«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яңылыҡ иҫке һуҡмаҡты тапамай



22.07.2016 Яңылыҡ иҫке һуҡмаҡты тапамай

Яңылыҡ иҫке  һуҡмаҡты  тапамай
Тормошто нимә байыта? Әлбиттә, ваҡиғалар. Төрлөһө була уларҙың, үҙебеҙгә генә ҡағылғандары ла, тотош йәмғиәтебеҙҙә сағылғандары ла. Яҡшыһы ла, яманы ла. Арба тәгәрмәсенә уралып, ғүмер буйы эйәреп барғандары ла, кипкән бысраҡ һымаҡ, ваҡыт үтеү менән ҡойолоп ҡалғандары ла... Уларын да, быларын да ҡаплап, яңы ваҡиғалар, йәғни яңылыҡтар өҫтәлә килә. Ана шул яңылыҡтарҙы иң беренселәрҙән булып халҡыбыҙға еткереүсе – “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге.
Бындағы хеҙмәткәрҙәрҙең девизы – “тиҙ, аныҡ һәм аңлайышлы яҙыу һәм һөйләү”. “Яңылыҡтар хеҙмәте эшләй”, – тип һәр сәғәт һайын тиерлек башлаған сығарылыштарҙың тәүгеһендә ошо көндә көтөлгән ваҡиғаларға байҡау яһала, артабан көн дауамында республикабыҙ, ил һәм донъя кимәлендәге булғандарҙың, һөттөң ҡаймағын ғына айырып алған һымаҡ, иң әһәмиәтлеләре, ҡыҙыҡлылары тура­һында хәбәрҙар беҙҙең тыңлаусыларыбыҙ.
Халыҡ: “Аяғым тайып китеү сәбәпле йығылдым”, – тип һөйләмәй, тайып йығылдым, ти. Халыҡсан яҙырға кәрәк, шул ваҡытта ғына мәғлүмәттәр үтемле була, тип әйткәйне тәжрибәле хеҙмәттәштәребеҙҙең береһе яңы ғына эшкә килгәндә. Хаҡ һүҙҙәр. “Аҙ ваҡыт эсендә – күп мәғлүмәт” – быныһы ла төп талаптарҙың береһе. Мәғлүмәтте күрә белеү, дөрөҫ һәм аныҡ хәбәр яҙыу, тура эфирҙа эшләү, шунда уҡ ваҡиға урынына сығып китергә, тиҙ арала әңгәмәсе табырға әҙерлек, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт айыҡ аҡыл һәм егәрлелек менән генә йөҙөргә мөмкин ул ваҡиғалар даръяһында. Көн ваҡиғаларына кисен йомғаҡ яһала, бер аҙнала булып үткәндәренең иң мөһимдәре “Даирә” аналитик программаһында ентекләберәк барлана. Яңылыҡтар хеҙмәте – яуаплы һәм мауыҡтырғыс эш. Яуаплылыҡ аңлашыла. Күберәк рәсми хәбәрҙәр, һәр хәрефтең дөрөҫ яҙылыуы шарт. Мауыҡтырғыс тигәне – һәр көн бөтә ваҡиғаларҙың солғанышында булыу, хәбәрҙәрҙе тәүгеләрҙән булып күреү, белеү һәм, иң мөһиме, тыңлаусыға еткереү. Яңылыҡтар телен ойоторға ярамай.
Тормош тәгәрмәстәре алға тәгәрәй. Тәгәрмәстәрҙән бураҙналар һымаҡ тәрән эҙҙәр ҡала. Улар – ваҡиғаларҙан ҡалған эҙҙәр. Был ваҡиғалар тыңлаусыға яҡшы хәбәр, ҡыуаныслы яңылыҡ булып барып етһә, беҙҙең иңдәге бурыс та еңеләйеп ҡалған һымаҡ тойола.
Илнар ӘХМӘТГӘРӘЕВ,
“Яңылыҡтар” бүлеге хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға