«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Толпар” ҡуя ҡанат



22.09.2016 “Толпар” ҡуя ҡанат

“Толпар” ҡуя ҡанат
Яңыраҡ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында "Толпар" III республика балалар һәм үҫмерҙәр теле-кинофестивале шаулап-гөрләп үтеп китте. Фестиваль барышында, конкурста ҡатнашыусы фильмдарҙы ҙур экранда күрһәтеү, уларға баһа биреүҙән тыш, билдәле режиссерҙарҙың фильмдарын ҡарау, телевидение, кино йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.

Конкурста Санкт-Петербург, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Сибай ҡалаларынан һәм Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан 20 йәше тулмаған мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. "Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм" номинацияһында еңеүсе тип Иҫәнғол ҡыҙы Алена Козлова төшөргән "Үҫмер ғүмере" фильмы, ә төп ролде башҡарыусы Рәфил Әйүпов иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы тип танылды. Нәфис фильмдар араһында Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы Илмира Илна­зарованың "Сауап" фильмына етеүсе булманы. Шулай уҡ ошо фильмда уйнаусы Айым Илғыуатова ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылды. "Иң шәп документаль фильм" тип Өфө ҡалаһынан Зәриә Моратованың "Рәми Ғарипов" фильмы табылһа, анимацион фильмдар араһында Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары төшөргән "Миру – мир" фильмы еңеү яуланы. Өсөнсө йыл "Иң шәп оператор" номинацияһында еңеү яулаусы Ейәнсура районы ҡыҙы Диана Ейәнғолова быйыл "Айлу" фильмы өсөн "Иң яҡшы режиссер" исеменә лә лайыҡ булды. Сценарий буйынса "иң-иң"е тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының "В центре" студияһының "Ысын сценарий" фильмы билдәләнде. Ә "Иң шәп идея" өсөн Өфө ҡалаһынан "Идея" киностудияһы бүләкләнде. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының махсус призы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының "В центре" студияһы "Телепорт" фильмы өсөн бүләкләнде, Катрина Дүшәнбаева "Ысын сценарий" фильмында төп ролдә уйнаусы Анатолий Самковҡа студияла шөғөлләнеү өсөн 15 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Жюри ағзалары булараҡ, "Тамыр" телеканалы режиссеры, алып барыусы Ләйсән Мәзитова, Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы Катрина Дүшәнбаева, популяр йырсы, актриса Лиана Хәбибуллина, билдәле журналист һәм прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Сәрүәр Сурина, Ейәнсура районы музейы директоры Гөлшат Дүшәнбаева саҡырылды. Фестивалде "Ар­ҡайым-продакшн" студияһы Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, район мәҙәниәт йорто ярҙамы менән ойошторҙо.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Фекерҙәр

Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ, фестиваль етәксеһе:
– Йылдан-йыл фестивалдә ҡатнашыу­сылар, ҡунаҡтар, волонтерҙар һаны арта, тик аҡса проблемаһы һаман да шул уҡ кимәлдә ҡала. Аҡса иң мөһиме түгел, ләкин унһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Фестивалде ойоштороп ебәреүемдең төп сәбәптәренең береһе – Башҡор­тостанда медиа-ижадтың, кинематографияның һүлпән үҫешеүе. Балаларҙа киноға, телевидениеға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәктә уларҙың профессия һайлауына булышлыҡ итеү, профессиональ кадрҙарҙы арттырыу, яҡшы сифатлы милли киноның күләмен һәм кимәлен күбәйтеү – төп маҡсаттарымдың береһе.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, журналист һәм яҙыусы, жюри ағзаһы:
– Фестивалде йыл да ҡалдырмаҫҡа тырышам, сөнки кино сәнғәтендә үҙен һынап ҡараусы йәш быуын менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Улар ижадсы булып һынлана, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын, уй-ниәттәрен, ынтылыштарын ижад аша еткерә. Йәштәр, үҫмерҙәр ниндәйҙер проблема күтәрә, шатлығын һөйләй йәки йылмайырға саҡыра икән, был тормош үҙе түгелме ни? Улар менән ҡуша беҙ ҙә кино тигән оло донъяны гиҙәбеҙ, араларынан киләсәктә бына тигән режиссерҙар, операторҙар үҫеп сығыр тигән өмөт бар. Конкурста ҡатнаш­ҡан һәр кем кино юлын һайламаҫ, ләкин улар фекерләргә, йәмғиәттә үҙ мөнәсәбәтен сағылдырырға өйрәнә. Был бик һәйбәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға