04.12.2010 Мөхәббәтле кисәгә рәхим итегеҙ!
Белеүебеҙсә, Өфөнөң Нефтселәр һарайында сағыу мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы проекттар үтеп тора. Яңыраҡ «Юлдаш» радиоһының юбилей концерты, «Дүрт йөрәк» реалити-шоу проекты менән һөйөндөрһәләр, бөгөн киске сәғәт 7-лә «Моңдан яралған мөхәббәт, йәки ҡышҡы бер кистә...» тип аталған ҙур концерт үҙ тамашасыһын көтә.
Һеҙ яратҡан йырсылар Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Нәзифә ҡадирова һәм Ғәле Алтынбаев, Сулпан һәм Альберт Салауатовтар, Алтынай һәм Шәһит Хамматов, шулай уҡ Сибай, Нефтекама, хатта Татарстандан килгән йырсылар ҙа үҙ күстәнәстәрен тәҡдим итәсәк.
Тамашала танылған «Вираж», «Дива», «Ренессанс» бейеү коллективтары ҡатнаша.
Йәш таланттарҙы сәхнәгә сығарыу, башҡорт сәхнәһендә оҙаҡ йылдар эшләп килгән парлы «йондоҙ»ҙарҙы осраштырыу ниәте менән үткәрелгән программаның авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Кинйәбикә Исламғолова.
Килегеҙ, күрегеҙ, илһамланығыҙ!
Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.