13.12.2016 Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
йәки “Юлдаш” йыры” конкурсы ҙур майҙанға саҡыра
Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул – күңелебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, тәбиғәтебеҙҙә. Күптәр, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, матур йырлай, тауыштары иҫ киткес моңло, әммә улар, ғәҙәттә, баҙнатһыҙ була, хыялын күңел түренә йәшерә лә, йәшәй бирә.
Шундай замандаштарыбыҙға "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ҙур хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә, һәүәҫкәрҙәрҙе ҙур майҙанға алып сыға, өр-яңы исемдәр аса. Бының өсөн "Юлдаш" йыры" асыҡ республика конкурсына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусыларҙы билдәләгән "Юлдаш" йыры – 2017" бәйгеһе йәй көнө үк старт алғайны. Маҡсаты – һәләтле үҙешмәкәр йырсыларҙы халыҡҡа сығарыу, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу, композиторҙар һәм йырҙар авторҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаған 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге һәүәҫкәрҙәр, шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡарыуында үҙ яҙмаларын тәҡдим иткән йыр авторҙары саҡырыла.
Бәйге өс этапта бара. Тәүге тур – 1 сентябрҙән 1 мартҡа тиклем, икенсеһе – 1 апрелдән 1 июнгәсә, өсөнсө тур сентябрь, октябрь айҙарында үтә. Унда ҡатнашыу өсөн:
ирекле яҙылған анкета-ғариза;
өс әҫәрҙең фонограммаһы (башҡорт халыҡ йыры, патриотик рухлы әҫәр һәм үҙегеҙ һайлаған йыр) тәҡдим ителә.
Беренсе турҙа ойоштороу комитеты икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләй. Уның һөҙөмтәһе буйынса рәсми жюри ябыҡ ултырышта икенсе турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңлай, ә өсөнсө турҙа һығымталар яһала һәм еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт уҙғарыла. Өсөнсө турға үтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Ойоштороу комитеты ҡарары менән үҙ яҙмалары булмаған башҡарыусыларға "Башҡортостан" дәүләт телерадиостудияһында түләүле нигеҙҙә йыр яҙҙырыу мөмкинлеге бирелә.
Бәйләнеш өсөн телефондар:
(347) 246-81-03, 273-40-87, 295-98-79.
Адрес: 450076, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1,
"Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы.
Электрон адреc: yuldash.2017@yandex.ru
Йыр-моңға ғашиҡтар, һеҙҙе ижад бәйгеһендә көтәбеҙ. Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!