«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йәнтөйәк - халҡыбыҙ мираҫын һаҡлаусы



25.12.2015 Йәнтөйәк - халҡыбыҙ мираҫын һаҡлаусы

Йәнтөйәк - халҡыбыҙ мираҫын һаҡлаусыБилдәле булыуынса, кеше үҙенең яҡындарына, яратҡан урындарына ашҡынып, яҡты хистәр менән бара. Шундай осрашыу­ҙарҙан шәхес ҡәнәғәтләнеү ала, уның күңелендә матур уйҙар ҡайнаша. Көйөргәҙе төбәгендә күп йылдар сағыу, үҙенсәлекле ижады менән яҡташтарын шатландырған, уларҙың ихтирамын яулаған «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле сығыштарын ҡараған кешеләрҙә ошондай күтәренке кәйеф, халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы менән һоҡланыу тойғолары барлыҡҡа килә, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Эйе, ерҙәштәренең һөйөүен, хөрмәтен ансамбль даими ижади эҙләнеүе, репертуар төҙөүгә етди ҡарауы, уны яңыртып тороуы, сығыштарында халҡыбыҙҙың йыр-моңона, бейеүҙәренә, йолаларына һәр саҡ иғтибар бүлеүе һөҙөмтәһендә яуланы. Ә бит ошо төркөм буш урында барлыҡҡа килде тип әйтергә була.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында элекке үҙ исемен ҡайтарып, Көйөргәҙе районының үҙәге Күмертау ҡалаһынан башлыса рус халҡы йәшәгән Ермолаев ауылына күсерелде. Күп тә үтмәй, халҡыбыҙ зыялылары бында башҡорт телендә ижад иткән һәүәҫкәр түңәрәктәр булдырыу бурысын ҡуйҙы. Ул ваҡытта ошо ауылда халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған, ҡалала ла, район ауылдарындағы төрлө концерттарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан Юлдыбаевтар ғаиләһе йәшәй. Альберт Ғәйфулла улы оҫта итеп ҡурайҙа уйнаһа, ҡатыны Мәрйәм Фәйзулла ҡыҙы үҙенең моңло йырҙары менән тамашасылар ихтирамын яулағайны.

Райондың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткәс, урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Мәрйәм ханым ире ярҙамында башҡорт фольклор төркөмөн булдырыу эшенә тотона. Халҡыбыҙ милләтенән булғандар­ҙың район үҙәгендә әллә ни күп йәшәмәүе шарттарында коллективты туплау еңелдән булмай. Ләкин «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан» тигәндәй, төркөмгә Ермолаев ауылынан да, яҡыныраҡ тораҡ пункт­тар­ҙан да милли мәҙәниәтте яратыу­сылар ылыҡтырыла һәм репертуар төҙөү эше, репетициялар башлана. Мәрйәм Фәйзулла ҡыҙы хәтерләүенсә, ойоштороу мәшә­ҡәттәрен еңеләйтеүҙә район хакимиәте, уның мәҙәниәт бүлегенең ярҙамы тос була.

Ниһайәт, 1995 йылда «Йәнтөйәк» исемле ижади коллектив тәүге тапҡыр яҡташтары алдында уңышлы ғына сығыш яһай. Фольклор төркөмө барлыҡҡа килгәндән алып, һәр саҡ үҙе йөрөткән исемде аҡлап, репертуарына тыуған төйәкте данлаған, уға мөхәббәт менән һуғарыл­ған, ошо яҡтарҙа ижад ителгән һәм башҡарылған йыр-моңдо, бейеү­ҙәр­ҙе, йолаларҙы индерергә тырыша. Улар иҫәбенә яҡташ композитор Айрат Ҡобағошов эшкәртеүендәге башҡорт халыҡ йыры «Көйөргәҙе»не, «Яҡут таҡмаҡтары»н, «Юшатыр» көйөнә «Гүзәл ерем, Башҡортостан» йырын, «Орсоҡ бейеүе»н, «Умартасы серҙәре», «Бауырһаҡ» йолаларын, «Кинйә йәйләүе», «Кинйә ҡайтты», «Кинйәнең шәжәрәһе» инсценировкаларын индерергә мөмкин. Ижади эштәге уңыштары өсөн 2003 йылда ансамблгә «халыҡ» тигән юғары исем бирелә һәм ошо дәрәжә ышаныслы һаҡланып килә. «Йөрөгән таш шымара» тигәндәй, «Йәнтөйәк»тәр республика, төбәк-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа даими ҡатнашып, уңышҡа өлгәшә. Улар «Ашҡаҙар таңдары», «Салауат йыйыны», «Еңеү салюты», «Дуҫлыҡ веногы» фестивалдәре, Өфөлә үткәрелгән «Башҡорт шәле» республика конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Күрше Ырымбур өлкәһендә даими уҙғарылған Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә лә уңышлы сығыш яһайҙар. Яҡташ артистарыбыҙ 2011 йылда Һарытау ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй этнофестиваленең дипломы менән дә билдәләнде. Әлеге ваҡытта башҡорт халыҡ фольклор төркөмөндә 25-ләгән солист шөғөлләнә. Улар араһында умартасы ла, профсоюз хеҙмәткәре лә, китапханасы ла, пенсионер ҙа бар. Төркөм етәксеһе Мәрйәм Юлдыбаева белдереүенсә, улар ансамблгә йәш быуын вәкилдәрен ылыҡтырыу менән даими шөғөлләнә. Шөкөр, хәҙер район үҙәгендә төркөмгә кешеләр һайлап алыу даирәһе киңәйҙе. Киләсәктә ошо йүнәлештә Ермолаев ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусылары менән маҡсатлы эш алып барыу күҙаллана.

Шик юҡ, киләһе йылдарҙа ла «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яҡташтарын ғына түгел, республика, күрше төбәктәр тамашасыларын да халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы менән уңышлы таныштырыр, яңы ижади үрҙәр яулар.

Урал ҠӘЙҮПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға