«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Заман медицинаһы замансамы?



23.04.2017 Заман медицинаһы замансамы?

Заман  медицинаһы замансамы?
– Ни өсөн һеҙгә дүртәр аҙна яҙыла алмай­ҙар?
– Сөнки, кеше күп, был ваҡыт эсендә өлгөрмәйҙәр. Ә… һеҙ нимә… мине яҙҙыраһығыҙмы ни?
– Мин иҫкәрттем. Ҡайҙан икәнемде лә, яҙҙырғанымды ла.
– Миңә нисек дөрөҫ итеп әйтергә, уйлап алырға кәрәк.
Трубканы ташлайҙар. Өфө поликлиникаларының береһендә мөдир үҙен тап шулай тота. Ә клиникаға яҙылыу өсөн көнөнә 15 минут ваҡыт бирелә. Тапшырыу геройы унда бер ай эләгә алмай.
Икенсе геройым – Ғәлиә, тән температураһы 39 градусҡа күтәрелгәс, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә шылтырата, дежур табип менән тоташтыралар. Табип ике парацетамол, бер аспирин ҡабул итергә кәңәш итә. Сирле: “Һеҙ бит минең диагнозымды белмәй­һегеҙ”, – тигәс, аҡ халатлы: “Йәш кенәһең, интернеттан ҡарап үҙеңә диагноз ҡуйып, нисек дауаланырға икәнен белмәй­һеңме әллә!” – тип әрләп ташлай.
“Махсус репортаж”дың сираттағы сығарылышы заман медицинаһының ошондай проблемаларына арналды.
Ғөмүмән, көндәлек тормоштағы мәсьәләләргә ҡарата геройҙар тура, ҡыйыу фекерен еткерә. Уларға эксперттар аңлатма бирә, бәхәсләшә. Мәҫәлән, Салауат ҡа­лаһында профилле белгестәр юҡ, әммә 500 һум аҡсаң бар икән, “һә” тигәнсе табыла. Уларҙың күбеһе бушлай хеҙмәтләндереүҙән түләүлегә күсеп бөткән. Һәм, ғөмүмән, бер үк табиптың ярты көн түләүле, ярты көн дәүләт дауаханаһында ҡабул итеүе күптәргә оҡшап етмәй.
Әммә халыҡтың иң ныҡ үҙәгенә үткәне – дауаханаларҙағы сират һәм регистра­туралар­ҙағы тупаҫлыҡ. Яңы закон буйынса, регистратурала тороусының медрегистратор тигән танытмаһы булырға тейеш. Йыш ҡына медицина учреждениелары “мед” тигән һүҙҙе алып ташлай ҙа, үҙҙәрен яуап­лылыҡтан бушата. Һәм асыҡ регистратура тигәне лә быялаларҙы алып ташлауға ҡайтып ҡала.
Һине теләр-теләмәҫ кенә ҡабул иткән теркәү урынынан китеп, сираттағы тамуҡ күперен үтергә йыйынаһың – теләр-теләмәҫ кенә ҡабул иткән табипҡа сиратҡа баҫаһың. Алдан яҙылыумы ни, ул сират үтәлмәй, уны боҙоп инеүселәр етерлек, икенсенән, табип аңлатыуынса, һәр бер кешегә 15 минут ваҡыт бирелә икән, оло кеше саҡ инеп, сисенеп ултырыуға ул ваҡыт үтеп тә китә. Өлгөрмәйҙәр. Шулай булғас, бер клиенттың обрез тотоп табипҡа ташланыуы ғәжәпме ни?!
Ғәҙәттә, тапшырыуҙа төрлө яҡлы фекер бирелә, белгестәр төплө мәғлүмәт еткерә. Төп бәлә финанслауҙың наҡыҫ булыуындамы, муниципалитеттарҙағы медицина учреждениеларының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына түгел, район хакимиәтенә буйһоноуындамы, кадрҙар етмәүҙәме? Эксперттар әйтеүенсә, дауаханала 2 миллион һумлыҡ ҡорамалдар тик тора, ә эшләтер өсөн өҫтәмә ҡулланмаларға 300 мең һумлап аҡса кәрәк, уларға аҡса ҡаралмаған, йә заманса ҡорамалдарҙа эшләй белгән кадрҙар етмәй. Һорауҙар күп.
Обрез тигәндән, йәнә бер “Махсус репортаж” пневматик ҡорал йөрөтөүселәргә арналды. Төп сюжетта – тәҙрәнән “пневматика”нан атып, кешене яралаған ир-егет менән участка полиция хеҙмәткәренең әңгәмәһе. Һәм ҡала буйлап ҙур аҡса ташыған, шуға ла “пневматика” йөрөткән Илгиз исемле егеттең ҡорал төрҙәре һәм уның менән нисек ҡулланыуы тураһында асыҡ интервьюһы.
Апрелдә “Махсус репортаж” заман эстрадаһындағы ҡайһы бер йылғыр “йырсыларҙы” арыу ғына һелкетеп, саңын ҡағып аласаҡ. Беҙҙең темалар асыҡ һәм актуаль, уларҙы уртаға һалып һөйләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә битараф ҡалмағыҙ.

Гүзәл СИТДИҠОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға