14.10.2016 “Тормош навигаторы”быҙ һүнмәһен
Тормош тиктормош түгел, ти халыҡ. Ысынлап та, тормош юлынан һәр кемгә үҙ арбаһын тартып барырға тура килә. Бында тапалған ерҙән үтеүселәр ҙә, яңы һуҡмаҡтар ярыусылар ҙа бар. Әммә барыһын да, тормош юлы таҡырыраҡ, арбалар нығыраҡ булһын, тигән ышаныс-өмөттәр берләштерә. Йөктәр ҙә өҫтәлеп тора. Әҙәмдәр араһында юл саттарында баҙап ҡалғандар ҙа, һаҙлыҡҡа батып, арбаһын сығара алмай ултырғандар ҙа, туҡтауһыҙ йөк тартып барыуҙан ялҡып, арба өҫтөнә ултырып, тәгәрмәс тәгәрәгән яҡҡа барғандар ҙа етерлек... Һәр кемдең үҙ ҡиәфәте.
Тәүтормоштағы һымаҡ уҡ, кеше йәшәргә ынтыла. Әлбиттә, хәҙер йәшәргә тырышыу тигән төшөнсә аҙыҡ-түлек табыу, мәмерйәне йылытыуға ҡайтып ҡалмай, һәр замандың – үҙ талабы. Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, ҡанун-нормаларҙы ла теүәл белергә кәрәк. Белем алыу, эш, карьера, ғаилә мөнәсәбәттәре, торлаҡ мәсьәләһе, көндән-көн киңерәк таралған интернет, сәләмәтлек, мутлашыусылар һәм башҡаһы күп тормошобоҙҙа.
"Юлдаш" радиоһында һәр шишәмбе яңғыраған "Тормош сифаты" рубрикаһы ана шундай төрлө даирәгә ҡағылған темаларҙы үҙ эсенә ала. Бында яңы ҡанундарға бәйле мәсьәләләр тикшерелә, тормош-көнкүреш кимәлен күтәрер яңылыҡтар еткерелә, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуға бәйле белгес кәңәштәре яңғырай. Ғөмүмән, тормош боролоштарында юғалып ҡалмаҫ өсөн, замансалап әйткәндә, "тормош навигаторы" тигәнерәк маҡсаттар ҡуйып әҙерләнә рубрикабыҙ. 18 октябрҙә, мәҫәлән, киҙеү, уның быйылғы төрө, һаҡланыу юлдары тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ. Уны 11 сәғәт 15 минутта һәм кис 15 минуттан 9 тула тигәндә тыңлағыҙ.
Һәр шишәмбе радиобыҙ тулҡындарында яңғыраған "Тормош сифаты" сығарылышы тормош юлдарына яңы аяҡ баҫҡандарға, ярайһы тәжрибәле булып та, яңылыҡтар алдында баҙап ҡалғандарға, тыңлаусыларыбыҙҙың һәммәһенә үҙенә күрә бер маяҡ, юл күрһәткесе була алһа, бурысыбыҙ үтәлде, тип әйтә алабыҙ. Тормошобоҙ сифатлы булһын.