«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бер ғаиләлә – дүрт актер



23.09.2016 Бер ғаиләлә – дүрт актер

Бер ғаиләлә – дүрт актерНиңә Эмиль Әмиров атаһы үлгәндә илаған?
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә барған “Һаран”, “Итекле бесәй”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, “Яңғыҙҙар ташы” һәм башҡа спектаклдәрҙә төрлө пландағы ролдәрҙе һынландырып, Эмиль Әмиров талантлы актер икәнен иҫбатланы. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки ул театр мөхитендә тәрбиәләнгән бала, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара һәм халыҡ артисы Алмас Әмировтарҙың улы. Был шәхестәрҙең тормошо һәм ижады хаҡында Эмиль менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Эмиль, билдәле шәхестәрҙең улы булыуы ауырмы? Ғөмүмән, бала сағың нисек үтте?
– Ысынлап та, атай-әсәйем, талантлы кешеләр булараҡ, республикала танылыу яулаған. Минән һәр саҡ улар тураһында һорашалар, сәләм әйтәләр. Был күптән ғәҙәти хәлгә әйләнде һәм әллә ни иғтибар бирмәйем. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, эшҡыуарҙар йәки төҙөүселәр араһында булһам, театрҙың нимә, Алмас менән Гөлнара Әмировтарҙың кем икәнен дә белмәгәндәр осрай. Шуға күрә мине, бәлки, билдәле шәхестәрҙең балаһы, тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер.
Бала сағыма килгәндә, атай-әсәйемдең һүҙҙәре буйынса, йәй көнө оҙайлы гастролдә, әүҙем ижад миҙгелендә төнгә тиклем спектаклдәрҙә йәки репетицияларҙа булыуҙары менән миңә тейешле иғтибар биреп еткермәгәндәр. Әммә, наҙ һәм һөйөүҙән мәхрүм үҫтем, тип әйтә алмайым. Йәйҙәрем ауылда, олатай-өләсәйҙәрҙә үтте. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр тәпәй атлап киткән мәлдә үк улар янында булғанмын. Ә ҡыштың күпселек өлөшө сәхнә артында йәки тамашасы залында үтте. Театрҙың эске донъяһын, пьесаның сәхнәгә сығыу процесын күреп үҫтем.
– Ә һинең актер һөнәрен һайлауыңа улар ҡаршы булманымы? Әллә был атай-әсәйеңдең теләге инеме?
– Юҡ. Әммә гел генә техник белем алырға өндәнеләр. Үҙегеҙ беләһегеҙ, артистарҙың тормошо матди яҡтан әллә ни тәьмин ителмәгән. Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһын тамамлағас (математика класын), парта артында әллә ни ултырғы килмәне, сәнғәт академияһына барырға булдым. Талантым булдымы әллә атай-әсәйемдең даны ярҙам иттеме, белмәйем, еңел генә уҡырға инеп киттем. Шулай ҙа, талантым булғандыр, тип ышанғы килә.
– Тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтың? Бала саҡта академтеатрҙың берәй спектаклендә ҡатнашырға тура килдеме?
– Ысынын ғына әйткәндә, яратып ҡараған спектаклдәрем булһа ла, миңә театрҙағы яһалмалыҡ оҡшамай торғайны. Актерҙар ниңәлер тормоштағы кеүек түгел, ә интонация менән, ҡысҡырып һөйләшә, ә әкиәттәр, йәнһүрәттәр менән сағыштырғанда, бөтөнләй төҫһөҙ тойолдо. Тәүге яратып ҡараған әкиәтем “Буратино” булды. Уны Айрат Әбүшаһманов сәхнәләштергәйне. Ул ваҡытта 10-сы класта уҡый инем, театр факультетына уҡырға барырға уйлай башлағайным. Моғайын, психологик яҡтан театрҙы ҡабул итергә әҙер булғанмындыр.
Тәүге тапҡыр өс йәшемдә “Ҡурай” әкиәтендә сәхнәгә сығарҙылар. Уҫал хандан ҡасырға тейешлегем һәм ул ролде Илсур ағай Байымов уйнағаны ғына хәтеремдә. Аҙағыраҡ “Төнгө ҡунаҡ” спектаклендә бәләкәй генә эпизодта уйнаным. Ә мәктәптә ижади түңәрәк­тәр­ҙә, кисәләрҙә бөтөнләй ҡатнашманым. Теләк тә булманы, эшләү алымдары ла оҡшаманы.
– Атай-әсәйең менән бер театрҙа эшләүе ауыр булманымы?
– Бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тойманым. Ҡайһы саҡ репетицияларҙа ғына улар алдында уңай­һыҙланыу тойғолары кисерә инем. Әммә актерҙар оялыу, уңайһыҙланыу тойғоларын еңергә өйрәнә бит, шуға күрә уға әллә ни иғтибар итмәнем. Унан ҡала, бер үк спектаклдәрҙә һирәк ҡатнаштыҡ. Күмәк сәхнәләрҙә генә осрашырға тура килде.
– Алмас ағай менән Гөлнара апайҙы тәүге тапҡыр сәхнәлә күргәнеңде хәтерләйһеңме?
– Хәтерләмәйем, әммә сәхнә артында тороп, атайым ысынлап үлгән тип, илағаным иҫемдә. Сюжет буйынса уның геройын атып үлтерәләр. Ә әсәйемдең Флорид Бүләков пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектаклендә уйнағанын хәтерләйем.
– Уларҙың кеше, атай-әсәй булараҡ иң яҡшы сифаттары хаҡында һөйләп үт әле.
– Сирек быуат ғүмеремдә мин уларҙан да матурыраҡ парҙы күргәнем юҡ. Эштә лә, өйҙә лә гел бергә, шул уҡ ваҡытта ихтирамдарын, мөхәббәттәрен юғалтмайынса, үҙ-ара татыу ғүмер итәләр. 25 йылдан ашыу бергә йәшәп, һаман да әрләшә белмәйҙәр. Тормош булғас, төрлө ваҡыт була, әммә бәхәстәре бер ваҡытта ла олоға китмәй. Бер-ике ҡысҡыралар ҙа, уртаҡ фекергә килеп, тынып ҡалалар.
Әсәйем – изге күңелле кеше, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуя. Беҙ – яратылып үҫкән балаларбыҙ. Бала саҡта йәйҙәрем ауылда булды, тип әйткәйнем бит инде, ул мәлдәрҙе үҫә килә үҙенең иғтибары, һөйөүе менән атай-әсәйем тулыһынса ҡапланы. Атайым да һәйбәт кеше. Ябай, уға бөтә нәмә оҡшай, һәр ваҡыт бәхетле. Кешене, шул иҫәптән беҙҙе лә нисек бар, шулай ҡабул итә, тәрбиәләргә, үҙгәртергә маташмай. Беҙгә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, эш боҙһам, ҡаты ғына итеп һөйләшеп ала ла, һығымта яһарға үҙемә урын ҡалдыра ине. Өйҙәге матур мөхиттән һис кенә лә айырылғым килмәй, өйлән­һәм дә, һаман атай-әсәйем менән бергә йәшәйем.
– Һеңлең Айсулпан ниндәй һөнәр һайларға теләй?

