18.12.2015
БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәғиҙә Йәнбулатованың тыуыуына – 100 йыл
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы Әҙәбиәт йылына бағышлап, төрлө йылдарҙа театр сәхнәһендә ижад иткән сәнғәт әһелдәренең әҙәби эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Йыл әйләнәһенә төркөмдә (http://vk.com/bashdrammuseum) режиссер һәм актерҙарҙың шиғырҙары, пьесалары донъя күрә барҙы. Бик күп талантлы актерыбыҙ сәхнәлә генә түгел, шиғриәттә лә үҙ урынын тапҡан.
Шулар араһында күренекле башҡорт совет театр актеры, драматург, шағирә һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәғиҙә Сәйетғәле ҡыҙы Йәнбулатова, тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән, йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 1957 йылда уның «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. СССР яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәндән һуң нескә күңелле шағирә тағы ла бер нисә китабын нәшер итә.
1966 йылда донъя күргән «Йөрәк йырҙары» шиғырҙар китабы менән танышҡандан һуң, шағирәнең шул тиклем тормошто яратыуын, һәр бер күренеште күңеленә яҡын ҡабул итеп, йөрәге аша үткәреүен тояһың. Ана шул күңеленән, йөрәк түренән сыҡҡан хис-тойғолары, һағыштары менән бүлешә ул китабында. Рәғиҙә Йәнбулатова – лирик шағирә. Шиғырҙарында тәбиғәткә, яҡын кешеләренә, йәшлек дуҫтарына һөйөү, һағыныу, сафлыҡ бөркөлөп тора. Уларҙа диңгеҙ киңлектәренән осҡан аҡсарлаҡтар менән осрашаһың, ихласлыҡ менән ярҙарына бәргән тулҡындарҙы күҙәтеп, былбыл һайрауына тын ҡалаһың...
Шағирәнең шиғри юлдары көйгә һалына һәм ул халҡыбыҙ яратып башҡарған бик күп йырҙың авторы булып таныла. Үҙе лә йырлай. «Моң минең булмышымдағы бөтә мөмкинлекте бергә тупланы ла ҡеүәтле бер көскә әйләндерҙе. Әгәр врач булһам, ауырыуҙарға мотлаҡ рәүештә йыр тыңларға ҡушыр инем. Иң яратҡан йырҙарын, туған моңдарын тыңлатыр инем. Һауығыуҙы күпкә тиҙләтер ине был сара. Йырҙан, моңдан айырылмағыҙ», – тип ҡабатларға яратҡан ул. 60-сы йылдарҙа Рәғиҙә Йәнбулатова шиғырына яҙылған популяр «Өфөм – баш ҡалам» вальсын белмәгән кеше бик һирәк булғандыр. Был йыр бөгөн дә олоһона ла, кесеһенә лә таныш һәм яҡын.
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала,
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
Урамдары көҙгөләй асфальт,
Эшсән халҡы күңелле һәм шат.
Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!
Йәшлек темаһына арналған шиғырҙары үткәндәрҙе һағыныу тойғоларына һуғарылған. Уларҙы уҡып, комсомол сафында тәрбиәләнгән йәштәрҙең эштәре менән танышып, алдыңа ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу уйы менән яна башлайһың.
Юғары хистәргә бай артист сәхнәлә һәр образды тик үҙенсә һынландырып, уны бар күңеле менән яратып, ҡабатланмаҫ итеп башҡара. М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһындағы Шәфәҡ ролен тәү тапҡыр нәҡ ул уйнай. «Шәфәҡ нуры» шиғырында бына нимә ти ул:
Уйнап Шәфәҡ килен ролен,
Рухым менән күккә аштым,
Йәшәрҙем бер мәлдә мин һәм
Йәшлегем менән хушлаштым.
Йәшлегемдең һуңғы нуры
Булды миңә Шәфәҡ роле,
Шәфәҡ нуры араһына
Инеп юғалды ул бары.
Шуға күрә киске шәфәҡ
Нурҙарына мин ҡараһам,
Йәшлегем, гүйә, йылмая
Шәфәҡ нуры араһынан.
Рәғиҙә Йәнбулатованың тормош юлдашы – башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, атаҡлы ир-уҙаман Арыҫлан Мөбәрәков. Уларҙың ҡыҙы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелә: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда, атаһы кеүек, «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһалана. 1959 йылда яҙылған «Ҡыҙыма» шиғырынан әсәнең ҡыҙына ҡайнар мөхәббәте, наҙы, йылылығы тойола. Йәшлек йырым, гөлөм тип, былбыл менән сағыштыра ул. Тормош ауырлыҡтарын сабыр ҡабул итеп, сыҙам булырға саҡыра, күҙенән йәштәр түгел, тик нурҙар балҡып тороуын, изге теләктәр теләй.
...Яуһа боҙҙар, ҡупһа ҡойон,
Иҫһә елдең һалҡыны...
Сәскә кеүек аума ергә,
Сыҙам бул һин, алтыным!
Нескә күңелле, изге йөрәкле шағирәнең тәрбиәүи характерҙағы шиғырҙары ла байтаҡ. Мәҫәлән, «Тулҡындарға ҡаршы йөҙ» шиғырында ғәмһеҙ бала-сағаның Иҙел буйында һыу инеүен һүрәтләй. Уларға тормошто, Иҙелдән дә киң, тип, тулҡындарын Урал тауҙарына тиңләй. Ҡурҡмайынса тулҡындарға ҡаршы йөҙөгөҙ, еңеү шул саҡта ғына киләсәк, белегеҙ, ти ул. Рәғиҙә Сәйетғәле ҡыҙының шиғырҙары тәрән тойғоло, нескә хисле һәм йөрәк түренән сыҡҡан. Китабын да юҡҡа ғына «Йөрәк йырҙары» тип атамағандыр.
Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты.