10.07.2015
Роликлы кроссовка арҡаһында тыуған мөхәббәт
Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрының ике йәш актеры Шәһит Хамматов менән Алтынай Юнысова сәхнәлә лә, тормошта ла матур пар булып йәшәй һәм ижад итә. Талантлы һәм алсаҡ, уңған һәм йор һүҙле, матур һәм һөйкөмлө йәштәргә ҡарап, яҙмыштары юҡҡа ғына пар итеп яралмағандыр, тип уйлайһың. Уларҙың мөхәббәт тарихы ла романтик рухтағы нәфис фильмды хәтерләтә.
Шәһит таланттарға бай Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Ә Алтынай – Өфө ҡыҙы, тамырҙары менән Баймаҡ ерлегенә барып тоташа. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһын, Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең думбыра класын тамамлаған. Ғаилә парын театр сәхнәһендә барған “Автобус”, “Ҡыҙ урлау”, “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” һәм башҡа бик күп спектаклдә күрергә була.
▼
– Ер шарында ете миллиард кеше йәшәй һәм уларҙың береһе лә бер-береһенә оҡшаш түгел. Һәм ошо оҡшаш булмаған кешеләрҙең икәүһе бергә донъя көтә башлаһа, төрлө хәлдәргә осрай. Һауыт-һаба ла шалтырай, сәскәле-кәнфитле мәлдәр ҙә була. Бер-береңде аңлап, юғары талаптар ҡуймайынса, мыжымай ғына йәшәһәң, бөтәһен дә үткәрергә була. Проблемалар, күңелһеҙ ваҡиғалар – быларҙың барыһы ла ваҡытлыса булған күренеш. Ә ғаилә, мөхәббәт, бер-береңә булған ихтирам, күңел яратҡан эш – бына былар инде мәңгелек ҡиммәттәр. Һәр бер көн менән ҡәнәғәт булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәргә тырышабыҙ. Бәхетле атай-әсәй булып, ижадтан, мөхәббәттән илһам алып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын, Алла бирһә. Күп ғаиләлә ыҙғыш-талаш аҡса булмау арҡаһында барлыҡҡа килә, тип әйтәләр. Әгәр юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙһаң, мөмкинлегеңә ҡарап йәшәһәң, был йәһәттән дә ауырлыҡ булмай. 25 мең һумлыҡ телефон алғы килә, әммә унһыҙ ҙа йәшәп була бит, биш меңлеген алһаҡ та ярай.
– Танышыуыбыҙҙың сәбәбе – роликлы кроссовка. Сәнғәт академияһының 2-се курсында уҡып йөрөгән мәл. Йәмле май айының бер көнөндә, Каруанһарай янында дуҫтар менән ял итеп йөрөгән саҡта, яныбыҙҙан ғына бер егет роликлы кроссовкала елеп үтеп китте. Тап ошо мәлдән мин шулар тураһында хыяллана башланым. Теге егет менән таныштым, ҡайһы магазинда һатылғанын һораштым. Тик хаҡы ла матур булып сыҡты: 2500 һум! Ә һигеҙ йыл элек ул бик ҙур сумма ине. Шулай ҙа танауымды төшөрмәнем: йәйге ял башланыу менән аҡса эшләү маҡсатында “Красноусол” шифаханаһына эшкә урынлаштым. Ғафури районына ғүмерҙә лә аяҡ баҫҡаным юҡ ине, Алтынай менән осрашыр өсөн юлым төшкәндер инде, – тип танышыу мәлдәрен бәйән итте Шәһит. – Яҡында ғына урынлашҡан “Имәнкәй” балалар лагерында ике дуҫ егет эшләй ине, бер көн шунда бергәләшеп концерт ҡуйырға булдыҡ. Тап шул көндө Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Артылыш” тапшырыуы лагерь тормошо хаҡында сюжет төшөрөргә килгән булған. Оҙон сәсле, осҡон ҡарашлы, ылыҡтырғыс матур ҡыҙҙы күреп ҡалдым. Репетиция үткәреп йөрөйбөҙ, теге ҡыҙҙың иғтибарын үҙемә ҡаратыу маҡсатында ҡылана башланым.
– Минең ул ваҡытта “Тамыр” каналында эшләп йөрөгән ваҡытым ине. Сәхнәнән ситтә балалар менән аралашабыҙ, тапшырыу әҙерләйбеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Алтынай. – Ниндәйҙер эске тойомлау менән сәхнәләге йәш егеттең минең иғтибарҙы үҙенә йәлеп итергә тырышыуын һиҙеп ҡалдым: йырлап та алды, төрлө пародиялар ҙа һөйләй, бейей. Ситтән генә күҙәтәм, әммә үҙем һиҙҙермәйем. Тәүге осрашыу, тәүге ҡараштар шул ваҡытта уҡ булды һәм күңелгә инеп ултырҙы. Тик танышыу, аралашыу булманы, беҙ, телевидение хеҙмәткәрҙәре, эшебеҙҙе тамамлап, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Маҡсатына ирешеп, 1 сентябрҙә роликлы кроссовкала уҡырға килгән Шәһитте сәнғәт академияһында ҙур сюрприз көтә: театр факультетының тәүге курсына уҡырға инеүселәр араһында Алтынай ҙа була. Йәштәр тәү ҡараштан бер-береһен таный, тик, әллә ҡыйыуһыҙланыпмы, әллә һыр бирмәҫ өсөнмө, егет ҡыҙға артыҡ һүҙ ҡушып, аралашып бармай.
Шәһитте ҡыҙ Мостай Кәрим әҫәре буйынса әҙерләнгән “Донъяның ярҙары икәү” диплом спектаклендәге Кендек образын күргәндән һуң оҡшата башлай. Тамашанан һуң янына барып: “Афарин, Шәһит. Һиндә ысын хәләт (ҡала ҡыҙҙарында йыш осраған х менән һ хәрефтәрен бутау Алтынайҙа ла була) бар”, – тип маҡтау һүҙҙәрен еткерә. Егет тә аптырап ҡалмай: “Ниндәй халат?”– тип шаяртыуға бора. Ошо көндән алып йәштәр тәүҙә дуҫтарса аралаша башлай, аҙаҡ инде араларында һөйөү уты ҡабына. Ижад кешеләренә хас булғанса, йәштәр дуҫлашып йөрөгән арала бер-береһенә матур хәтирәләр ҡалдырырлыҡ төрлө бүләктәр, осрашыуҙар ойоштора. Өс йылдан һуң Шәһит Алтынайға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Туй мәжлесен ҙурлап Өфө ҡалаһында үткәрәләр.
Бына инде биш йыл йәштәр тормошта ла, сәхнәлә лә бергә ижад итә, йәшәй һәм мөхәббәт утында яна.
– Бер-берегеҙҙә ихтирам иткән ниндәй матур сифаттарҙы билдәләр инегеҙ?Алтынай. Шәһит һәр ваҡыт мине матур сюрприздары, бүләктәре, эштәре менән ҡыуандырып тора. Уның был ҡылығына яуап итеп, мин дә һәйбәт ҡатын булырға тырышам. Тағы ла унда бөтмәҫ-төкәнмәҫ ыңғай энергия бар. Тормоштағы һәр ваҡиғанан юмор табып, күтәренке күңел менән йәшәй һәм уның был торошо миңә лә күсә.
Шәһит. Күҙ генә тейә күрмәһен, маҡтаныу кеүек яңғыраһа ла, әйтмәйенсә булдыра алмайым: Алтынай иