16.07.2016 “Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”
Айгөл Әсәҙуллина – “Башҡорт йыры” телевизион проектында үҙен ярайһы уҡ танытырға өлгөргән, күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән йәш йырсы. Йырсының үҙен күреп, яҡындан танышып әңгәмә ҡороу күптәнге хыялым ине.
– Ижад юлына төрлөсә киләләр. Ә Һеҙ йыр донъяһына нисек килеп индегеҙ?
– Әбйәлил районының йәмле Хәлил ауылында тыуып үҫтем. Өс йәшемдә атайым менән ауылдағы мәҙәниәт йортонда йыл һайын Яңы йыл кисәһендә Яңы йыл, атайым Ҡыш бабай булып ҡатнаштыҡ. Шунан алып сәхнәгә ҡарата һөйөү уянды, мәктәп йылдарында төрлө сарала, йыр конкурстарында әүҙем ҡатнашып йөрөнөм.
– Быны бала саҡ хыялы тип әйтергә буламы?
– Эйе, бала саҡ хыялы. Төрлө туй, тыуған көндәрҙә йырларға яраттым, ҡунаҡтар миңә аҡса бирһә, магазинға барып, тәмлекәстәр һатып ала торғайным.
– Йырлау һәләтегеҙҙе кем асты?
– Ауылдағы музыка уҡытыусым Хәлил Насип улы Ейәнбирҙин мине бәләкәйҙән йырларға өйрәтте. Бихисап конкурсҡа алып йөрөп, гел призлы урындар яулап, ҡыуанып ҡайта торғайным.
– Сәнғәт юлығыҙ ҡайҙа башланды?
– Профессиональ сәхнәгә тәүгә 2002 йылда Сибай филармонияһында аяҡ баҫтым.
– “Башҡорт йыры” телевизион проектында нисек ҡатнашырға булдығыҙ?
– Ишетеп ҡалдым да үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Бер ҙә үкенмәйем, финалда Марсель Ҡотоев менән ҡалған ваҡыттар, абруйлы жюри ағзаларының фекерҙәрен ишетеү әле генә булған кеүек.
– Билдәле булыуынса, Һеҙ “Башҡорт йыры – 2011” телевизион конкурсында “Йыл асышы” титулына лайыҡ булдығыҙ. Проектта ҡашнашҡан ваҡытта ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде?
– Был проект яңы башланған йыл ине, иң көслө йырсылар йыйылған, улар менән бергә ҡатнашыуы, әлбиттә, ҡурҡыта ине. Ләкин бөтә көсөмдө, талантымды күрһәтә алдым.
– Ижад емештәрегеҙ, дуэттарығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
– Илһам килгәндә, шиғырҙар, йырҙар ижад итәм. Дуэттарға килгәндә, Юнир Һағынбаев менән “Башҡорт йыры”нда уҡ дуҫлашып киттек. Концерттарға бергә йөрөйбөҙ, үҙ-ара кәңәшләшеп “Иҫтәлек” тигән йырҙы башҡарҙыҡ, аҙаҡ инде айырым йырлап киттек. Әле Сәйет Билалов менән яңы дуэт әҙерләйбеҙ. Гастролгә сығырға уйлайбыҙ.
– Профессиональ сәхнәгә килгән йәш йырсыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ?
– Хыялдарын тормошҡа ашырһындар,тауыштары, һәләттәре бар икән, үҫтерһендәр. Килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаһындар.
– Тормошта ниндәй ҙә булһа ҡағиҙәләрегеҙ, принциптарығыҙ бармы?
– Иң беренсе намыҫлы һәм ғәҙел булырға. Сәхнәлә тулыһынса бирелеп эшләү, тормошта нисек бармын, шулай ҡала белеү. Ҡыуанғанда – көләм, ҡайғырғанда илайым. Ҡыҫҡаһы, һәр саҡ ысын кеше булырға кәрәк.
– Өлгө итеп алған кешеләрегеҙ бармы?
– Минең кумирым – Флүрә Килдейәрова. Ысынлап та өлгө алырлыҡ кеше – моңло тауышы, үҙ- үҙен тотошо, ысын ҡатын, фәһем алырлыҡ гүзәл зат. Уның менән аралашыуы ла еңел, кеше булараҡ та, йырсы булараҡ та оҡшай.
– Үҙегеҙгә йырсы булараҡ ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
– Иң беренсе – ябайлыҡ, ниндәй осраҡта ла ябай булып ҡалыу, мин- минлекте күрһәтмәү.
– Киләсәккә ниндәй хыялдар, пландар менән йәшәйһегеҙ?
– Өфөлә ныҡлап төпләнеү. Ысын мәғәнәһендә ҙур "йондоҙ" булырға, ошо юлымдан тайпылмаҫҡа, ижадымды үҫтерергә лә үҫтерергә, үҙ өҫтөмдә эшләргә һәм бер ваҡытта ла сәхнәнән айырылмаҫҡа.
Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА әңгәмәләште.