18.04.2017 "Иләү"
“Юлдаш” радиоһында аҙнаһына биш тапҡыр эфирға сыҡҡан “Иләү” – балаларҙың күп һорауына яуап биреүсе, донъяны танып-белергә өйрәтеүсе тапшырыу, үҙенә күрә бер энциклопедия ул. Алынған теманы асып ҡына ҡалмай, хатта әкиәт, шиғырҙар менән дә нығытып, баланың хәтеренә һалып ҡуя. Шулай уҡ әкиәттәр, шиғырҙар һөйләргә, йырларға оҫта балалар була. Уларҙы саҡырып, “Тәтелдәйҙәр “Иләү”е тигән махсус тапшырыуҙар ҙа яҙҙырабыҙ. Ата-әсәләр бик теләп алып килә тәтелдәктәрен.
Тапшырыуға килгән балалар ҡайһы ваҡыт ҡыҙыҡ ҡына хәбәрҙәр һөйләп йә көлдөрә, йә аптырата. Мин шуларҙы яҙып барам һәм ҡайһы берҙәрен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм. Мәҫәлән, 6 йәшлек Рамазан Ишкинин исемле малайҙы, тапшырыуҙы яҙҙырғандан һуң, балалар баҡсаһына алып китеп барам. Тышта һалҡынайтып ебәргән. Мин: “Уф, һыуытып ебәргән икән”, – тинем. Ул миңә: “Дөмбөрләтеп ямғыр яуырға уйлай”, – тип яуап бирҙе. Ә 3 йәшлек Сулпан Ғәлиуллина исемле ҡыҙыҡай: “Беҙгә малай сестренка кәрәк”, – тине. 5 йәшлек Наҙгөл Шәрәфетдинова сәтләүектәр тураһында “Иләү”гә яҙылды. Аҙаҡ үҙенән, тыңланыңмы радионан, тип һорағас: “Бөтәһе лә тыңланы: өләсәйемдәр, Айнур ағайым телефонға яҙҙырҙы, бөтәһе лә көлдөләр. Һәйбәт булды”, – тип һығымта яһап ҡуйҙы.
4 йәшлек Айзель Әҙелбаева һөйләй: “Миңә (дүрт бармағын күрһәтә) йәш, Йософҡа (ике бармағын күрһәтә) йәш, ә Ибраһимға бер нисә йәш тә түгел. Ул яңы тыуған”. Бер көндө аяғы бысранған. Аяғыңды кем бысратты, тип һорағас, үҙем түгел, туфлийым бысратты, тине.
Айзель әсәһе менән “Сәңгелдәк” тапшырыуына төшөргә килде. Әсәһе – Лилиә Дауытова тапшырыуҙа алып барыусы булып төшә. Үҙҙәре менән 4 айлыҡ Ибраһимды ла алып килгәндәр. Балаларын “Тамыр”ҙа ҡалдырып, Лилиә үҙе гримға барырға йыйынды: “Айзель ҡыҙым, бәпесте ҡара”, – тине. Лилиә гримға китте, Ибраһим тыныс ҡына коляскала ята. Ниндәйҙер йомош артынан Айзель менән кабинеттан сығырға кәрәк ине. Айзель алдан сыҡты ла: “Бәпесте ҡара!” – тип ишекте шап итеп минең танау төбөндә генә ябып ҡуйҙы. Шулай итеп, мин бүлмәлә бәпес ҡараусы булып ҡалдым.
Йософ Әҙелбаев (3 йәш) әсәһе менән магазинға барып килде лә: “Әҫәйем ҫикалат алды. Кем эҫләмәй, ҫул аҫамай!” – тип һөрән һалды.
Бәләкәй ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың һөйләшеүен тыңлап, уларҙың күп нәмәне ябай һәм тапҡыр тел менән шул тиклем дөрөҫ аңлата алыуына йыш ҡына хайран ҡалам. Балаларҙың күңел күҙе үткер булалыр, күрәһең.
Зөлфиә ДАЯНОВА.