05.09.2016 Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
Бына ике йыл рәттән "Юлдаш Plus" йәштәр интернет радиоһы хәҙерге башҡорт йәштәре менән бергә яңы бейеклектәргә үрләй. Эйе, ысынлап та, әле генә "Юлдаш" радиоһы асып ебәргән "ҡустыһы" – "Юлдаш Plus"ҡа ла ике йәш тулып китте. Ниҙәр генә эшләнмәне был ике йылда... Көн һайын тура эфирҙа барған, йәштәр өсөн тәғәйенләнгән ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта фәһемле әңгәмәләр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Радиола эшләгән, заман менән бергә атлаған башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары хәҙерге йәштәрҙе нимә менән йәлеп итергә икәнлеген яҡшы аңлай. Айырыуса тыңлаусылар күңеленә "хит-парад" хуш килде. Бында йәш башҡарыусыларҙың яңы ғына тыуған йырҙары бер-береһе менән ярыша. Ай һайын барған бәйгелә еңеүселәр табылып тора. Һуңынан ул еңеүселәрҙе иң тәмлеһе көтә: йыл аҙағында, һөҙөмтәләр билдәләнеп, концерт-дискотека ойошторола. Тура эфирҙарҙан тыш, "Юлдаш Plus" йәштәрҙе берләштереү өсөн төрлө башҡорт дискотекаһы үткәреп торорға тырыша, ҡиммәтле бүләктәр уйната. Мәҫәлән, быйылғы сараларҙан ғына һанап китһәк, 25 ғинуарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә "Студенттар көнө" ойошторолдо. Бигерәк тә Ғашиҡтар көнөнә арналған "Мөхәббәт боҙҙо иретә" тигән концерт-программа йәштәрҙе хайран ҡалдырҙы. "Юлдаш Plus" был сараны боҙҙа үткәргәйне. Йәштәр рәхәтләнеп тимераяҡтарҙа йөрөй, ярыша һәм шаяртып ҡына ҡуйылған "ЗАГС"та өйләнешә. 23 апрелдә "Яҙ һәм Наҙ" дискотекаһын гөрләттек. Был сарала "Юлдаш Plus" үҙенең тамашасыларына, уйында ҡатнашҡандарға махсус бүләк – телефон отторҙо. 9 майҙа "Георгий таҫмаһы" акцияһында ла ҡатнаштыҡ. Ә 25 июндә, Йәштәр көнө уңайынан, беҙҙең беренсе гастроль булды! Мәсетле районынан саҡырыу алғас, "Юлдаш Plus" үҙенең йәш башҡарыусылары ҡатнашлығында матур концерт программаһы менән ҡыуандырып ҡайтты.
"Юлдаш Plus" – киләсәге өмөтлө йәштәр интернет радиоһы, тип ышаныс менән әйтеп була. Уның "Бәйләнештә"ге төркөмөндә бөгөн 10 меңдән ашыу кеше яҙылған. Был яҡшы күрһәткес, әммә уның менән генә туҡталырға уй юҡ, киләсәккә күп яңы маҡсат ҡуйғанбыҙ.
Гөлдәр МЫРҘАҒӘЛИНА.