«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Махсус биттәр » Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...



05.02.2016 Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...

йәки Йырсыларға ниндәй бүләктәр бирәләр?

Бәләкәсме ул, ҙурмы, ихлас күңелдән бирелгән бүләк йәнгә рәхәтлек бирә. Байрамдарҙа, тыуған көндә, хатта сәбәп­һеҙ генә булһа ла, бүләк бирешеү – матур йола. Күберәк сәскә гөлләмәһе, матур ҡаптарҙағы кәнфиттәр, йомшаҡ уйынсыҡ, матур һауыт-һаба (айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн) бүләк ителә. Ихлас күңелдән бирелеүе шарт – ҡиммәтлеге, ҙурлығы мөһим түгел.
Билдәле шәхестәр, айырыуса йырсылар, бүләккә күмелеп тигәндәй йәшәй. Ә улар араһында шаҡ ҡатырғыс йәиһә ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡтары булғанмы? Бөгөн “Минең кумирым” рубрикаһында йырсыларыбыҙға бирелгән үҙенсәлекле бүләктәр хаҡында бәйән итәбеҙ. Уларҙы кем, ҡасан, нимә менән шатландырған?

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк... Йәмил БАЙМЫРҘИН Мәләүез ҡалаһынан бүләккә бесәй ҙә алып ҡайтҡан икән. 3 декабрҙә, үҙенең тыуған көнөндә, тап ошо ҡалала концертта сығыш яһарға саҡырыу ала. Сәнғәт кешеһе өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә? Әлбиттә, тамашасы! Шуға күрә ул шатланып риза була һәм юлға сыға. Яратҡан йырсыһының тыуған көнөн һәр кем белә. Йәмилде лә аҡ, ҡыҙыл роза сәскәләренә һәм бүләктәргә күмәләр. Нимә генә булмай улар араһында: көрөшкәләр, һөйөү һүҙҙәре яҙылған плакаттар, уйынсыҡтар һәм башҡалар! Йырсы “Аппағым, йомшағым” йырын башҡарып бөтөүгә, сәхнәгә ап-аҡ, йомшаҡ, матур ғына бесәй күтәргән ҡыҙ менә. Ул яратҡан йырсыһының 22-се тыуған көнөнә тап ошо бүләкте бирергә ҡарар иткән.
Йәмил, элекке ауыл малайы, йорт йәнлектәрен үлеп ярата икән. Бүләк өсөн шатлана, уны ҡәҙерләп кенә Өфөгә алып ҡайта. Уны һыйлар өсөн магазиндан иң ҡиммәтле колбаса, иң ҡуйы һөт, иң тәмле икмәк һатып ала башлай. Саф һауа һуларға сыҡҡанда аҡыллы ғына йөрөгән бесәйен йырсы, ваҡыты булмау сәбәпле, бер көн үҙен генә сығарып ебәрә. Шул көндө үк ул ғәйеп була. Тәүҙә үҙе генә, аҙаҡ дуҫтары менән бөтә йортто, ишек алдын, подвалдарҙы ҡарап сыға. Әммә бушҡа, бесәй табылмай. “Аҙашҡанына ышанмайым. Берәйһе урлағандыр тип уйлайым, бигерәк матур, һөйкөмлө, йомшаҡ ине бит”, – ти Йәмил.

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Йырсы, фотограф, модель Розалия ШӘРӘФЕТДИНОВАҒА бәләкәй генә тамашасыһы үҙ ҡулдары менән эшләгән йөҙ браслет бүләк иткән! Стәрлетамаҡ ҡыҙының ҡул эштәренә маһир булыуына йырсы һаман да хайран ҡала. Бисер менән һырланған, төҫлө ептәрҙән үрелгән, бәйләнгән, сигелгән, ҡорамаларҙан тегелгән һәм башҡа төрлө бик күп ҡул эшенән торған был бүләктәрҙе Розалия һаман да ҡәҙерләп һаҡлай, сығыш яһағанда, ҡунаҡҡа барғанда кейә. Хатта үҙенсәлекле браслеттарға тап килтереп кейем алған саҡтары ла булған.


Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА, йырсы:
– Бынан күп йылдар элек, Сибай филармонияһында эшләгән саҡта, Салауат райо­нына оҙайлы гастролгә сыҡтыҡ. Беренсе ауылдағы сығыштан һуң миңә бер егет ҙур матур гөлләмә бүләк итте. Ҡулыма хат та тотторҙо. Унда үҙенең миңә булған хистәрен бәйән иткәйне. Ваҡиға бөтөнләй онотолор ине, әгәр ҙә икенсе, аҙаҡ өсөнсө ауылда ла был хәл ҡабатланмаһа. Аҙаҡ егет менән танышып, аралашып киттек. 12 ауылда сығыш яһаныҡ, ул һәр концертҡа килде. Һуңғы көндә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Йәш, башта елдәр уйнаған саҡ ине, гастролдән осоп, ҡанатланып ҡайттым. Аҙаҡ ике йылға яҡын хат алыштыҡ, тик бергә булырға яҙманы. Үкенмәйем, әммә йыш ҡына уның гөлләмәләрен иҫләп алам. “Тәүге мөхәббәтем” тип аталған йырым тап шул мәлдәрҙең иҫтәлегенә арнала.

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Бынан бер нисә йыл элек, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Руслан ХАЙСАРОВҠА серле бер һылыу аквариум балығы бүләк итә. Актер өсөн ҡыҙҙың шәхесе һаман да сер булып ҡала, сөнки бүләген театр вахтаһында ҡалдыра. Руслан балыҡты үҙенең дуҫы, хатта ғаилә ағзаһы кеүек күреп тәрбиәләй башлай. Серҙәрен һөйләй, йырҙар йырлай, ролдәрен уйнап күрһәтә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актер гастролгә сыҡҡан ваҡытта, ҡарау етмәүҙәнме, ауырыуҙанмы, балыҡ һәләк була. Юғалтыуҙы егет бик ауыр кисергән.
– Бик оҙаҡ дуҫым өсөн ҡайғырып, уйланып йөрөнөм. Йорт хайуандары кеше өсөн иң яҡын дуҫ, тиеүҙәре хаҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өнһөҙ дуҫыма күңелем менән ныҡ бәйләнеп өлгөрҙөм. Туғандарым тағы ла ниндәйҙер йәнлек алырға кәңәш итә, әммә беҙ ҡатыным Гөлназ менән юлда йыш йөрөйбөҙ, ҡарау етмәҫ, тип борсолабыҙ. Шуға күрә әлегә ул хаҡта уйланмайбыҙ. Тағы ла берәй театр һөйөүсе серле ҡыҙ ғына бүләк итмәһә...

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Айгөл ӘМИНЕВА, йырсы:
– Ысынлап та, күп осраҡта тамашасы сәскә һәм тәмлекәстәр бүләк итә. Ә үҙенсәлекле бүләк менән йәш егеттәрҙең аптыратҡаны булды. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ – айыу, фоторәсемдәремдән календарь, тәмле торт... Былтыр, йыш ауырығанымды белгәс, таныштарымдың береһе өс төрлө бал (сәскә, ҡарабойҙай һәм йүкә) йыйылмаһы алып килде. Һаулығым өсөн борсолоуы мине шатландырҙы. Ә шулай ҙа күңелемдә матур хәтирә булып уйылып ҡалырлыҡ бүләк йыр булды. Таныш булмаған егет, миңә булған һөйөүе хаҡында йыр ижад итеп, уны гитарала уйнап йырлағанын видеоға төшөргән дә үҙемә ебәрҙе. Ул йырҙы һаман да хәтерләйем, бәлки, киләсәктә сәхнәнән дә башҡарырмын.
Үҙем бүләкте оҙаҡ һайлайым. Уны аласаҡ кешенең характерына, ҡыҙыҡһыныуҙарына, эшмәкәрлегенә яраҡлы нәмәләрҙе эҙләп, көндәр буйы магазинда йөрөгән саҡ бар.

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Гүзәл ӘЙҮПОВА, йырсы, Милли йәштәр театры артисы:
– “Бәйләнештә” селтәре аша бер егет менән аралашып киттек. Бер көн минән: “Нимә яратаһың?” – тип һорағайны, шаяртыу ҡатыш, еләк-емеш, тип яуап яҙҙым. Ысынлап та, уларҙы яратам, хатта хеҙмәттәштәрем дә гел йә алма, йә банан, йә виноград ашап йөрөгәнемә өйрәнеп бөткән. Ул хаҡта төрлө шаяртыуҙар ҙа, көләмәстәр ҙә уйлап сығарып бөттөләр.
Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын уйнаныҡ. Спектакль тамамланғас, күмәкләп баш эйеү өсөн сәхнәгә сыҡтыҡ. Шул саҡ миңә теге егет гөлләмә менән емештәр һалынған ҙ-у-у-у-у-у-у-р пакет килтереп тотторҙо. Көтөл­мәгән хәлдән аптырап ҡалдым, күтәреүе ауыр, иҙәнгә ул­тыртһам, йығылып китер, емештәр түгелер, тип ҡурҡам. Би­ҙәнеү бүлмәһенә тиклем саҡ алып барып еткерҙем. Ни­мә генә юҡ ине унда, тотош емеш магазинын алып килгән!
Ә шулай ҙа бүләккә, актриса булараҡ та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, сәскәләр алырға яратам. Гөлләмәме ул, кипкән сәскәләрҙән композициямы әллә һауытта үҫеп ултыр­ған гөлмө, хатта сәскә орлоҡтарын бирһәләр ҙә шатланып ҡабул итәм. Сөнки баҡсабыҙҙа сәскәләрҙе үҙем үҫтерәм.


Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...Ғайсар МИНДЕҒОЛОВ, йырсы:
– Концерттарҙа сығыш яһаған һайын тиерлек тамашасылар төрлө сувенирҙар, йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итә. Улар өйҙә күп кенә йыйылып китте, хатта кәштәләр­ҙә китап ҡуйырға урын юҡ. Шуға күрә ошо арала уларҙы барлап, матурҙарын һайлап, балалар йортона алып барып тапшырырға иҫәп тотам. Балалар уйнап кинәнһен әйҙә.
Ә бүләге менән иҫтә ҡалған бер ҡыҙ булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сығышымдан һуң ул, футболка һәм күп кенә тәмлекәс һалынған тартма тотоп, сәхнәгә сыҡты. Өйгә ҡайтҡас ҡына улар араһынан көндәлек яҙылған блокнот табып алдым. Был серле ҡыҙ унда миңә булған һөйөүе хаҡында яҙа. Тыуған көнөмдә ҡулына тату эшләткәнен дә бәйән иткән хатта. Хистәре менән генә түгел, ә матур әҙәби теле менән дә хәтеремдә ҡалды. Бындай талантлы ҡыҙ киләсәктә мотлаҡ яҙыусы йәки шағирә, йә журналист булыр ул. Бер нисә йылдан билдәле шәхес булып китһә, тәүге яҙмалары миңә арналғайны, тип ғорурланып йөрөрмөн әле. Шуға күрә ул блокнотты һаҡлап ҡына йөрөтәм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға