«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”



23.09.2016 “Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”

“Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”
"Юлдаш" радиоһы тулҡындарында донъя күргән "Телһөйәр" рубрикаһы туған башҡорт телен яратыусы, үҙ телендә аралашыусы, уны тағы ла нығыраҡ өйрәнергә, тел байлығын арттырырға теләүсе тыңлаусы өсөн әҙерләнә.
Көндәлек тормошта башҡорт телендә аралашҡан, яҙышҡан кеше лә ул байлыҡты үтә лә самалы ҡуллана. Аҡыл эйәләренә тиң зыялыларыбыҙ төҙөгән һүҙлектәрҙә лә туған телебеҙ хазинаһының бик аҙ өлөшө теркәлгән. Ә ни тиклем гүзәл, тәрән, моңло ул беҙҙең тел! Башҡа телдәрҙә булмаған мәғәнәле һүҙҙәре күпме уның! Ә ни тиклем яңғырашлы был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәр тулы­һынса телмәребеҙгә инеп, һөйләшебеҙҙә ҡулланылып, яҙған мәҡәләләребеҙҙә, тапшырыу­ҙарыбыҙҙа яңғыраһасы. Улар­ҙың күбеһе телмәрҙән бөтөнләй төшөп ҡалған, ҡайһылары айырым төбәктәрҙәге һөйләштәрҙә генә осрай йәки иҫкергән иҫәпләнә, онотолғандары ла бар. һуңғы йылдарҙа күп һүҙ телмәребеҙгә кире ҡайтарылды, әлбиттә, руссанан тәржемәләрен ҡуллана башланыҡ. Был исемлекте тағы ла киңәйтеү, тап үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе телмәргә индереү маҡсатында эшләнгән сығарылыштарыбыҙҙа һүҙҙәр аңлатмаһы өсөн З. Ураҡсин етәкселегендә төҙөлгән "Башҡортса-русса һүҙлек" ҡулланыла.
Тапшырыуҙы тыңлап барыусылар үҙҙәре үк, ҡабатлауға бер аҙ ваҡыт бүлгәндә, һүҙҙәр тупланмаһының артыуын, үҙ телен белмәүселәрҙә туған телде өйрәнеү теләге тыуыуын, киң ҡулланышта булмаған, хаҡһыҙ онотол­ған һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүен белдерә.
Һөйләгәндәребеҙ урынлы, телмәребеҙ бай, һүҙебеҙ татлы булһын, милләттәштәр.
"Телһөйәр" рубрикаһын "Юл­даш" тулҡындарында һәр дүшәмбе 9 сәғәт 17 минутта һәм 20 сәғәт 45 минутта тыңлай алаһығыҙ.
“Юлдаш” тәҡдим итә: “Телһөйәр”







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға