17.07.2016 Халыҡ, ил тарихы – киләсәккә изге аманат
Заман рухын ҡайһылайтып тотоп ҡалырға? Уның бөгөнгө тын алышын, ваҡиғалар ағышын алдағы көндәрҙә нисек сағылдырыр ға мөмкин? Кеше бының өсөн күп сара үҙләштергән: хәреф графикаһын ҡулланып һүрәтләү, рәсем яһау, таш һындар эшләү, фотоға, киноға төшөрөү һ.б. Шул сараларҙың иң тәьҫирлеләренең береһе – тауыш яҙмаһын уйлап сығарыу – ҙур асыш була. Фонотека, йәғни тауыш яҙмалары бүлеге – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мөһим тармағы. Ул рухи ҡомартҡылар байлығын яңыртыу, туплау, тәртиптә тотоу өсөн яуаплы. “Алтын фонд” менән эш итеүҙә һанлы технологияға күсеү яңы һулыш бирҙе, яҙмаларҙың сифаты яҡшырҙы, уларҙы етештереү заманса тиҙлеккә яраҡлашты.
Фонд өсөн яҙмаларҙы магнит таҫ-
маһына күсереү үткән быуаттың 60-
сы йылдарында башлана. Бөгөн
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәшит Ниғмәтиҙең тауышын ишетә
алыуыбыҙ – шул осорҙоң ҡаҙанышы.
Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Би ишева,
халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим,
Рәми Ғарипов, Тимер Йо сопов, әҙип-
тәр Рәшит Солтан гәрәев, Динис
Бүләков, Булат Рафиҡовтың, башҡа
оло шәхестәребеҙҙең ха лыҡҡа әйтер
һүҙҙәре шулай мәңгеләштерелгән.
Бөгөн радио архивында 70 мең берә-
мек яҙма иҫәпләнә. Шуларҙың илле
меңе – музыкаль әҫәр, 10 меңгә
яҡыны – нәфис әҙәбиәт, өс йөҙләп
радиопостановка һәм спектакль,
шулай уҡ төрлө йүнәлештәге тапшы -
рыуҙар. Иң боронғо ҡомарт -
ҡыларыбыҙҙың береһе – “Урал-ба -
тыр” эпосының 1969 йылда магнит
таҫмаһына теркәлгән төп нөсхәһе лә
ҡәҙерләп һаҡлана, эфирҙа яңғырай.
Милли байлығыбыҙ өлгөләре –
башҡорт халыҡ йырҙары, симфоник,
хор һәм опера әҫәрҙәре, заман
музыкаһы һәм йырҙары радио фон-
дында төп урынды биләй. Мәшһүр
композиторҙар Ғәзиз Әлмөхә мәтов,
Заһир Исмә ғилев, Нариман Са битов,
Рафиҡ Сәлмәнов, Хөсәйен Әхмәтов,
Ша мил Ҡолбарисов, Са лауат Низа -
метдинов, Рим Хәсәнов, Роберт Ғә -
зизовтарҙың ижады – фондтың ҡә -
ҙерле байлығы. Мә ғәфүр Хис -
мәтуллин, Фә риҙә Ҡуда шева, Диана
Нурмөхәмәтова, Әсмә Шайморатова,
Сөләймән Абдуллин, Абдулла Сол -
танов, Илфаҡ Смаҡов, Камил Вәлиев,
Рамаҙан Йән бәковтың ҡабатланмаҫ
тауышы ла – мәҙәни мираҫыбыҙҙың
бер өлөшө.
“Юлдаш” радиоһы эфирына даими
сығып килгән “Әҙәби уҡыу ҙар” шәл-
кеме башҡорт әҙиптәренең, Рәсәй
халыҡтары һәм сит ил авторҙарының
әҫәрҙәре менән тулылана. Әҙәби
әҫәрҙәрҙе яңғырат ҡан, постановка-
ларҙа ҡатнашҡан мәшһүр һүҙ оҫтала-
рының, артистарҙың күптәре хәҙер
беҙҙең арала юҡ.
Фонотека хеҙмәткәрҙәре әле лә
яҙыусылар, йырсылар, сәнғәт бел-
гестәре менән тығыҙ бәйләнеш тота,
фондты артабан тулыландырыу
менән әүҙем шөғөлләнә.
Клара ШӘРИПОВА.