16.03.2017 "Өлкәр" балҡышы бер мәл...
Күктең төньяҡ ярымшарында урынлашҡан ойошоп торған йондоҙҙар төркөмө әҙәби телдә өлкәр тип атала. Уның матурлығы ноябрь-ғинуар айҙарында ғына асыҡ күренә. Ә башҡа ваҡытта ул тоноҡлана, йәй айҙарында иһә офоҡтан күренер-күренмәҫ кенә тора.
1993 йылда Учалы сәнғәт училищеһының башҡорт фольклоры бүлегендә белем алған дүрт ҡыҙ, төркөм төҙөп, йырлай башлағас, үҙҙәренә ошо йондоҙло исемде ала. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы ҡыҙы Ләйсән ХӨСНИЯРОВА (бас-гитара, вокал), Белорет районының Абҙаҡ ауылынан Гөлдәр ЙОМАҒОЛОВА (соло-гитара, вокал), Учалы районының Көсөк ауылынан Гөлнара МӘҺӘҘИЕВА (клавиша, вокал) һәм Әбйәлил районының Ҡалмаҡ ауылынан Альбина БАЙРАМҒӘЛИНА (вокал), йәшлек дәрте менән һуғарылып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Альбина БАЙРАМҒӘЛИНА:
– Училищеның 2-се курсында уҡып йөрөгәндә дуҫ егеттәр “Дәүер” тип аталған төркөм ойоштороп, дискотекаларҙа, концерттарҙа сығыш яһай башланы. Беҙ, бер төркөмдә уҡыған дүрт ҡыҙ, уларҙан күрмәксе, бергә сығыш яһарға ҡарар иттек. Ваҡытлыса тип, ҡыҙыҡ өсөн генә башланды ул. Бергә уҡыған Ғәлинур Юламанов – “Умырзая”, ә Марс Латипов “Һылыуға” йырҙарын яҙып бирҙе. Ошо ике йыр менән тәүге тапҡыр төркөм булараҡ сәхнәгә сыҡтыҡ. Исем тураһында әллә ни оҙаҡ уйланманыҡ: ул ваҡытта Учалыла “Өлкәр” тип аталған әҙәби журнал сыға ине, йондоҙ менән бәйле тип, үҙебеҙгә лә ошо исемде алырға булдыҡ. Төркөм булараҡ сығыш яһау идеяһын уҡытыусыларыбыҙ ҙа күтәреп алды. Башҡорт фольклоры бүлеге етәксеһе Гөлдәр Моратова һәм беҙҙең курс кураторы Зөлхизә Ҡолбәйетоваға рәхмәтлебеҙ. Улар сығыш яһау өсөн беҙгә сәхнә костюмдары ла тектерҙе, музыкаль аппаратура менән дә ярҙам итте. Уҡыуыбыҙҙың аҙаҡҡы курстары ижад, йыр һәм ошо мөхиттәге дуҫтар менән аралашып үтте. Беҙ шул аралашыу менән ҡәнәғәт булғанбыҙ, күрәһең, бер ваҡытта ла Өфөгә барырға, ҙур сәхнәне яуларға тигән хыялыбыҙ булманы.
Училищены тамамлаған ҡыҙҙар 1995 йылда юғары белем алыу маҡсатында Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихандар тапшырырға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлдәр конкурстан үтә алмай, тыуған яғына ҡайтып китә. Башҡаса ул төркөм менән бергә сығыш яһамай. Ҡалған ҡыҙҙар, һынауҙы уңышлы үтеп, студенттар исемлегенә инә.
Улар артабан бергә сығыш яһау тураһында уйланмай. Әммә Учалыла “Өлкәр” исемле талантлы төркөм тураһында хәбәрҙар булған Заһир Ҡотлосурин Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторған сираттағы кисәгә саҡырыу өсөн уларҙы эҙләп, дөйөм ятаҡҡа килә. Шул көндән ҡыҙҙарҙың ысын мәғәнәһендә “йондоҙло” мәле башлана. Һәр сарала ҡатнашырға саҡырыуҙар, яңы йырҙар, яңы таныштар, Рәнис Алтынбаев менән берлектә сығарылған “Мәңге дуҫ” альбомы, “Аманат-шоу – 1996” конкурсында лауреат булыу, “Йәшлек-шоу – 1997” фестивалендә ҡатнашыу. Тағы ла билдәле музыкант Руслан Ниғмәтов менән танышыу, “Дуҫым Айрат” йырын яҙҙырыу, “Радио-2” каналы ойошторған хит-парадта еңеү. Һәм ошо йырға Ирәндек Иҙрисовтың диплом эше булған клипты төшөрөү. Училищела бейеү буйынса көслө уҡытыусыларҙа белем алған ҡыҙҙар сәхнәлә матур бейеүҙәре менән дә айырылып тора. Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә йырсы Нәркәс Сиражетдинова, Янбулат Мөхәмәтдинов менән берлектә концерт ойошторола. Ул осорҙа берҙән-бер булған ҡыҙҙар төркөмөнә “Башҡорт “Лицейы” тигән ҡушамат та тағыла. Шулай итеп, ябай, әммә талантлы ҡыҙҙар баш ҡаланы яулай. Артабан тамашасылар уларҙан тағы ла яңы йырҙар, гастролдәр, концерттар көтә. Тик эстрада йыһанында “Өлкәр” башҡаса күренмәй.
