20.11.2015 "Башҡорт йыры" конкурсының иң оҫта йырсылары билдәләнде
Йыр-моңға битараф булмаған тамашасылар йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт йыры” конкурсын күҙәтеп, яратҡан йырсылары өсөн “ауырып”, сәләм хаттары ебәреп барҙы. 4 – 5 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк гала-концертҡа утыҙҙан ашыу конкурсант араһынан алты йырсы һайлап алынды. “Иң-иң”дәрҙе билдәләү танылған сәнғәт әһелдәре Азат Айытҡолов, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсурина, Йәмил Әбделмәнов, Гөлназ Ғәлинаның өлөшөнә төштө.
Бөгөн “Йәшлек” гәзите финалға үткән иң оҫта йырсылар менән яҡынданыраҡ таныштыра. Ә уларҙың моңло тауыштарын тыңларға теләүселәрҙе йылдың төп ваҡиғаһы булған “Башҡорт йыры” концертына саҡырабыҙ.
Дамир ТАИПОВ, 24 йәштә, Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, әрме хеҙмәтен үтергә лә өлгөргән. Әлеге ваҡытта сәнғәт академияһының вокал бүлегендә белем ала.
Тәүге тапҡыр сәхнәгә алты йәшендә “Күбәләгем” йыры менән сыҡҡан. Киләсәктә опера йырсыһы булырға һәм “Салауат Юлаев” операһында Юлай арияһын йырларға хыяллана. Зәки Мәхмүтовтың йырлағанын ярата. Мәскәү ҡалаһында үткән “Bella voce” халыҡ-ара конкурсында еңеү яулаған.
Артур ШӨҒӘЙЕПОВ, Нуриман районының Ҡыҙыл Яр ауылынан 25 йәштә, йондоҙнамә буйынса – ҡыҫала. Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһын тамамлағандан һуң уҡыуын Нәзиб Йыһанов исемендәге Ҡазан консерваторияһында дауам итә. Халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусы булараҡ, үҙен “Башҡорт йыры” конкурсында һынап ҡарарға теләгән. Быға тиклем “Юлдаш” йыры” һәм Рәшид Ваһапов исемендәге йырсылар конкурстарында еңеү яулаған. Киләсәген йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
Илдар АБДУЛЛИН, вокаль белеме булмаһа ла, профессиональ йырсылар менән көс һынашырға батырсылыҡ иткән. Йәштәр араһында эстрада йырсыһы, автор-башҡарыусы булараҡ танылыу яулаған егет һуңғы арала халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Баймаҡ районының Күсей ауылынан, 30 йәштә. Өйләнгән, дүрт йәшлек ул үҫтерә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының думбыра класын тамамлап, әлеге ваҡытта Баймаҡ мәҙәниәт йортонда эшләй. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә тыуып үҫкән.
Нурзиә САБИТОВА – Әбйәлил таланты. Үрге Әбдерәш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Йондоҙнамә буйынса – ылаҡ, Яңы йыл байрамы алдынан донъяға килгән. 21 йәштә. Сибай сәнғәт колледжын тамамлағандан һуң белемен Ҡазан консерваторияһында камиллаштыра. Инглиз һәм итальян телдәрен өйрәнә, киләсәктә йыр менән донъя буйлап сығыш яһарға хыяллана. Башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”ҙы үҙ итеп, яратып башҡара. Тауышына ла тап килә, мәғәнәһе һәм ҡатмарлы башҡарыу оҫталығын талап итеүе менән дә үҙенсәлекле, ти ул.
Фәһим ТОҠОМБӘТОВ Ейәнсура районында тыуып үҫкән, Баймаҡ кейәүе, Иглин район мәҙәниәт йортонда эшләй. Ҡатыны Гөлдәр менән Солтан исемле ул үҫтерәләр. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә тәрбиәләнгән, әсәһе Рәсимә – моңло йырсы, атаһы Ғайса оҫта гармунсы булараҡ районда дан ҡаҙанған. Әммә үҙенең сәнғәт юлынан китеүе менән белем алған Ейәнсура башҡорт гимназияһына бурыслы тип һанай. Балыҡҡа йөрөргә, тәбиғәттә ял итергә ярата. Аш-һыу оҫтаһы, айырыуса ит ризыҡтарын тәмле бешерә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка бүлеген тамамлаһа ла, киләсәген йыр менән бәйләргә теләй. “Башҡорт йыры” конкурсын ошо маҡсатҡа илткән юлдың тәүге башланғысы тип иҫәпләй.
, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, “Каруанһарай” студияһында эшләп йөрөй. Таланттар ояһы – Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән. 22 йәштә, өйләнмәгән. Футбол һәм бильярд уйнарға ярата. 2004 йылда “Ирәндек моңдары” конкурсында гран-при яулаған. Тауыш мөмкинлектәренә һоҡланған жюри ағзалары уға күберәк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға тәҡдим иткән. Күңеленә Венер Абдуллиндың йырҙары яҡын.
Конкурстың финалына үтеүсе йәш йырсылар 4 – 5 декабрҙә Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының мәшһүр йыр сәнғәте оҫталары менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Йыр байрамынан, йылдың иң ҙур ваҡиғаһынан, ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!