11.01.2017 “Мәҙәни майҙан”
Беҙҙең халыҡ йыр-бейеүгә айырыуса маһир моңло халыҡтарҙың береһе. Әммә бөгөн башҡа яҡҡа иҫкән ел, икенсе төрлө үҫеш йүнәлеше, ҡанундар (иҡтисад, баҙар, етеш көнкүреш артынан сабыу) күп осраҡта рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалтыуға, кешенең күңел донъяһы ярлыланыуына, ә милләтебеҙҙе милләт иткән шәхестәребеҙгә ҡарата иғтибар кәмеүгә килтерҙе. Билдәле ижадсыларҙың да эше коммерцияға нигеҙләнде, сараһыҙҙан аҡса эшләүгә ынтылыуға, ошо үлсәмдең алдан йөрөүенә этәргес булды.
Урынһыҙ ҙа, урынлы ла, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә, көткәндә лә, көтмәгәндә лә иғтибарҙы йәлеп итергә тырышҡан, күңел ҡәлғәһенә оялаған, күҙ эсенә инеп барған иғландар иҫәпһеҙ хәҙер. Ә милли мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырған театр тамашалары, концерт залдарының ысын рухи байлыҡ бүләк итер кисәләре, нәфис һүҙ менән таныштырыр әҙәби-шиғри саралар, осрашыуҙар хаҡында ябай тыңлаусының белмәй ҙә ҡалыуы мөмкин.
"Юлдаш" радиоһында көн һайын 7 сәғәт 45 минутта яңғыраған "Мәҙәни майҙан" рубрикаһы рухи байлыҡ көҫәгәндәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып әҙерләнә һәм коммерция булмаған саралар мәғлүмәттәрен яҡтырта. Баш ҡалала, республикала, күрше өлкәләрҙә тәҡдим ителгән тамашалар тураһындағы алхәбәрҙәр менән мәҙәниәт усаҡтары һәм тамашасы араһында күпер һалыуға ла булышлыҡ итә. Рубрикабыҙҙа тыңлаусыбыҙ иғтибарына лайыҡ тип иҫәпләнгән, уның зауығын тәрбиәләгән, рухын байытҡан тамашалар тураһында ғына мәғлүмәт бирелә. Ә был мәҙәниәт усағы коллективына ла яуаплылыҡ өҫтәй, сараның кимәлен дә күтәреүгә булышлыҡ итә, тамашаның бәҫен дә арттыра. Көндәлек сығарылышыбыҙҙың дауамын интернет селтәрендә "Мәҙәни майҙан" төркөмөндә, көнөндә биреп барылған мәғлүмәттәр теҙмәһе рәүешендә лә күрә алаһығыҙ.
Ысын сәнғәт һәм яһалмалыҡ буталған, буш мәғлүмәт күбәйгән, рухи сиктәр юйылған заманда йәшәйбеҙ. Бындай шарттарҙа тамашасының ялын хәстәрләгән, күңел донъяһына матур орлоҡтар һалырға тырышҡан, бушҡа ваҡыт әрәм итеүҙән аралаған сығарылыштарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Нурия КИНЙӘБАЕВА.