– Уға әле 12 генә йәш, ҡалабыҙҙың 91-се гимназияһында белем ала. Һөнәр һайламаған әле, аныҡ ҡына теләктәре хаҡында һөйләгәне юҡ. Иң мөһиме, бәхетле һәм аҡыллы булып үҫһен.
– Ә ҡатының ниндәй һөнәр эйәһе?
– Беҙ Ангиза менән бер үк уҡыу йортон тамамланыҡ. Ул бер курсҡа түбән, рус группаһында уҡыны. Өйләнешеүебеҙгә кисә теүәл өс йыл тулды. Уҡыуын тамамлағас, ҡатыным республика Милли йәштәр театрына эшкә урынлашырға теләгәйне, мин ҡаршы булдым. Хәҙерге аҡылым менән үҙемдең хаталанғанымды аңлайым. Ир менән ҡатын бер-береһенең азатлығын һаҡларға тейеш. Уйлап ҡараһаң, атай-әсәйем матур ғүмер итә, беҙ ҙә улар кеүек йәшәй алыр инек, моғайын.
Ҡатыным әлеге ваҡытта драматург һөнәрен үҙләштерә. Әлиә Яхина менән Салауат драма театры режиссеры Зиннур Сөләймәнов ойошторған тәүге драматургтар семинарында ҡатнашты, һәм Вахтангов театры тәнҡитсеһе Валентина Федорова етәкселегендәге эксперттар советы Ангизаның пьесаһына һәйбәт баһа бирҙе. Быйыл ул Екатеринбург ҡалаһынан драматургия буйынса билдәле уҡытыусы Николай Владимирович Коляданың курсына уҡырға инде. Үткән йәйҙә “На кисельном берегу” пьесаһы менән ҡатыным “Евразия” конкурсында еңеү яуланы. Әйткәндәй, ул – бындай юғары баһаға лайыҡ булған берҙән-бер Башҡортостан драматургы.
– Бөгөн ижад менән шөғөлләнәһеңме?
– Айнур Асҡаровтын “Из Уфы с любовью” фильмында төп ролдәрҙең береһен уйнайым. Эш тамамланыуға табан бара, нисек уйнауымды, ғөмүмән, фильмды тамашасы баһалар. Өфө ҡалаһы, ундағы йәштәр тураһындағы фильм киң аудиторияға тәғәйенләнгән, һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләште







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға