«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй



29.08.2016 "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй

"Юлдаш"  каналының Баймаҡ  студияһы һөйләй"Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының Баймаҡ студияһы республика райондарында асыл­ған тәүге филиал булды. Ул 2013 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр эфирға сыҡты һәм бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Баштан уҡ айырым штат тотоу тураһында һүҙ булманы. Сөнки радиостудия Баймаҡ телевидениеһы базаһында эш башланы һәм уның тәүге алып барыусылары булып урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Радио улар өсөн бөтөнләй яңы өлкә ине, ләкин йәштәрҙең компьютерҙы, техниканы яҡшы белеүе тиҙ ярҙам итте. Эфир тулҡындарында алып барыу­сыларҙың: "Хәйерле көн, хөрмәтле радио тыңлаусылар! Һеҙҙең өсөн "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы эшләй", – тигән сәләмләүен урындағы тыңлаусыларыбыҙ өсөнсө йыл көтөп ала. Улар беҙҙе танып, белеп торғанлыҡтан, үҙ тыңлаусыларыбыҙ алдында яуаплылыҡ тойоп эшләйбеҙ. Бөгөн Баймаҡ студияһы аҙнаһына ике тапҡыр, көндөҙгө сәғәттәрҙә эфирға сыға. Эфирҙың ҙур өлөшөн йәнле һөйләшеү, йәғни студияға саҡырылған ҡунаҡ менән әңгәмә алып тора. Был йәһәттән үҙебеҙҙең саф башҡорт телендә һөйләшкән әңгәмәселәребеҙгә ҡытлыҡ юҡ. Бөгөн беҙ ниндәй өлкәгә ҡағылһаҡ та, ошо хаҡта төплө итеп фекер алышырҙай кешеләрҙе Баймаҡтан ғына түгел, ә Сибайҙың дәүләт, йәмәғәт, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларынан саҡыра алабыҙ.
Эфирға сыҡҡан яҙма тапшырыуҙарҙың береһе – "Юлдаш" каналында барған “Атайсал” программаһы. Ауыл ерендә йәшәгән ябай кешеләр, улар­ҙың көндәлек тормошо ошо тапшырыуҙың йөкмәткеһенә ингән. Бында ла беҙ, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгәс, уны йәнлерәк, ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, йәғни һыйырҙың мөңрәүен, кәзәләр­ҙең көйшәүен, аттарҙың бышҡырыуын, яландағы комбайн тауыштарын ишеттереп эшләргә тырышабыҙ. Ябай кешеләрҙең йәшәйеше, уларҙың мәшәҡәтле, ауыр булһа ла, фиҙакәр хеҙмәте хаҡында бәйән итеү кинәнес бирә. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең дә журналист икмәге ялан-ҡырҙарҙа, урмандарҙа, ҡыҙыу хеҙмәттә табыла. Сентябрь айында эфирға сығасаҡ сираттағы тапшырыуҙа Урал аръяғын үҫтереү мәсьәләләре, шул маҡсатта дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Гөлнур ИШБУЛАТОВА,
Баймаҡ телерадиостудияһы етәксеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға