«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хаттар яҙҙым ултырып...



24.06.2016 Хаттар яҙҙым ултырып...

Хаттар яҙҙым  ултырып...Кеше ғүмерендәге онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар, тыуған көндәр, ғаилә, никах, бәпес туйҙары менән уртаҡлашыу өсөн “Юлдаш” радиоһында көн һайын “Ҡәҙерле кешемә” ҡотлау­ҙар тапшырыуы эфирға сыға. Ошондай ваҡытта ҡәҙерле, хөрмәтле кешеләргә күңел түренән әйтелгән теләктәр бар донъя мәшәҡәттәрен, ығы-зығыларын оноттора кеүек. “Ысын күңелдән еткергән теләк ҡабул була”, – ти халыҡ. Был теләктәр моңло йырҙар менән бергә үрелеп барһа, тағы ла үтемлерәк.

Яҡындарын радио аша тәбрикләргә теләүселәр бихисап. Бөгөн беҙ күп­тәр­ҙе даими ҡыҙыҡ­һын­дырған бер нисә һорауға асыҡлыҡ индереп китергә теләйбеҙ. Хаттар бүлеге эш көндәрендә сәғәт туғыҙҙан бишенсе яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эш­ләй. Хаттарҙы ошо ваҡытта телеүҙәккә килеп тапшырырға була. Сит өлкәләр­ҙә, район-ауыл­дар­ҙа йә­шәүселәр ҡотлауын, “Юл­даш” радиоһының рәсми сайтында күрһәтелгән реквизиттар аша түләп, интернет аша ла ебәрә ала. Яҡынығыҙ тураһында ҡыҫ­ҡаса мәғлүмәт ме­нән, исем-шә­рифтәр­ҙе, ауыл, ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙып тапшырыр­ға мөмкин. Ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ҡотлау өсөн ике йыр һайлай­һығыҙ, уның бе­реһе эфир­ға һайлап алына. “Юл­даш” радио­һы­ның хаттар бүлеге йәй айҙарына отошло акция иғлан итте. 1 июндән 31 авгусҡа тиклем туғандарығыҙ һәм яҡындары­ғыҙҙы иҫтәлекле байрамдары менән радио аша тәбрикләһәгеҙ, ярты хаҡҡа йәнә бер ҡотлау ҡалдырып була.

Белешмә өсөн хаттар бүлегенең телефоны: 8 (347) 291-22-47.
Электрон адрес: radioufa2013@yandex.ru
Тыңлаусыларыбыҙ иғтибарына шуны ла еткерәбеҙ: йәйге осор­ҙа беҙҙең тапшырыуҙар селтәрендә үҙгәрештәр ҙә бар. Июлдә “Иртәнсәккәй тороп” уятҡыс программа ял итә, шулай ҙа яратҡан алып барыусыларығыҙ менән тапшырыуҙың дайджестарында осрашып барырға мөмкин була. “Асыҡ студия” ны алып барыусылар ҙа июлдә ялға китә. Яңылыҡтар хеҙмәте, “Ҡот­лауҙар”, “Самауыр янында”, “Ял итәйек бергәләп” һәм башҡа тапшырыу­ҙарҙың эфирға сығыу ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.
Йәй йәмдәре күңелдәр­ҙе биләгәндә, “Юлдаш” тулҡындарында тормошоғоҙға дәрт өҫтәр матур көй-моңдар ағылып торор.
Ленария Ямалетдинова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға