11.07.2016 Йырҙан өҫтөн ғаилә бәхете йәки ни өсөн Ирина Хафизова Илештә йәшәй?
17 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Гәлсәр һандуғас” телефестивале концертынан һуң бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшеүенә шаһит булдым:
– Был “Гәлсәр”ҙәр үтә лә шәп йырлай, афарин. Әммә Ириналары булмауы кәйефте төшөрҙө...
– Эйе шул, бигерәк моңло тауышлы ине шул ҡыҙ бала. Әллә ниңә сәхнәне ташланы ла ҡуйҙы…
– Юҡты һөйләмәгеҙ, анауындай талант менән кеше сәхнәнән китәме инде?! Йә юлы төшмәгәндер, йә балаларын ҡалдырырға кеше тапмағандыр...
Һөйләшеүҙең Илеш ҡыҙы Ирина Хафизова хаҡында барыуын шунда уҡ аңлап ҡалдым. Үҙе ижад иткән “Йөрәгеңдә ҡалдыр бер урын”, “Зинһар, уҡы хаттарымды” йырҙары менән телевизор ҡараусыларҙы ла, гала-концерт тамашасыларын да әсир иткән был һылыуҙы һис кенә лә онотоп булмай. Үҙәктәрҙе өҙөр шиғыр юлдары (шағир Рәфис Миңғәлиев һүҙҙәре), йәндең төпкөлөнә инеп ҡағылыр моң һәм йырсының үҙенсәлекле, ниндәйҙер аһәңле яңғырашы булған тауышы бер бөтөн булып күңелгә инеп ултыра. Ирекһеҙҙән был тиклем дә ғазап, әрнеүҙәрҙе йыры аша сағылдыра алған ҡыҙҙың шәхси тормошо менән дә ҡыҙыҡһынып ҡуяһың: кемде шулай өҙөлөп ярата ла, кем уны бәхетһеҙлеккә дусар итте икән, тип. Шуға күрә Илеш яҡтарына юлым төшкәс тә үҙе менән осрашып аралашырға булдым.
Илеш район телевидениеһында диктор булып эшләүсе, йор һүҙле, бер аҙ шаян да, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ та Иринаның сәхнәләге һағышлы йырсы менән тышҡы ҡиәфәтенән тыш бер ниндәй ҙә оҡшашлығы юҡ кеүек. Ире Артур менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтереүсе йорт хужабикәһе бер ҡасан да сәхнәне тормош маҡсаты итеп ҡуймай. Уның өсөн ғаилә усағын, балаларының бәхетен һаҡлау мөһимерәк. Бешеренеүҙә, ҡул эштәренә оҫталыҡта тиңе булмаған Ирина сәхнәгә һирәк сыға, әммә һәр сығышы тамашасы күңеленә уйылып ҡалырҙай була. Һәр эште урын-еренә еткереп эшләгәнгә лә шулайҙыр ул.
Иринаның йырға һәләте өләсәһенән килә. Үрге Маншыр ауылында йәшәүселәр һаман да уның моңло йырҙарын һағынып иҫкә ала. Атаһы Илгиз ағай ҙа гармунда өҙҙөрөп уйнай, матур йырлай. Төрлө концертта ҡатнашҡанда ул ҡыҙын да эйәртеп алып барған, шуға күрә Ирина бәләкәйҙән сәхнәлә “үҙ кеше”. Мәктәптә һәм район мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, музыка мәктәбенең баян класын тамамлай. Уҡыуын баш ҡаланың 2-се педагогия колледжында дауам итә, бында ул, вокал уҡытыусыһы Альберт Хәмит улы Имамбаев менән шөғөлләнә башлағас, йырсы булараҡ үҫешә, тауышы ҡуйыла.
– Йырлауым да, диктор булып эшләүем дә, туй табындары үткәреүем дә – уҡытыусымдың ҡаҙанышы. Ул миңә йырға бөтөнләй икенсе ҡараш менән ҡарарға, уны тойорға, эҙләнергә өйрәтте. Уҡыу барышында музыканан ваз кисеп тигәндәй, йыр менән шөғөлләнә башланым. Шулай уҡ беҙҙе бер йыл ғына уҡытһа ла, шағирә Рәсимә Ураҡсинаның башҡорт теле дәрестәре онотолмай. Йәнле аралашыу менән, тормоштоң төрлө осрағын ҡыҙыҡлы итеп бәйән итә белеүе менән иҫтә ҡалды. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадын өйрәнгәндә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеровтың репертуарынан “Йылғалар төнөн һөйләшә” йырын башҡарғас, ул миңә һоҡланып, бик оҙаҡ ҡул сабыуы иҫемдә ҡалды, тип студент йылдарын хәтерләй Ирина.
Диплом алғас, ул тыуған яғына ҡайта һәм райондың Йәштәр үҙәгенә эшкә урынлаша. Урындағы телевидение менән “Йәшлек” тапшырыуын төшөрөргә тура килә, уның тырышлығын, эшкә һәләтен күреп, канал етәкселәре ҡыҙҙы үҙҙәренә эшкә саҡыра. Әлеге ваҡытта Ирина Хафизова йәш әсә, декрет ялында. Улы Азаматҡа ике генә ай.
Ә бит уның бынан теүәл 12 йыл элек үк “Гәлсәр һандуғас” конкурсындә ҡатнашып, тормошон мәңгелеккә йыр менән бәйләр мөмкинлеге була. Земфира Байбулдина 2004 йылда районда үткән һайлап алыу турында Иринаның талантын күреп, Өфөгә саҡыра. Тик ҡыҙ, ғаилә ҡороуҙы өҫтөнөрәк күреп, сәхнәнән баш тарта. Етмәһә, уның күңелендә ул ваҡытта баш ҡалаға ҡарата бер аҙ үпкә лә һаҡланған була. Ҡулына диплом алған йылда Ирина бер аҙ аҡса эшләү маҡсатында “Казино” ресторанына ваҡытлыса официант булып эшкә урынлаша. Ай буйы һәйбәт кенә эшләгән ҡыҙ бер көндө эшкә һуңлай. Был хәлдән оло бәлә яһап, ресторан етәкселәре айлыҡ эш хаҡын бирмәйенсә, уны эштән ҡыуа. Тәүге эш урынында уҡ бындай хаҡһыҙлыҡҡа, тигеҙһеҙлеккә тап булған Ирина, тамам күңеле төшөп, Өфөгә ҡул һелтәп, тыуған яғына юллана. Шунан бирле ҙур ҡалаларға бер аҙ шикләнеберәк ҡарай. Әммә “Гәлсәр һандуғас – 2015” бәйгеһендәге еңеүенән һуң йырсы тулыһынса Өфөнө яулай, тип әйтергә була. Ҡырыҫ ҡала уны хәҙер ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Тик әлегә Иринаның ғына сәхнәлә йыш сығыш яһарға ваҡыты юҡ.
Аллаһы Тәғәлә талантты бирһә, йәлләмәй бирә икән. Ирина, йырҙан тыш, талантлы бейеүсе лә. Улы Азамат менән декрет ялына сыҡҡансы оло ҡыҙы Юлиәнең класында бейеү түңәрәге ойоштора. 12 ҡыҙ һәм алты малай өсөн сәхнә костюмдарын үҙе тегә, уларҙы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһарлыҡ кимәлгә еткерә. Бының өсөн уға балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә рәхмәтле. Унан тыш, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының филология факультетында ситтән тороп белем алырға ла өлгөрә. Районда үткәрелгән сараларҙа ҡыҙҙары менән бергә сығыш яһай. Ә йорттарын күргән һәр кем Иринаның дизайнер булараҡ һәләтен дә билдәләп үтер. Ире Артур менән фатирҙарын үҙҙәре биҙәгән.
Бына шулай бәхетле, матур тормошта көн итә һағышлы йырҙар йырлаусы Илеш ҡыҙы. Тик бәхетһеҙҙәр генә йырлай, тиеү дөрөҫ түгел. Юғарынан бирелгән һәләт халыҡҡа етергә тейеш. Ирина ла талантын йәшереп ятмай, бары тик ғаиләһенән ҡалған ваҡытын ғына ижадҡа арнай.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.