«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Иләү”



06.12.2016 “Иләү”

“Иләү”1989 йылдың 1 июнендә балаларҙы яҡлау көнөндә эфирҙа беренсе "Иләү" тапшырыуы яңғырай. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған "Тамыр" каналына тап шул көндә нигеҙ ташы һалына ла инде. Тәүге "Иләү"ҙә ҡурсаҡ театры артистары Рәмилә Ҡобағошова – күп нәмәне белергә ынтылған Йәшәмеш, Миңлеғаян Сафина – тәрбиәсе Ынйыҡай, Салауат Ишмөхәмәтов – Ыҡ-мыҡ исемле робот-тимерйән ролендә сығыш яһай. Тапшырыуҙың авторы Луиза Фархшатова, режиссеры Альбина Закирова һәм тауыш операторы Рәүфәнә Ҡашҡарова. Ә кескәйҙәр өсөн тапшырыу­ҙың бәләкәй алып барыусылары, тәүге ҡарлуғастары – Флүзә менән Йәлил Фархшатовтар, Айгөл Иҙрисова, Азат Саҙрыев, Лилиә Миндейәрова…
1996 йылда "Тамыр"ға эшкә килгәс, "Иләү"ҙе Гүзәл Борханова, Резеда Миндейәрова, Зөлфиә Туҡаева, Дилара Сөләймәнова (Зарипова), Гөлназ Ҡолһарина, Рәмзиә Зиннурова исемле мөхәррирҙәр әҙерләүен белдем. Улар барыһы ла бала күңелен тәрән аңлаусы талантлы йәштәр була. Ғөмүмән, "Тамыр" мөхәррирҙәренең күпселеге "Иләү" мәктәбен үтте. Гөлнара Хәлфетдинованың тапшырыуҙары бик үҙенсәлекле теле менән айырылды. Шулай уҡ Гөлназ Ишемғолова, Земфира Ханнанова, Гөлфиә Раянова, Рәзилә Салауатова ла ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ижад итте.
Ә үҙем "Иләү"гә Рәмис Моталлапов менән Алмас Йосопов исемле малайҙарҙы йәлеп иттем. Икеһе лә бик тырыш, етди егеттәр. Салауат Күсәев та иҫтә ҡалған. Улым Шамил тыуғас, өс йәше лә тулмаҫ борон тапшырыуҙарға уны ла алдым. Кеше балаһына ҡарағанда үҙ балаң менән эшләү ауырыраҡ икән, сөнки унан гел күберәкте талап итәһең.
"Юлдаш" тулҡындарында донъя күргән, балаларҙың бөтмәҫ һорауҙарына яуап биргән танып-белеү тапшырыуы, үҙенә күрә бер энциклопедия ул "Иләү". Алынған теманы асып ҡына ҡалмай, әкиәт, шиғырҙар менән дә нығытып, баланың хәтеренә һалып ҡуя. Шиғырҙар, әкиәттәр, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр һөйләргә, йырларға оҫта балалар­ҙы саҡырып, "Тәтелдәктәр "Иләүе" тигән махсус тапшырыуҙар ҙа яҙҙырабыҙ.
"Иләү" – бала саҡ иленең әкиәткә, мөғжизәгә бай сағыу тауышлы юлдашы. Радио тулҡындарында уны, кескәйҙәр­ҙән тыш, һәр кис атай-әсәйҙәр ҙә, өләсәй-олатайҙар ҙа көтөп ала.

Зөлфиә Даянова,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға