылы бер хәтирә генә. Көтөп алған конкурс көнө йүгерештән башланды. Музыка, сәхнә шаршауы асыла, беҙ – ун ике һылыуҡай, грек алиһәләре булып, подиумда әйләнәбеҙ. Күҙ ҡамашырлыҡ сағыу яҡтылыҡ, ә уның аръяғында – шығырым тулы тамаша залы! Беренсе конкурс тамамланыуға тулҡынланыуым бер аҙ баҫыл­ғандай булды. Бейеү, таҡмаҡтар йырлау, киске күлдәктәр күрһәтеү бер тында үтеп тә китте. Ижади конкурста сәхнәгә сиған ҡыҙҙары булып сыҡтыҡ. Мин залға төшөп, тамашасыларҙың ҡулдарына ҡарап киләсәктәрен һөйләп бирергә лә өлгөрҙөм. Йылмайһам, тамашасы ла йылмая, һораһам – яуап бирә. Бына шулай булды тамашасы менән тәүге тапҡыр бәйләнешкә инеүем. Бәйге барышында режиссер Линара Рауил ҡыҙы Таһированың: “Балаҡай, һине бит сәнғәт институтының театр факультеты көтә!” – тиеүе минең өсөн киләсәккә маяҡ булып тойолдо.

– Ә һиндә матурлыҡҡа ынтылыш, сәхнәгә тартылыу ҡасандан бар ине?

– Беренсе тапҡыр йыр буйынса район конкурсында еңеү яулағанда миңә биш йәш ине. Бәләкәйҙән ижад мөхитен күреп, йырҙар тыңлап үҫтем. Атайым бик моңло итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыр ине. Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков, Мәүлитбай Ғәйнетдиновтың йырҙары, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡурай моңдары магнитофон аша гел яңғырап торҙо. Матурлыҡҡа килгәндә, бер ваҡытта ла сәхнәлә артыҡ матур булырға тырышманым. Уҡытыусым Таңсулпан Бабичева: “Сәхнәгә сыҡҡас та тышҡы матурлыҡ тураһында онотоғоҙ”, – тип өйрәтте. Тормошта ла тәбиғи матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем, эш буйынса һәр саҡ яҡшы ҡиәфәттә булыу мөһим һанал­һа ла, яһалмалылыҡтан баш тартырға тырышам.

– Һин “Тамыр”ҙың иң алсаҡ, мөләйем, ихлас “апай”ҙарының береһе. Унда эш башлау нисек булды? Телевидениела үҙ тамашасыңды табыуы ауырмы?
– Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандың икенсе көнөнә мине “Тамыр” балалар телеканалына “Сәңгелдәк” тапшырыуын алып барырға эшкә саҡыр­ҙылар. Баҡтиһәң, Линара Рауил ҡыҙы: “Ул булдыра ала”, – тип, мине Гөлназ Ҡолһаринаға тәҡдим иткән икән. Балалар менән кадрҙа эшләү, камера алдында аралашыу тәүге көндәрҙән үк еңел бирелде. Әгәр ҙә эшегеҙ һеҙгә ауыр тойола икән, тимәк, ул һеҙҙеке түгел, тип әйтәләр бит. Миңә Аллаһы Тәғәлә эштең иң яҡшыһын биргәндер, тим. Балалар яһалмалылыҡты шунда уҡ тоя, улар менән нисек барһың, шулай булырға кәрәк. Тәүге тапшырыуҙарҙы төшөргәндә режиссер Ләйсән Сол­танғолованың камера алдында ултырырға, үҙеңде нисек тоторға өйрәтеүен хәтерләйем. Тәжрибә туплағас, “Байтус”, “Зеркальце”, “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарына үҙем дә сценарийҙар яҙа башланым. Әлеге мәлдә “Ал да гөл” тапшырыуында ең һыҙғанып эшләп йөрөйөм.

– Бөгөн эстрада көмбәҙе төрлө кимәлдәге “йондоҙ” менән тулы. Һин, йырсы булараҡ, улар араһында юғалып ҡалыуҙан ҡурҡмайһыңмы?

– Сәнғәткә ғашиҡ кеше булараҡ, эстрадаға ла битараф түгелмен. Студент йылдарында уҡ үҙем төҙөгән “Һылыуҡай” төркөмө менән төрлө концерттарҙа ҡатнаштыҡ. Үҙем дә йырҙар ижад итәм, йырлайым. 2015 йылда яңы һулыш алған “Гәлсәр һандуғас” проектында ҡатнашып, үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Үҙемде бер кем менән дә йәнәш йәки өҫтөн ҡуймайым. Һәр йырсының үҙ тыңлаусыһы бар. Миңә әлеге ваҡытта концерттар ойоштороу, продюсерлыҡ, төрлө сараға сценарийҙар яҙыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ тойола. “Йәшлек-шоу” фестивале, “Гәлсәр һандуғас” конкурсы һәм күп кенә йәш йырсының концертына сценарий яҙҙым.
Ә йыр сәнғәтендә миңә һәр ваҡыт урын табылыр, тип уйлайым. Башҡарыу оҫталығын арттырырға, ижад офоҡтарын киңәйтергә, яңы йырҙар ижад итергә, талантлы шағир­ҙар, композиторҙар менән эшләргә теләгем бик ҙур. Шулай уҡ мине халыҡ йырҙары ла ылыҡтыра.

– Ижад, эш менән ғаилә мәшәҡәттәре онотолмаймы? Тормош юлдашың һинең билдәле шәхес булыуыңа ҡаршы килмәнеме?

– Онотолоп киткән ваҡыттар ҙа юҡ түгел (көлә – авт.). Телевидение ул шул тиклем ылыҡтыра, был өлкәгә тормошон арнаған ҡайһы бер тәжрибәле өлкән апайҙар беҙҙе: “Ҡыҙҙар, йәшәргә лә онотмағыҙ”, – тип иҫкәртеп тә ала. Һәр бер нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Ирем Динар эшемде яратыуыма, билдәле шәхес булыуыма ыңғай ҡарай. Дуҫлашып йөрөгән ваҡытта уҡ сәнғәт кешеһе икәнемде белде. Танышыуыбыҙ ҙа сәхнә менән бәйле: ул мине курсташтарым менән филармония сәхнәһендә концерт ҡуйғанда күргән. Был хаҡта ул һуңынан ғына әйтте. Сығарылыш курсында һәр диплом концертына, спектаклгә йөрөнө, бер ваҡытта ла сәскәһеҙ килмәй ине. Әле лә, сәскә яратҡанымды белеп, сәбәпһеҙ ҙә гөлләмәләр бүләк итеп тора. Ул – Өфө егете, төҙөлөш компанияһында инженер булып эшләй. Улыбыҙ Асҡарға алты йәш.

– Ә ял көндәрең нисек үтә? Ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарың бар?

– Ял көндәрен төрлөсә үткәрергә тырышам. Үҙебеҙ аралашҡан дуҫтар менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү, ауылға ҡайтып, рәхәтләнеп мунса инеү йәки өйҙә ғаилә мәшәҡәттәре менән булыу, киноға, театрҙар­ға йөрөү – варианттар бик күп. Иң мөһиме – был вариант ғаиләлә һәр кешенең күңеленә хуш килергә тейеш. Ялды матур һәм файҙалы үткәреүҙе хуп күрәм. Һуңғы ваҡыттарҙа капкейк, торт, кейкпопс һәм башҡа тәмлекәстәр бешереү менән мауығам.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

“Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға