18.04.2016 “Ләйсән” – беҙҙең байрам!
Өфөлә билдәле журналист Луиза Фархшатованың Учалы районының данлыҡлы бейеү ансамбленә арналған китабының исем туйы үтте
"Башҡортостан" дәүләт концерт залы һис ҡасан буш тормай – өфөләрҙе һөйөндөрөп, тамашалар бер-бер артлы даими үтә. Ә ошо көндәрҙә концерт залын Учалы районы халҡы баҫып алып, геү килтерҙе генә уны! Һәр хәлдә, Уральск ҡасабаһының яртыһы шунда күсеп барғайны шикелле. Сөнки баш ҡалала билдәле журналист Луиза Фархшатованың данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле тураһында яҙған “Ләйсән” – беҙҙең байрам” (“Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ...”) тигән китабының исем туйы үтте, һәм байрамғолдар (наурыздар, ишкендәр, иҫтамғолдар һ.б.) был саранан бер нисек тә ситтә ҡала алмай, тейәлешеп килеп еткәйне.
Ниндәй һыйыр һауыу, утын ярыу, бала бағыу, ти ул?! Донъя мәшәҡәттәре бер ваҡытта бөтмәҫ, тип, был эштәрҙең барыһын да күрше-күләнгә, зат-зәүергә ышанып тапшырып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йорт-ҡаралты, бала-сағаны ҡалдырып, төрлө йәштәге бейеүселәребеҙ "Башҡортостан"ға йыйылды. "Ләйсән" бит бейеүсе ун ҡыҙ менән ун егет кенә түгел, ул – ярты быуатлыҡ тарих, иҫәпһеҙ-һанһыҙ яҙмыштар, тиҫтәләрсә бейеүҙәр, меңдәрсә сығыш... Тап ошо хаҡта ла инде Луиза Азамат ҡыҙының бай мәғлүмәтле, сағыу, яҡты китабы. Яҡтылығы, тәү сиратта, тормоштарын "Ләйсән" менән тығыҙ бәйләгән кешеләрҙең ижади портреттарында. Тарихи мәлдәр – фотоһүрәттәрҙә. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр – һәр биттә, һәр һөйләмдә, һәр юлда... "Китап" нәшриәтендә баҫылған "Ләйсән" – беҙҙең байрам", әйтерһең дә, бер нисә быуынға таралған, төрлө йылдарға сәселгән "ләйсән"дәрҙе яңынан бер йомғаҡҡа йомарланы, бер усҡа йыйнаны, бер төйөнгә төйнәне. Йәше-ҡарты – биш быуын вәкилдәре – бер булып бейегәндә сәхнәне түгел, йөрәктәрҙе дер һелкетте. Илле ике йыл элек Фәйзи Ғәскәров тарафынан һалынған уттың ошо көндәргәсә һүнмәй-һүрелмәй балҡып килеп етеүе мөғжизәгә тиң түгелме ни?! Сарала ҡатнашҡан Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, БР-ҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа коллективтың оҙон ғүмерле, ижади ҡомарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, "Ләйсән"гә артабан да яңы үрҙәр, уңыштар, еңеүҙәр теләне. Былтыр республика Башлығы грантын алған коллектив тураһында быйыл китап сыҡһа, киләһе йылда "Ләйсән" хаҡында фильм да донъя күрәсәк. Шундай ололауға, мәртәбәгә республикабыҙҙа тағы ниндәй халыҡ бейеү ансамбле лайыҡ булған? Тик "Ләйсән" генә! Залдан башҡалар менән бергә һоҡланып бейеүҙәрҙе тамаша ҡылған "Байрамғол" совхозының элекке директоры Әҙһәм Шәрәфетдинов илле ике йыл элек күмәк хужалыҡта үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүгә тотонғанда, "Ләйсән"дең киләсәктә ныҡлы тамыр йәйерен, моғайын, күҙ алдына ла килтермәгәндер.
– Эште нимәнән башларға, тип баш ваттыҡ, сөнки һөт, ит етештереүҙе арттырырға кәрәк, ә йәштәр ауылдан Белорет, Магнитогорск, Учалыға ҡаса, – тине Әҙһәм Ғәни улы, хәтирәләре менән совет осорона әйләнеп ҡайтып. – Йәштәр булмаһа, кемгә таянырға? Нисек эшләргә? Ҡыҙҙарҙы, егеттәрҙе совхозда ҡалдырыр өсөн, уларға шарттар тыуҙырырға, спорт менән мәҙәниәтте үҫтерергә ҡарар иттек. Ана шулай итеп, бейеү ансамбле барлыҡҡа килде лә инде.
Тәүге бейеүселәрҙең береһе Урал Аллаяровтың хәтирәләре буйынса, 1964 йылда Белорет ҡалаһында үҙешмәкәр артистарҙың зона смотрында байрамғолдар беренсе урын яулай: "Бындай һөҙөмтәләргә лайыҡ булыуҙа Фатима Солтанова менән Әлфиә Мөхәмәтханованың өлөшө ҙур булды". Урал Аллаяров ансамблдең беренсе бейеүселәрен дә хәтерендә һаҡлай. Бына улар – Анастасия Аллаярова, Нина һәм Надежда Бухтияровалар, Рима Ғилманова, Любовь Косогорцева, Дилбәр Мәхмүтова, Мөбәрәк Сибәғәтуллин, Ҡасим Хәлилов, Урал Ильясов, Ильяс Рәхмәтуллин, Нурислам Баһауетдинов, Мәүжидә Етембаева, Ғамир Ғайсин, Вәис Ҡаһарманов, Айрат Байғарин, Миндияр Сәйфуллин, Рәшиҙә Аллабирҙина, Кәтифә Садиҡова, Рәйҙә Ғәлина, Зәлиә Мөхәмәтбаева, Нәзирә Алсынбаева, Зөлфиә Кирәева, Мөхтәр Ғүмәров, Фәтих Ҡунаҡбаев, Рима Моратшина, Тәүхит Мөхәмәҙиев, Тимербай Мөхөтдинов, Мөршиҙә Абдразаҡова, Ғәҙилә Ғәйфуллина, Нәжибә Йосопова, Рәбиғә Шәмсетдинова, Мөнирә Нәҙершина, Шәрифйән Камалетдинов, Саяф Исрафилов, Зилә Әһлиуллина, Дилмөхәмәт Садиҡов, Насибулла Рәхмәтуллин, Рәмзиә Вәлитова. 1966 йылдың ҡышында Уральск ҡасабаһына РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров килә. Ул бар күңелен һалып, механизатор, көтөүсе, бухгалтер, һауынсы, быҙау ҡараусыларға бейеүҙәр өйрәтә, күңелдәрендәге шәмгә ут төртә. Һәм күп тә үтмәй, бейеү байрамғолдар өсөн йәшәү рәүешенә, илһам сығанағына әүерелә...
Тиҫтәләрсә йылдар дауамында ауырлыҡһыҙ илдәрҙе иңләгән "Ләйсән"де йылға менән сағыштырғанда, уның һыуын тултырып тороусы инеш тә бар – "Ирәмәл" балалар ижады үҙәгенең өлгөлө бейеү ансамбле булыр ул. Аида Кәримова менән Фәнис Кәримов етәкләгән балалар коллективы матур сығыштары менән "Ләйсән"гә лайыҡлы алмаш үҫеүен тағы бер ҡат раҫланы. Уральск ҡасабаһының "Йәйғор" фольклор төркөмө лә (етәксеһе – С. Ғарипова), Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре Ф. Ҡаҙаҡбаев, Ф. Хәкимов, А. Нуриманов, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле лә (В. Степанов) концертҡа яңы төҫ-йәм өҫтәне. Ләкин төп биҙәк, әлбиттә, "Ләйсән" үҙе ине. Коллективтың бер нисә быуын вәкилдәре башҡарыуындағы "Азамат", "Гөлнәзирә", "Зарифа", "Беҙҙең байрам" бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йәштәрҙең, әлеге "Ләйсән"дең, өр-яңы бейеүҙәре күңелгә хуш килде. Закир һәм Салауат Ғариповтар, Рәис Низаметдинов, Миҙхәт Алсынбаев, Дим Сәғитуллин, Әғләм Ғабдрахманов, Айбулат Әһлиев, Илгиз Йомағужин, Илдус Ғөбәйҙуллин "Ҡоҙалар ярышы" менән ҡанды ҡыҙҙырып ебәрҙе. Ә инде өсөнсө состав янып-ярһып "Ҡороҡсолар"ҙы бейегәс, зал түҙмәй, аяҡ үрә баҫты, бейеүселәрҙе башкөлләй алҡыштарға күмде... Был гүзәл көндө, Луиза Фархшатованың китабының исем туйында гүйә "Ләйсән"дең үткәне менән бөгөнгөһө осрашты һәм ташҡа баҫылған тарихҡа тағы яңы биттәр өҫтәлде. Беҙ, тамашасылар, уның шаһиттары булып ҡалдыҡ.
Динира ХИЛАЖЕВА:
– Мин утыҙ туғыҙ йыл сәхнәлә. 1977 йылда Әбйәлил районында ансамблдә бейей башлағайным, 1982 йылдан алып – "Ләйсән"дә. Учалы районында беренсе булып башыма самауыр ҡуйып бейегәйнем, шул бейеүем менән мине Мәскәүгә концертҡа алып киттеләр. Бер нисә айлыҡ сабыйымды өйҙә ҡалдырырға мәжбүр булып, илай-илай гастролгә сығып китеүем әлегәсә йөрәгемде өтә. Ә шулай ҙа яҙмышымды "Ләйсән" менән бәйләүемә үкенмәйем. Ансамблгә төп еңеүҙәрҙе беҙ – өсөнсө состав бейеүселәре килтерҙек.
Йәмил ҒАРИПОВ:
– Һөнәрем буйынса – механизатор. Ауыл һөнәрселек училищеһында уҡығанда "Ләйсән"дә бейей башланым. Аҙаҡ армиянан һуң тағы ансамблгә килдем. 1985 йылдың декабренән 1995 йылға тиклем сәхнәнән төшмәнем. "Ләйсән" Испанияға гастролгә йыйынғас, бармай тороп ҡалдым, сөнки ҡатыныма бала табырға ваҡыт еткәйне. Иптәштәрем Европала концерттар биргәндә, ҡыҙым Гөлшат тыуып, мине бәхетле итте...
Рәүил ШӨҒӘЙЕПОВ:
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип, шоферға ла уҡыным, иретеп йәбештереүсегә лә, монтерға ла... Бейергә лә шулай өйрәндем. Бәләкәй саҡтан "Ләйсән"дәргә һоҡландым, улар кеүек бейегем килә торғайны. "Йылайыр" совхоз-техникумында уҡығанда "Йәйғор" халыҡ бейеү ансамблендә бейенем. Тыуған яҡҡа эшкә ҡайтҡас, "Ләйсән"гә килдем. Ансамблдең төп составында бейеһәм дә, сит илгә сыға алманым. Беҙ армияла хәрби самолеттарҙы хеҙмәтләндергәйнек, шул арҡала мине Испанияға сығарманылар, һуңынан иһә сит илгә эштән етәкселәр ебәрмәне. Ә былай ансамбль менән СССР-ҙы арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡтым. Ҡатыным Айгөл дә (ул һөнәре буйынса һатыусы) "Ләйсән"дә бейей. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән иһә – "Ирәмәл"дә. Медколледжда белем алған улыбыҙ Руслан да бейеү сәнғәтен үҙ итә.
Алмас УСМАНОВ:
– Беҙ ни, наурыздар, мәктәп йылдарынан бейейбеҙ. Һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡығанда "Байрамғол" совхозында инженер ҙа булып эшләгән, "Ләйсән"де лә етәкләгән Ғәлимйән Хилажев килеп, беҙгә бейеүҙәр өйрәтте. Совхозға эшкә урынлашҡас, ансамблгә алдылар. Эштә арыһаҡ та, репетицияларға ашҡынып йөрөнөк. Һаманғаса бейеге килеп, аяҡтар үҙҙәре тыпырлап тора. Бала саҡтан гармунда уйнайым (музыка ҡоралын бысҡылдата торғас, үҙемдән-үҙем өйрәндем), бейеүҙәрҙе лә тиҙ отоп алам, шуға миңә ансамблдә ҡыйын булманы.
Зариф ЗАҺИҘУЛЛИН:
– Армиянан һуң Ҡаҙағстанда ҡалғайным, атай-әсәй мине, кинйә малайҙы, тыуған ауылға ҡайтартты. Яңы Байрамғол фермаһына тракторсы булып эшкә индем. Бер көндө өйөбөҙ янында "Ләйсән" ансамбле бейеүселәре тейәлгән автобус туҡтаны. Ринат Жамалов, Миҙхәт Алсынбаев, Дим Сәғитуллинды шунда уҡ таныным – улар Илдар ағайымды армияға оҙатышырға килгәйне. Ағайҙар мине ансамблгә саҡырғас, инәлтеп торманым. Шунан һуң ун биш йыл бейенем. Хыялым тормошҡа ашты, шөкөр. Бейеүемә ҡыуанып бөтә алмайым, күңел бейергә атлығып ҡына тора бит ул. Күмәкләшеп сәхнәгә сығыу, тамашасыларҙы таң ҡалдырыу – минең өсөн оло бәхет! Ҡайҙа бейеһәк тә еңеү менән ҡайттыҡ. Гастролгә ҡатыным Флүзә менән ирешеп булһа ла, ҡасып тигәндәй сығып китә инем. Ул кескәй балаларҙы ҡосаҡлап, турһайып ултырып ҡалһа ла, әйләнеп ҡайтыуыма һин дә мин – гел дә яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Йәшләй генә береһенән-береһе бәләкәс малайҙар менән донъя көтөп ҡалыуы еңел дә булмағандыр, шуға ебәргеһе килмәгәндер, тим...
Ғәлимйән ХИЛАЖЕВ:
– Инженер булып эшләп йөрөгәндә, 1982 йылда, мине "Ләйсән"гә етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Өлкәндәр, йәғни икенсе состав менән, ярты йыл бейеп өлгөргәйнем, ансамблде йәшәртергә ҡуштылар. Шунан өсөнсө составты тупланым. Бәхетемә Яңы Байрамғолдан биш егет килеп төштө, шулар менән бергә эште башланыҡ. Сәхнәлә йәнде биргәндәй итеп бейенек, репетицияларҙа ла үҙебеҙҙе аяманыҡ. Шуға ла һәр саҡ уңыш юлдаш булды.
Айбулат УРАЗБАХТИН:
– Ун ете йәшемдә "Ләйсән"гә килдем. Аграр университетҡа уҡырға ингәс тә бейеүҙән айырылманым, "Шатлыҡ"та бейенем. "Ләйсән" миңә рухи ныҡлыҡ бирҙе, физик яҡтан сыныҡтырҙы. Миңә ҡалһа, "Ләйсән"дә бейегәндәрҙең барыһы ла – тормошта үҙ урынын тапҡан кешеләр. Сөнки ансамбль тотош ғүмергә етерлек илһам, көс, дәрт бирә.
Нилә РЯБЦЕВА:
– "Ләйсән"дә бейеүе шундай оҡшай! Хәҙер инде төп составта түгелмен, утыҙ биш йәштә генә булһам да, ансамблдең ветерандары араһындамын. Юбилей концерттарынан ҡалдырмайҙар, ихлас күңелдән бейеүҙәрҙә ҡатнашам. Сөнки "Ләйсән" – ул бит беҙҙең байрам! Күңел байрамы, йәшлек байрамы, көс-дәрт байрамы!
Һандар һәм факттар
- Ансамбль репертуарында 200-ҙән ашыу бейеү иҫәпләнә.
- 972 йылда "Ләйсән"гә "Халыҡ ансамбле" тигән маҡтаулы исем бирелә.
- 2013 йылда ансамбль "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" исемен ала.
- Коллектив Рәсәйҙең һәр бер ҡалаһында тиерлек башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһаған, донъяның 50-нән ашыу дәүләтендә гастролдә булған.
- Коллективты төрлө йылдарҙа ансамблдән үҫеп сыҡҡан етәкселәр етәкләй: Әлфиә Мөхәммәтова, Венера Ҡустыбаева, Ғәлимйән Хилажев, Рәзинә Хәзиева, Рәис Низаметдинов. Әлеге ваҡытта ансамбль БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Ләйсән"дең элекке бейеүсеһе Миҙхәт Алсынбаев етәкселегендә эшләй.
- 2005 йылдан "Ләйсән" Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡанаты аҫтында.
Фотоһүрәттәрҙең авторы Марат Әминев