13.04.2017 Ижадлы һөйөү
йәки Рәхимовтар йылдар иҫәбен юғалтҡан
Һөйөү – ике йөрәктең күренмәҫ нурҙар менән бер-береһенә берегеүе ул. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан кешеләр шул нурҙарҙан хистәргә сума, уларҙа йәшәү мәғәнәһе арта, тормоштары тағы ла матурлана төшә. Ваҡыт был хистәрҙең ныҡлығын, ихласлығын төрлөсә һынай. Уларҙы үтә алмағандар айырылыуға дусар булһа, хистәрен һаҡлай алғандар иһә мәңгелеккә йәр булып ҡауыша. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар – тап шундай мәңгелеккә йәрәшкән матур парҙарҙың береһе.
Улар 1987 йылда, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға килгәс, таныша. Имтихандар ваҡытында уҡ бер-береһенә иғтибар иткән йәштәр уҡыу башланғас яҡын дуҫтарға әүерелә. Бала саҡтан малайҙар менән уйнап үҫкән ҡыҙ студент йылдарында башлыса егеттәр менән аралаша. Дуҫлыҡ бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә ысын мөхәббәт хисенә әүерелә. Әйтергә кәрәк, уларҙың курсында Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, Айгөл һәм Рәсүл Ҡарабулатовтар, Зилә һәм Алмас Сәйетовтар ғаиләләренә лә нигеҙ һалынған. Тик уларҙан айырмалы рәүештә, Илһам менән Физәлиә ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Егет Грузияла әрме хеҙмәтен үтеп ҡайта. Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн уҡытылған махсус курс булһа ла, ҡулына диплом алғас, яңы асылған Стәрлетамаҡ театрына юллана. Дүрт йыл параллель рәүештә ҡаланың бейеү театрында ла сығыш яһай.
Ә Физәлиә студент йылдарынан уҡ күмәк сәхнәләрҙә уйнап йөрөгән академтеатрҙа эш башлай. Был йылдарҙа Илһамға ике ҡала араһын байтаҡ тапарға тура килә. Һамар ҡалаһындағы оҙайлы гастролдән һуң айырым йәшәүҙән ялҡҡан, һағыныуҙан ғазапланған егет ҡыҙға ғаилә ҡорорға тәҡдим яһай. 1993 йылдың июлендә Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондарында шаулап-гөрләп туй үтә. Тормош юлдашын яҡын күргән, яратҡан туғаныңа оҡшатып һайлайһың, тигәндәре хаҡтыр ул. Илһамды күптәр Физәлиәнең Фирғәт ағаһына оҡшата, хатта никах тантанаһына бөтә ауыл халҡы уларҙың оҡшашлығын күрергә мәҙәниәт йортона килә. Йәш киленде лә Зиләрә исемле бикәсе менән бутаған осраҡтар була.
Кемдәргәлер күптәр өсөн хыял булған, республиканың төп театрынан китеү ахмаҡлыҡ кеүек күренһә лә, Физәлиә был аҙымына һис кенә лә үкенмәй. Берҙән, яратҡан кешең менән бергә донъя көтөү оло бәхет булһа, икенсенән, Стәрлетамаҡ та йәш актрисаны ҡолас йәйеп, яратып ҡаршы ала. Рәхимовтар бер-бер артлы Ҡол-Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө” (Хазина менән Йәмил), Ибраһим Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары”(Майя менән Кохан), Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” (Тәнзилә һәм Боғанур), Нәжиб Иҫәнбәттең “Һижрәт” (Зөһрә менән Качкинский), Кришан Чандрҙың “Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ” (Лачи һәм Гулям) спектаклдәрендә төрлө характерҙағы образдарҙы сәхнәгә сығара. Шул уҡ ваҡытта уларға башҡа спектаклдәрҙә икенсе партнерҙар менән дә мөхәббәт хистәрен уйнарға тура килә. Йәш ғаиләгә улдары тыуғас та торлаҡ бирелә.
– Психологтар ғаилә проблемалары тураһында һөйләгәндә өс, биш йәки ун йылдан һуң була торған көрсөк тураһында әйтеп үтә. Имеш, шул мәлдәрҙә ғаиләгә айырылыу ҡурҡынысы янай. Беҙ, ижад һәм балалар менән ҡайнап йәшәп, ул мәлдәрҙең генә түгел, ә тотош 24 йылдың үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ, – тип көлә Физәлиә. – Сабыр була белһәң, ғаиләгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Илһам, өндәшмәһәң – үтә ул, тигән принцип менән йәшәй. Мин ҡыҙып киткән саҡта ла, сабыр була белгән кеше булғас, оҙаҡҡа дауам итә алмайым. Иремдең ошо матур холҡо менән тормошобоҙ ҙа матур дауам итә.
Рәхимовтар – Стәрлетамаҡ театры тарихына, Илшат Йомағолов, Ғәлиндар, Бакировтар, Гөлдәр Ильясова кеүек шәхестәр менән бер рәттән, тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индергән шәхестәр. Һәм улар бының менән ғорурлана, яуланған данға тап төшөрмәй, бөгөн дә сәхнәгә хеҙмәт итә. Ә ижадтан тыш үткән ваҡыттарының төп өлөшө ғаилә ҡиммәттәрен күтәреүгә арнала. Икеһе лә бишәр бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫкәс, туғандары күп һәм үҙ-ара татыу йәшәйҙәр. Йәйге ялдарының яртыһы – Стәрлебашта, яртыһы Әбйәлилдә үтә. Туғандар менән аралашып йәшәү, ауыр һәм шатлыҡлы мәлдәрҙе бергә үткәреү күңелде байыта, ти улар. Һәр миҙгелдә була торған эштәр ҙә күмәк көс менән башҡарыла. Физәлиәнең аш-һыу әҙерләү буйынса ла таланты иҫ китерлек икән. Был турала Илһам, сәғәттәр буйы һөйләй алам, тине. Байрам табындарына ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла буҙа, бишбармаҡ, тултырма кеүек милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелә Рәхимовтар ғаиләһендә. Магазин ярымфабрикаттары бөтөнләй һатып алынмай. Хатта уларҙың өҫтәлендә һут та булмай, сөнки йәй миҙгелендә йылға етерлек компот әҙерләнә.
“Күңелле йәшәйбеҙ” проекты, “Бәхет ҡошо” сериалы буйынса таныш булған Юлдаш менән Алһыу – ошо матур ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиһәләр ҙә, Рәхимовтарҙың улдары Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Ә 10-сы класта уҡыған Алһыу киләсәктә компьютер белгесе булырға хыяллана.
Бына шулай ябай, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ бер матурлыҡ менән дауам итә Рәхимовтарҙың мөхәббәт тарихы. Уның аҙағы юҡ, сөнки һөйөү хисе үҙе лә, мәңгелек ҡиммәттәр кеүек, сикһеҙ дауам итә. Ике ижадсы ошо хискә күмелеп, илһамланып йәшәй, ижад итә. Уларҙың сәхнәләге һөйөүе лә, тормоштары ла башҡалар күңелен сафландырырлыҡ көскә эйә.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.