Гөлнара МӘҺӘҘИЕВА:
– Һуңғы курста уҡығанда беҙ ныҡлап диплом яҙырға тотондоҡ. Практика үтергә кәрәк ине, сәхнә икенсе планға күсте. Ләйсән менән мин кейәүгә сыҡтыҡ, артабан инде ғаилә мәшәҡәттәре башланды. Икенсенән, 90-сы йылдар аҙағында юҡлыҡ заманы ине. Беҙгә, стипендияға йәшәүсе студенттарға, йыр яҙҙыртыу, сәхнә кейемдәре алыу мөмкин булмай башланы. Вокал бүлегендә уҡымағас, беҙгә йырсы булыу мотлаҡ түгел ине. Уйнап ҡына башлаған эш шулай ҙа биш йыл дауам итте. Йырланыҡ, танылыу яуланды, артабан беҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ бәхетен татыу мөһимерәк булды. Төркөм булараҡ таралһаҡ та, һаман да әхирәттәр булып ҡалабыҙ, аралашып йәшәйбеҙ.
Гөлдәр бөгөн Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, ә Ләйсән Әбйәлил районының Михайловка ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй. Альбина – “Башҡортостан” радиоһында, ә Гөлнара “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалында тауыш режиссеры булып эшләй. Бәхетле әсәйҙәр улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерә, ғаилә усағын һаҡлай.
“Өлкәр”ҙең балҡышы бер мәл генә булһа ла, улар башҡорт эстрадаһында яҡты нур булып үҙ эҙен ҡалдырҙы. Беҙҙең йыр сәнғәтендә киләсәктә уларҙың данын ҡабатлаған ҡыҙҙар төркөмө булырмы?
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Дуҫым Айрат
Дим Мәннән көйө,
Розалия Таһирова һүҙҙәре.
Дуҫтарым йыйылған ерҙә,
Яҙмыштар осрашҡан бер мәлдә
Тыуа йырҙар.
Бары тик хәтирәләрҙә
Йүгереп әйләнеп ҡайталар
Бала саҡтар.
Ҡушымта:
Күҙ алдында нурлы йәйҙәр
Үтә һаман, дуҫым Айрат
Ҙурайыр саҡтарын көтәм.
Артта ҡалды әкиәттәр,
Иң бәхетле сабый саҡтар
Иҫкә төшөп күңелде өтә.
Аҡбуҙат булды болоттар,
Йондоҙҙарҙан яптыҡ беҙ селтәр
Болоттарға.
Күбәләктәр һәм ағастар
Булды һағынып көтөр дуҫтар
Болондарҙа.
Ҡушымта:
Инде көҙҙәр үтеп бара,
Хыялдарым, дуҫым Айрат,
Ҡалдылар ҡайһы туғайҙа?
Үткәндәргә саҡыралар
Етәкләшкән шат балалар,
Донъяларға ғашиҡ был яҙҙар.
Дуҫтарым йыйылған ергә
Яҙмыштар илтмәй һине генә,
Дуҫым Айрат.
Ҡайтмаһа ла бала саҡтар,
Әле бар бит тыуасаҡ йырҙар,
Дуҫым Айрат.
Ҡушымта:
Инде көҙҙәр үтеп бара,
Хыялдарым, дуҫым Айрат,
Ҡалдылар ҡайһы туғайҙа?
Үткәндәргә саҡыралар
Етәкләшкән шат балалар,
Донъяларға ғашиҡ был яҙҙар.
Йондоҙҙар
Янбулат Мөхәмәтдинов көйө,
Гөлнара Мәһәҙиева һүҙҙәре.
Ниндәй матур бөгөнгө төн,
Күктә балҡып яна йондоҙҙар.
Йондоҙҙарҙың сихри нурҙары
Күҙҙәремдә балҡыйҙар.
Бала сағым ямғырҙарҙа,
Иң яҡтыһы – минең янымда.
Аяҙ күгем мәңге булһын
Мөхәббәтем һағында.
Һине тәүге күргән мәлдә лә
Был йондоҙҙар шаһит ине.
Шул тылсымлы мәлдән алып,
Алтыным, һөйәм һине.
Умырзая
Ғәлинур Юламанов көйө һәм шиғыры.
Умырзая сәскә атҡан һайын
Ер йөҙө матурлана.
Сылтырап тамған тамсылар
Яҙ етеүгә шатлана.
Ҡушымта:
Мин һиңә сәскә бүләк итәм,
Бүләк итәм,
Тик яҙ беҙгә һуңламаһын.
Туп-тура төшкән ҡояш нуры
Сағылдыра күҙемде.
Бер йомоп асҡансы күҙемде
Яҙ еткән булһын ине.
Ҡушымта:
Мин яратам һине, һин дә
Шулай яратһаң,
Бәхетле булыр инек.
Умырзая сәскә атҡан һайын
Ер йөҙө матурлана.
Сылтырап тамған тамсылар
Яҙ етеүгә шатлана.
Ҡушымта:
Мин һине шундай һағындым,
Һағындым.
Тик өмөтөм юғалманы.