«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Гәлсәр һандуғас” моңона сорналып



14.11.2015 “Гәлсәр һандуғас” моңона сорналып

Оҙайлы тәнәфестән һуң популяр конкурс яңынан тергеҙелде!

“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналыпМай айының таңында өҙөлөп-өҙөлөп һайраған һандуғасты ишеткәнегеҙ бармы? Йән­дәрҙе тетрәтер, күңелдәрҙе күтәрер, күңелдәрҙе берсә һағышҡа, берсә шатлыҡҡа тултырыр, йәшәүгә мәғәнә өҫтәр кеүек был моң... Хатта шул һандуғас кеүек һайрай алмағанға бер аҙ үкенеп тә ҡуяһың. Ә ул бары тик тыуған ерен, һайрар талын өҙөлөп һағынған да, күңеле тулып йырлай ҙа йырлай ғына.

“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналыпДүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң эфир киңлектәренә, сәхнәгә сыҡҡан “Гәлсәр һандуғас” телефес­тиваленең гала-концерты ла, тап ошо һандуғастай, күңелдәр­ҙе тетрәндерҙе. Тамашасыны, ихлас алҡыштарҙы һағынған йырсы-һандуғастар был көндө моң байрамына әйләндерҙе. 80 йырсы араһынан һайлап алынған 20 финалсы үҙҙәренең сәхнәлә юҡҡа ғына баҫып тормауын иҫбатланы. Байрам хужабикәһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Зем­фира Байбулдина сәхнәгә үҙенә ярҙамсы итеп берәм-берәм “Рә­сәй – Башҡортостан” телерадиоканалының алмаштырғыһыҙ алып барыусыларын саҡырҙы. Матур тауышы менән меңдәрсә радио тыңлаусыны әсир иткән Наилә Ғәләүетдинова, мәңге йәш, гүзәл Флүрә Мурзина, йор һүҙле, алсаҡ Александр Кузьменко һәм бала­лар­ҙың яратҡан Тыр-тыры, йәғни Фирҙәт Ғәлиев кисә барышында йәш йырсыларға фатихаһын еткер­ҙе. Дүрт сәғәт барған концертта быйылғы “йәшел” финалсылар ҙа, билдәле йырсылар ҙа, “Гәлсәр һандуғас”тың үткән йылдарҙағы еңеүселәре лә тамашасыларҙы йырҙары менән һөйөндөрҙө.

“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналып“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналыпМәрхәмәтле, кешелекле булыр­ға оло йөрәк кәрәк. Эргә-тирәбеҙҙә мөмкинлеге сикләнгән әллә күпме кеше йөрөй, бәләкәй генә изгелек ҡылып, уларҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү һәр көнөбөҙҙө байрамға әүерелдерер ине. Быйылғы проектта ойоштороусылар ижадҡа ынтылған, йыр-моң һөйгән балаларҙы оло сәхнәгә сығарып, изге эш эшләне. Та­машасы Айгизә Ҡаҙаҡҡолова ме­нән Иҙел Хәкимовтың матур йырлауына, Гүзәлиә Фәттәхо­ваның һүҙ оҫталығына хайран ҡалып, аяҡ үрә тороп ҡул сапты. Йәш таланттарҙы милләтебеҙҙең билдәле шәхестәре, ил инәһе исеменә лайыҡ ҡатын-ҡыҙҙар Зөһрә Рәх­мәтуллина, Сәлиә Мыр­ҙа­баева, Әлфиә Әхмә­това сәләмләп, ҡиммәтле бүләктәрен тапшырҙы.

“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналыпФинал концертында ҡатнашыу­сы Айҙар Лати­пов, Эльвира Рә­ҡипова, Эдуард Насиров, Ирина Хафизова һәм Сабина Кучаеваға – “Асыш”, Ири­на Халиҡова, Карина Ҡазыханова, Асия Шаһминаға “Өмөт” номинациялары тапшырылды. Эльвира Ҡолоева менән Ләйсән Мыр­ҙағолованы тауыш биреү буйынса радио тыңлаусылар яратҡан йырсыһы итеп һайланы. “Оҫта башҡарыусы” номинацияһында Илдар Жа­малов, Ильяс Кинйәғолов, Денис Нәғимов билдәләнде. “Тамашасы һө­йөүе”н Сәлимә Ғарифуллина яуланы. Шулай уҡ байрамды ойоштороусылар, бағыусылар үҙ еңеүселәрен бүләкләне. Ә проекттың төп бүләге – “Йыл йыры” номинацияһы менән “Шәм­дәл­дәрҙә уттар яна” йыры өсөн шағир Әл­фис Ғаязов, композитор Рәдиф Зарипов һәм башҡарыусы Йәмил Бай­мырҙин бүләкләнде.

“Гәлсәр һандуғас” моңона сорналып– Быйылғы фестиваль тамам, әммә барыһы ла әле башлана ғына, – тине проект етәксеһе Зем­фира Байбулдина. – Алда беҙҙе гастролдәр, өр-яңы йырҙар, тапшырыуҙар, осрашыуҙар көтә. Шуға күрә йырсыларыбыҙҙың киләсәге тағы ла йондоҙлораҡ һәм моңлораҡ, тип әйтә алам. Концерттың телевизион вариантын тамашасылар Яңы йыл байрамдарына тиклем һәр йомала иртәнсәк ҡарай аласаҡ.

Тап “Гәлсәр һандуғас” моңона һыуһаған тамашасы, төн уртаһы етеп килеүенә ҡарамаҫтан, концерт бөткәс тә тамашасы залын ҡалдырып сығырға ашыҡманы. Йондоҙ булып ҡабынған йәш йырсылар менән фотоға төшөргә теләүселәрҙән оҙон сират барлыҡҡа килде.

Тыуған еребеҙҙең бер ваҡытта ла йыр-моңға, йырсыларға мохтажлыҡ кисергәне юҡ. Сөнки таланттарҙы күтәргән мәртәбәле проекттар эшләп килә. Быйылғы еңеүселәр ҙә үҙҙәренең тырышлығы, таланты менән халыҡты оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр әле...

Конкурсанттар фекере

Йәмил БАЙМЫРҘИН, “Йыл йыры” номинацияһы еңеүсеһе:
– Быға тиклем йәштәр өсөн генә йырлап йөрөһәм, үҙемде үҫтереү, төрлө йәштәге тамашасы күңеленә юл һалыу өсөн “Гәлсәр һандуғас” ҡа килдем. Земфира Байбулдина менән аралашып, уның сәхнәлә, камера алдында нисек эшләргә өйрәткәнен тыңлап, үҙемә бик күп яңылыҡ астым. Бөгөнгө еңеүем – минең өсөн оло юл. Тимәк, тайпылмайса ғына йыр менән бергә атларға кәрәк.

Сәлимә ҒАРИФУЛЛИНА, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүсеһе:
– Бөгөнгө кисергән уй-тойғоларҙы, кисерештәрҙе һүҙ менән генә аңлатып булмай, күңел йыр һорай. Барлыҡ борсолоуҙар, ҡаушауҙар, ҡурҡыуҙар артта ҡалды. Барыһы ла күҙ асып йомған арала ғына үтте лә китте.

Сабина КУЧАЕВА, “Асыш” номинацияһы еңеүсеһе:
– Проект сиктәрендә үткән был йыл минең өсөн оло, мөһим тормош һәм сәнғәт мәктәбе булды. Бала саҡтан сәхнә тураһында, йырсы булырға хыялландым. Бөгөнгө концерт ошо хыялдарымдың тормош­ҡа аша башлауын иҫбатланы.


Үткән йылдарҙағы лауреаттар фекере

Гүзәл АҪЫЛБАЕВА, “Гәлсәр һандуғас – 2007” конкурсы еңеүсеһе:
– Фестивалдең дүрт йылға юғалыуы оло бер дәүер кеүек тойолдо. Уның ҡабаттан үҙ эшен башлап ебәреүе беҙгә, үткән йылдарҙағы еңеүселәргә, шатлыҡ булһа, быйылғы конкурсанттарҙың, киләһе йылдарҙа ҡатнашасаҡ талантлы йырсыларҙың күңелендә өмөт уятты. Проект ялға туҡтау менән яңы йырҙар һирәгәйҙе, матур сәхнә күлдәктәре тектермәй башланыҡ. Күптән түгел ҡыҙым тыуҙы, шатлыҡлы мәшәҡәттәр менән сәхнә бер аҙ онотолоп торҙо. Ниһайәт, яңы көс, идеялар менән проект та үҙ эшен башланы, мин дә ҡабат сәхнәгә сығырға ҡарар иттем. Конкурстың 2-се турында жюри ағзаһы булараҡ йырсылар­ҙың сығышын ҡараным. Көслө, үҙенсәлекле таланттар бар. Сабина Ку­чаева менән Айҙар Ла­типовты айырым атап үтер инем. Уларҙың ижад юлында тик уңыштар, алҡыштар көтөүенә ышанғы килә.

Гөлфинә ХӘМИТОВА, “Гәлсәр һандуғас – 2008” лауреаты:
– Проекттың оҙон ғүмерле, дауамлы булырына шигем юҡ ине. Сөнки ул тәүге йылдарҙан уҡ республикабыҙҙың иң талантлы йәштәрен берләштерҙе, улар менән тамашасыны ла йәлеп итте. Мин һөнәрем буйынса уҡытыусы, йыр сәнғәтен үҙ итеүемә ҡарамаҫтан, оло сәхнәгә сығырмын тип һис кенә лә уйламаным. Тап “Гәлсәр һандуғас” проекты минең кеүек төрлө һөнәр эйәләрен йырға, сәхнәгә яҡынайтты. Бөгөн дә талантлы йәштәргә ҡарап, һоҡланып ултырҙым. Эльвира Киелбаеваның моңло тауышы, Йәмил Баймыр­ҙиндың дәртле йыры һаман да ҡолағымда сыңлай. Берҙәм булып, дәртләнеп йәшәргә һәм йәшнәргә яҙһын беҙгә!

Резеда ӘМӘКӘСОВА, Стәр­летамаҡ концерт-театр берләшмәһе артисы:
– Мине, театр актерын, халыҡҡа тап “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсы йырсы булараҡ танытты. Халыҡ араһында күп булам, уларҙың был проектты нисек һағынғанын, көткәнен ишетеп, күреп йөрөнөм. Бөгөнгө концерт финалға үтеүселәргә генә түгел, беҙгә, элекке конкурсанттарға ла, оло байрам. Сабина Кучаева менән хеҙмәттәшем Айҙар Латипов өсөн янып, “ауырып”, еңеүҙәрен көтөп йөрөйөм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға