«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Матурлыҡ– ул сәләмәтлек



06.11.2015 Матурлыҡ– ул сәләмәтлек

Матурлыҡ–  ул сәләмәтлекҺәр ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән яратылыр өсөн тәү сиратта үҙ-үҙен яратырға тейеш. Кемдер – аҡса, кемдер – ваҡыт, ә бәғзеләр һаулыҡ етмәүҙе сәбәп итеп, үҙҙәрен яратырға онота. Әлфиә ЮЛСУРИНА иһә моңло, көслө тауышы, тетрәндергес йырҙары менән генә түгел, ә гүзәллеге, матурлығы менән дә тамашасыны арбай. Бөгөн уның менән матурлыҡ, сәләмәтлек серҙәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиһәләр ҙә, Әлфиә апай, йәшегеҙҙе һораһалар, йәшермәй генә әйтәһегеҙме?
– Йәш тураһында оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырырға яратмайым, әммә унан әллә ни ҙур сер ҙә яһағаным юҡ. 1960 йылдың 25 апрелендә тыуғанмын. Миңә теп-теүәл 55 йәш.

– Ә күңел торошоғоҙ, дәртегеҙ менән үҙегеҙгә нисә йәш бирер инегеҙ?
– Миңә һаман да 18 йәш кеүек. Һаман да кешеләр менән ышанып, ихлас аралашам, әле лә, баш әйләндергес хистәргә сорналып, ғашиҡ булам.

– Ә бына шул ғашиҡлыҡ, яратыу хистәре ҡатын-ҡыҙға гүзәл, матур булыу өсөн этәргес көс була аламы?
– Әлбиттә. Ижад кешеһе өсөн генә түгел, ә һәр ҡатын-ҡыҙ, ғашиҡ булһа, үҙен донъяға яңы тыуғандай хис итә. Яратыу матур, камил булыр өсөн стимул булып тора. Ҡанатлы күңел торошо, алға ынтылыш гүзәл затты гүзәл итә лә инде. Тик был хисте бәйҙән ысҡыныу менән бутарға ярамай. Юғиһә ҡайһы берәү­ҙәр ғашиҡ булыуҙы, яратыуҙы боҙоҡлоҡ менән тиңләргә әҙер генә тора.

– Гүзәллегегеҙгә, һомғол буйығыҙға, һығылмалы кәүҙәгеҙгә һоҡланмаған, хатта көнләшмәгән кеше юҡтыр. Матурлыҡҡа ынтылыу һеҙҙең күңел талабымы?
– Мин үҙемде иҫ киткес гүзәл, матур ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә индермәйем. Әммә һөнәрем йыр, сәхнә менән бәйле булғас, әлбиттә, ҡиәфәтемде ҡайғыртырға мәжбүрмен. Үҙемде, тамашасымды ихтирам итәм икән, уларға матурлыҡ, камиллыҡ, күркәмлек өләшергә, зауыҡ тәрбиәләргә тейешмен. Сәхнә өсөн тәү сиратта талант һәм матурлыҡ кәрәк.
– Матурлыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр аҡса юҡлыҡты һылтау итә. Матур булыу ҡиммәткә төшәме?
– Нимә ул матурлыҡ, тип һораһалар, йәшәлгән йылдарым, тупланған тәжрибәмдән сығып шуны әйтер инем: матурлыҡ – ул һаулыҡ. Ә һаулыҡ, сәләмәтлек кешенең эске мәҙәниәте менән дә бәйле. Сөнки тырышһаң, ялҡау булмаһаң, үҙеңде яратһаң, сәләмәт һәм матур булырға мөмкин. Энергия бөркөп, дәрте ташып торған кешенән кем матур була ала?!
Беҙ, сәнғәт кешеләре, ҡәҙимге, ябай кешеләрҙән әллә ни айырылмайбыҙ. Рәсәй эстрадаһы “йондоҙ”ҙарының, әлбиттә, ҡиммәтле пластик операция, тире тарттырыу, татуаж эшләтергә, кремдар алырға мөмкинлектәре барҙыр. Әммә беҙ уларға мохтаж да түгел, аҡса ла етмәй. Һәм мәңге йәш булып ҡыланырға ла ярамай. Тәбиғәтте алдап булмай, йылдар үтә. Кешегә күпме ғүмер бирелгәнен Аллаһы Тәғәлә генә белә. Тик 20 – 30 йәштән үк матур, сәләмәт ҡартлыҡ тураһында ҡайғыртырға тейешбеҙ. Ҡан баҫымы күтәрелеп, бараһы ереңә бара алмай, сикләүҙәр, тыйыуҙар менән яфаланған ҡартлыҡ бер кемгә лә кәрәк түгел. Организм – аҡыллы күҙәнәктәрҙән торған механизм, хатта кешегә 40 – 50 йәш булғанда ла сәләмәтлеген ҡайғырта башлаһа, ул үҙенә булған иғтибарҙы, яратыуҙы һиҙә һәм яратыу менән яуап бирә башлай. Шуға күрә бөгөндән үҙегеҙҙе ярата, сәләмәтлегегеҙ тураһында ҡайғырта башлағыҙ. Даими рәүештә үҙеңдең һаулығыңдың торошон белер өсөн анализдар тапшырып торорға кәрәк. Беҙҙең һаулыҡ табипҡа түгел, ә үҙебеҙгә кәрәк.
Ә аҡсаға килгәндә, был һылтау ғына. Йәшәү рәүешеңде бер төрлө системаға, тәртипкә һалып алһаң, матурлыҡ әллә ни ҙур сығым талап итмәй. Ҡул аҫтындағы ябай ғына нәмәләрҙе лә үҙ файҙаңа тотонорға мөмкин.

– Ә һеҙҙең һәр ваҡыт матур, йәш булыу серегеҙ нимәлә?
– Ул бик ябай. Беренсе сиратта – күпләп һыу эсеү. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр сәй эсеү генә организмға етмәй. 8 – 10 стакан һыу эсеүҙе файҙалы ғәҙәт итеп алырға кәрәк. Икенсенән, хәрәкәт итеү мотлаҡ. Ярты сәғәткә генә иртәрәк тороп, күнегеүҙәр эшләйһең икән, организмға ҡеүәт өҫтәлә, һығылмалыҡ барлыҡҡа килә. Ә ҡартлыҡтың тәүге билдәһе – тәндең ҡатыуы. Һәр ваҡыт үҙеңде йәш тойоу өсөн бары тик хәрәкәт кенә кәрәк. Бараһы еремә саф һауа һулай-һулай йәйәү йөрөйөм. Ҡышын саңғыла йүгерәм, йәй көнө һыу инәм.

– Мәрйәм апай Бураҡаева бер сығышында, йырлаған кеше дөрөҫ тын ала, ә был – сәләмәтлектең төп ҡағиҙәһе, тигәйне. Бының менән килешәһегеҙме?
– Тулыһынса килешәм. Организм өсөн дөрөҫ туҡланыу һәм тын алыу мөһим. Үпкә, йөрәк һәм башҡа ағзалар өсөн кислород кәрәк. Йөрәктең торошо ла дөрөҫ итеп тын алыуға бәйле.

– Ә ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Һәр ҡатын-ҡыҙҙың өйөндә һут һыҡҡыс булырға тейеш. Мин йәй һәм көҙ айҙарында йәшелсә-емеш һутын эсәм. Улар йылға етерлек витамин бирә. Көндәлек рационымда шыттырылған бойҙай бар. Уны оҙаҡ итеп сәйнәһәң, урт өсөн дә файҙалы, тештәрҙе лә нығыта.
Ризыҡтарға килгәндә, үҙемә әллә ни сикләү ҡуймайым. Итте бала саҡтан яратманым, бик һирәк ашайым. Ә был һаулыҡ өсөн файҙалы. Ит яратҡандарға унан баш тартырға кәрәкмәй, бары тик йәшелсә, йәшел үләндәр менән бергә ашау зарур. Итте диңгеҙ балығы менән алмаштырырға мөмкин.
Ғөмүмән, үлән ке­шегә күп кәрәк. Отпуск мәлендә тыуған яғым Бөр­йәнгә ҡайтам да, ниндәй файҙалы үләндәр бар, шулар менән туҡланам. Берәр ҡыяр менән йоморт­ҡаны турайым да, ваҡланған юл япрағы, укроп, ҡарағат япрағы, йәшел һуған, кесерткән, дегәнәк, балтырған һәм башҡа үләндәрҙе ҡушып, үҫемлек майы менән бутайым. Ошо салат менән көнө буйы туҡланам.
Һуңғы ваҡытта йәшел сәй модаға инеп китте. Ә мин үҙебеҙҙә үҫкән үләндәрҙән эшләнгән сәйҙе яратам. Ҡайһы бер үләндәрҙе күп ҡулланыу һаулыҡ өсөн зыянлы, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Ә бына ҡурай еләге, ҡарағат, дегәнәк, балан, миләш, ер еләге япрағының кеше организмына бер ниндәй ҙә зарары юҡ. Уларҙы күп итеп йыям да, ит турағыс аша үткәреп киптерәм. Уны бешерһәң, ҡып-ҡыҙыл булып, һинд сәй кеүек төҫө сығып китә, ә тәме телеңде йоторлоҡ була. Ә әрем сәйе – бар ауырыуға ла дауа, тәнде, ҡанды таҙарта. Йыш ҡына уны эсәм.
Һанап үткән ризыҡтар сығым талап итмәй, кеҫәгә һуҡмай. Ҡиммәтле ыуылдырыҡ, сит илдә үҫкән емеш-еләк алырға ла кәрәкмәй, барыһы ла үҙ баҡсабыҙҙа үҫә.

– Һеҙҙең мунса яратҡанығыҙ бер кемгә лә сер түгел…
– О-о-о, мунса минең өсөн матурлыҡ салоны булып тора. мунсаға йыуыныу өсөн генә йөрөмәйем, уның өсөн 5 – 6 сәғәт ваҡытымды бүләм. Тоҙ, бал, шәкәр менән ыуынам, төрлө миндектәр менән сабынам, тәнгә, сәсемә файҙалы ҡатнашмалар һылайым. Ошолай иткәндә тән тиреһе яңыра, организм тоҙҙарҙан таҙарына.
Мәҫәлән, тәндә таптар булмаһын өсөн – шәкәр, йыйырсыҡтарҙы бө­төрөү өсөн тоҙ менән ыуынырға кәрәк. Ҡайын миндеге ҡан йөрөшөн яҡшырта, артыштыҡы быуындар өсөн файҙалы. Ябай ғына әй­берҙәр­ҙең йоғонтоһо ҡиммәтле косметикаға ҡарағанда көслөрәк була.

– Һеҙ сәхнәләге имиджығыҙ менән дә айырылып тораһығыҙ. Кейемегеҙ, биҙәүестәрегеҙ үҙенсәлекле, зауыҡлы. Кемдең кәңәшен тотаһығыҙ?
– “Яндырылған көндәлек” концертына әҙерләнгәндә Гөлнара Хөсәйенова менән эшләнек. Ә 12 ноябрҙә үтәсәк концертҡа Сәймә Хәсәнова минең өсөн махсус күлдәктәр текте. Ҡарап тороуға ябай ғына, әммә стилле һәм үҙенсәлекле.
Үҙем спорт стилен яратам. Быны, салбар һәм футболка, тип аңларға ярамай. Ябай, уңайлы, хәрәкәт итергә ҡамасауламаған булһын. Бик ҡиммәтле күлдәктәр минең өсөн түгел, минимализм булырға тейеш.
Элегерәк, репертуарға ғына өҫтөнлөк биреп, сәхнә костюмдарына әллә ни ҙур иғтибар бүлмәгәнмен. Был хатамды әле генә аңлай башланым. Бәлки, матди мөмкинлектәр ҙә булмағандыр. Раневская ла әйткән бит: “Если была бы богатой, люди б узнали, какой у меня превосходный вкус”. Миңә лә юрғанға ҡарап аяҡты һуҙырға тура килде. Ә хәҙер әҙ генә мөмкинлектәр киңәйҙе, күңел талабына ярашлы кейенергә форсат бар.

Әлфиә Юлсуринанан матурлыҡ өсөн кәңәштәр

Бит тиреһе өсөн битлек

Бер йомортҡа һарыһына бер балғалаҡ камфара майы, бер нисә тамсы рауза сәскәһе майын ҡушып бутарға ла бит тиреһенә һыларға. Бер нисә минуттан йылы һыу менән йыуып алырға. Аҙаҡтан балалар өсөн тәғәйенләнгән ябай крем һөртөргә. һөҙөмтәһе менән пластик операцияға тиң.

Сәс өсөн арзанлы һәм ябай рецепт

Йомортҡаның һарыһын сәскә һөртөп, бер сәғәт йөрөргә. Йылымыс һыу менән йыуып төшөргәндән һуң, күперткәнсе туҡып, ағын һыларға. 20 минуттан уны ла йыуып төшөргәс, бер шешә һыраны йылытып, бармаҡтар менән баш тиреһенә массаж эшләй-эшләй яйлап сәсте сайырға кәрәк. Аҙаҡтан еҫе сыға тип, һис кенә лә ҡурҡырға ярамай.

Тән тиреһен таҙартыусы скраб

Дөгө ярмаһын ҡәһүә тарттыр­ғыс аша үткәрергә лә, әҙерәк диңгеҙ тоҙо, крем ҡушып, яҡшылап бутарға. Ошо масса менән эҫе мунсала тәнде ышҡырға кәрәк. Йыуынып сыҡҡас, мотлаҡ крем һөртөргә.

Ҡул һәм тырнаҡтар матур булһын өсөн ҡаймаҡҡа лимон һәм кишер һутын ҡушып, бутарға ла мул ғына итеп ҡулға һөртөргә. 3 – 4 минут үткәс, һабын менән йыуып төшөрөргә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға