«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Атайым тураһында һөйләгеҙ



06.03.2017 Атайым тураһында һөйләгеҙ

Атайым тураһында һөйләгеҙ
Атайҙың әйткәндәре һәр ваҡыт хәтерҙә. Бала саҡта аңлап та, баһалап та етмәгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәһең. “Юлдаш” радиоһында өсөнсө йыл рәттән эфирға сыға килгән “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тапшырыуы ла атайҙар васыяты, атай­ҙар аманаты, атайҙар тәрбиәһе тураһында. Беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған, атаһының ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар программа геройҙары итеп һайлана.

“Атайым 5 – 6 йәштәрендә арбаның металл тросынан ҡумыҙ яһай. Ата­һынан гармун алыуын үтенә. Олатайым Абдрахман иһә, улым, ул бит ете бот он хаҡы тора, нисек ҡыш сығырбыҙ һуң, ти. Заһретдиновтар ғаиләһендә ете бала үҫә. Малай ватыҡ гармун табып ала һәм кистәрен уйын ҡоралында уйнарға маташа. Инструмент өн сығара алмай. Әммә атайым көйҙө ишетә. Ул уның күңелендә яңғырай. Ул бәләкәйҙән көтөү көткән. Яланда, теләйһеңме, юҡмы, тәбиғәтте тыңлай һәм ишетә башлайһың”. Шулай тип һөйләй данлыҡлы музыкант Роберт Заһрет­ди­новтың ҡыҙы Айһылыу ханым. “Ата­йым оҙаҡ йылдар Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө башҡорт гимназияһында эшләне. “Йәншишмә” балалар вокаль ансамблен ойоштороуға күп көс һалды. Мин дә ошо мәктәптә белем алдым. Атайымдың уҡыусылар менән нисек шөғөлләнгәне, уларҙы йырларға өйрәткәне әле лә хәтерҙә. Ул йылдарҙа “Йәншишмә” гимназияны танытты, ә гимназия “Йәншишмә”не билдәле итте. Атайым тап ошо осорҙа балалар хоры өсөн байтаҡ әҫәр яҙҙы”, – ти композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың ҡыҙы Әлфиә. “1975 йылда беҙ Өфөгә күстек. Атайым Профсоюздарҙың өлкә советында эшләй башланы. Ситтән тороп Санкт-Петербургтағы Юғары мәҙәниәт мәктәбен тамамланы. 1990 йылда ул Башҡортостан радиоһына эшкә урынлашты. Тауыш режиссеры булараҡ, атайым радиола көн һайын кешеләрҙе яҙҙыра. Йырсылар, шағирҙар, музыканттар һәм композиторҙар менән таныша”. Был инде һәүәҫкәр композитор Феликс Әбдрәшитовтың ҡыҙы Айгөлдөң иҫтәлектәре.
“Минең атайым – Ғилман Иҙрисов. Бәлки, был исемде хәтерләй алмаусылар ҙа булыр?! Әммә атайымдың ҡайһы бер йырҙарын атау менән уны иҫләр­ҙәр. “Һағыныу йыры”, “Һиңә килдем, иркәм”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа”. Ул – бер нисә быуын яратып йырлаған йырҙарҙың авторы”. Был – шағир Ғилман Иҙрисовтың улы Иҙел һөйләгәндәрҙән.
Һәр геройҙың тормошо – бөйөк тарих. Фәһем дә, ғибрәт тә, үкенес тә, һағыш та бар унда. Һәр бер бала үҙ атаһының исемен ғорурланып телгә ала. Аталарының исемен мәңгеләштереү эше менән шөғөлләнгәндәр бар. Мәҫәлән, Айһылыу Заһретдинова ғәзиз кешеһе хаҡында төшөрөлә башлаған фильмды тамамлап, экранға сығарыу, халыҡ-ара кимәлдә ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсын ойоштороу теләге менән яна. Беҙҙең дә маҡсатыбыҙ – халҡыбыҙҙың мәшһүр улдарын оно­тмау, оноттормау.
“Атайым тураһында һөйләгеҙ” проектын ғаиләгеҙ менән тыңлай алаһығыҙ. Ул туған телгә, илгә, ергә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итер. Март айы сығарылышы танылған шағирҙарыбыҙҙың береһе – Тимер Йосоповҡа бағышланыр. Шулай уҡ атаҡлы опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов тураһында ла тапшырыу әҙерләү ниәте бар.
Бөтә сығарылыштарҙы беҙҙең рәс­ми сайтта таба алаһығыҙ: юлдашфм.рф
Йырҙа йырланғанса, әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре һәр ваҡыт хәтерегеҙҙә булһын! Атайҙарыбыҙ хаҡында ғорурланып ҡына һөйләргә яҙһын.
Зөһрә АРСАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға