17.01.2017 “Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
Бына инде күп йылдар “Юлдаш” тулҡындарында “Тамыр” студияһының “Зирәк” уйыны елә һәм йомробаш малай менән ҡыҙҙарға бүләктәрен өләшә.
“Зирәк” радиоуйын булараҡ эфирға 2006 йылдың 23 ғинуарынан сыға. Беренсе алып барыусыһы – Рәзил Гәрәев. Ә 2009 йылдың ғинуарынан башлап уйындың дилбегәһе минең ҡулда. Мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән радиоуйын шишәмбе киске сәғәт һигеҙенсе ун минутта “йәнле” форматта үтә. Зирәк исемен яуларға теләгән һәр бала эфир телефонына шылтыратып, өс һорауға яуап бирергә тейеш. Беренсе һәм икенсеһендә ярҙамға өсөнсө вариант яуап бирелһә, өсөнсө һорауҙа варианттар юҡ.
Һәр аҙна уйын яңы, ҡыҙыҡлы темаларға арнала: тәбиғәт, техника, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм башҡалар. Мәктәп уҡыусылары өсөн бигерәк ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә уйынды балалар һағынып көтөп ала тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Эфир башланыу менән, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән шылтыратыуҙар яуа башлай.
Уйында ҡатнашыусылар араһында балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҙә, уҡыусылар ҙа, хатта өлкән йәштәгеләр ҙә осрай. Һорауҙар күберәк мәктәп уҡыусыларының белеменә нигеҙләнеп ҡорола. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: балалар аралашырға бик ярата. Һорау бирер алдынан мин иң беренсе мәктәптәге эштәре, өй хәлдәре менән ҡыҙыҡһынам. Улар ихлас итеп үҙҙәре хаҡында һөйләй, шатлыҡ-ҡыуаныстары, уңыштары менән уртаҡлаша, борсоған һорауҙарын бирә. Икенсе районда йә ауылда йәшәгән олатай-өләсәйҙәренә сәләм ебәрәләр. “Беҙгә бүләк кәрәкмәй, уйында ҡатнашыу үҙе бер кинәнес”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. Шундай дуҫтарыбыҙ булғанда, артабан да тырышып эшләргә, яңы, ҡыҙыҡлы темаларға мөрәжәғәт итергә теләк ҙур. “Юлдаш”ты тыңлаусы зирәктәр менән осрашыуҙар яңы башланып торған йылда ла күңелле һәм фәһемле булыр, тип өмөтләнәм.
Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ.