12.09.2015 Сәләм, студент!
Быйылғы йәйҙең һыуыҡ көндәрен әрләһәк тә, һыу инә алмағанға зарланһаҡ та, йәй йәй инде ул. Бар тәбиғәт йәшеллеккә күмелде, еләк-емеш уңды, бесән сабылды. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа ял итеп, йыл дауамына етерлек көс-ҡеүәт тупланы, эшләгәндәр кеҫәләрен ҡалынайтты. Сығарылыш кластары уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарын барланы, киләсәк һөнәре хаҡында уйланды.
Һәм бына алтын миҙгелгә лә аяҡ баҫтыҡ. Көҙ башланыуын көмөш сыңдар менән йырлаған ҡыңғырау тауышы ла иҫкә төшөрҙө. Яңы уҡыу йылы белем усаҡтарына уҡыусылар менән студенттарҙы саҡырҙы. Кисәге мәктәп уҡыусылары бөгөн юғары йәки махсус урта белем биреү йорттарының ишеген асты. Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттары быйыл 11 меңдән ашыу студентты тәүге курсҡа ҡабул итте. 1 сентябрҙә һәр уҡыу йорто үҙ эшен тантаналы йыйылыш менән башлап ебәрҙе. Ә төштән һуң йәштәр Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында үткән “Студенттар парады”на ашыҡты. Ҡаланың 11 юғары уҡыу йортонан 8 меңгә яҡын I курс студенты ҡатнашты унда.
Студент булыу бәхетен кисергән йәштәрҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Иң яҡшы уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Сит ҡалаларҙы түгел, ә үҙебеҙҙең республиканы һайланылар. Бында уҡыясаҡтар һәм эшләйәсәктәр. Һеҙ беҙгә кәрәк. Күпмелер ваҡыттан һуң беҙгә, өлкән быуынға, алмашҡа киләсәкһегеҙ, юлыбыҙҙы дауам итәсәкһегеҙ. Бөтәгеҙгә лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс асыштар, ысын дуҫтар теләйем.
Студенттар, үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитовҡа юғары уҡыу йорттарының лозунгы яҙылған гитара бүләк итте. Республика Башлығы сәхнәлә шаян йыр башҡарҙы.
Ә көн кискә ауышыуға йәштәрҙе тағы ла бер оло байрам көтә ине: Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналы Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте менән берлектә студенттар өсөн махсус шоу-тамаша ҡуйҙы. Әйткәндәй, “Сәләм, студент” байрамын 12-се йыл рәттән ойоштора улар. Рәил Өмөтбаев, Хәсән Усманов, Фирүзә Париж, Ришат Төхвәтуллин, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек бөтә быуындарҙың да яратҡан йырсылары менән бергә, йәш йырсылар Таһир Әсәҙуллин, Айгөл Әминева, Ғайсар Миңлеғолов һәм башҡалар ҡатнашты. Үҙ тиҫтерҙәренә йырлы-моңло сәләм еткереүсе талантлы студенттар Айгөл Муллагилдина, Гөлназ Асаева, Йәмил Баймырҙин, Илнур Рамаҙанов сәхнәгә сыҡҡан саҡта курсташтары уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Дүрт сәғәт буйы барған тамашала, йыр-бейеүҙән тыш, тамашасылар отҡорлоҡта, сослоҡта, оҫталыҡта көс һынашып, бүләктәр отто. Берәүҙәр киноға билет, икенселәр “Юлдаш” логотибы төшөрөлгән көрөшкә йәки уҡыу кәрәк-яраҡтары алып ҡыуанһа, иң оҫта бейеүселәр тип табылған Урал исемле егет менән Наҙгөл исемле һылыу ҡыҙ “Урал батыр” туроператорынан сертификат алды.
Байрам тамашаһын, майҙандағы халыҡтан тыш, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә түҙемһеҙләнеп көттө: радио тыңлаусылар араһында “Юлдаш” каналы бүләккә велосипед уйнатты. Ул Ғафури тарафтарына юлланды, Әлиә Рәшитова исемле радио тыңлаусы тап ошо райондың Имәндәш ауылында йәшәй булып сыҡты. 1 сентябрь – Белем көнө уны иҫтәлекле бүләк менән һөйөндөрҙө.
Дәртле йырҙар, шаярыуҙар менән барған тамаша, оҙайлы ялдан һуң дуҫтары менән һағынып күрешеүҙәр студенттарға йыл дауамына белем алырға етерлек көс-ҡеүәт, дарман биргәндер. Майҙанда йыйылған халыҡтың йөҙөндә шат йылмайыу балҡый ине!
Нургөл ШӘРИПОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.