18.12.2010 «Йырым булһын бүләгем!» тура эфирҙа сыға
Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай... Ә йыр ҡотлауҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Яңы йыл алдынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө һеҙҙе яңыртылған программа менән һөйөндөрмәксе – тура эфирҙа барасаҡ ике сәғәтлек тапшырыу ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ҡотлау өсөн яңы мөмкинлектәр бүләк итәсәк.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының хаттар бүлегендә ҡабул ителгән музыкаль ҡотлауҙарҙан тыш, һәр шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге сәғәт һигеҙҙән унға тиклем 8 -809-347-23-25 телефонына шылтыратып, ҡайнар сәләмдәрегеҙҙе үҙ тауышығыҙ менән еткерә алаһығыҙ. Шылтыратыу бары стационар телефондарҙан ҡабул ителәсәк. Ә кеҫә телефондарынан ҡыҫҡа хат-сәләмдәр өсөн 2325 һанлы СМС-портал эшләйәсәк. Хәбәрҙәр аҙна дауамында йыйылып, тапшырыу барышында эфирға сығарыла. СМС ебәреүселәр иғтибарына тағы ла шуны өҫтәп үтергә кәрәк: ҡотлауығыҙҙы яҙыр алдынан урыҫ телендә «дарю» һүҙен яҙырға онотмағыҙ. Яҡын киләсәктә ҡотлауҙарҙың интернет аша ла ҡабул ителәсәген белдерергә ашығабыҙ.
Замана сараларын үҙ эсенә алған, ҡайнар сәләмдәргә сорналған, йырлы-моңло, дәртле программаның алып барыусыһы күптәргә таныш Фаягөл Дәүләтйәрова буласаҡ. Беренсе тапшырыу 18 һәм 19 декабрҙә эфирға сыға.
Иртәнге сәғәттәрҙә әйтелгән изге теләктәрҙең тормошҡа ашып, яңғыраған йырҙарҙың яҡындарығыҙ өсөн онотолмаҫ бүләк булырына ышанабыҙ.
Т. АМАНОВ.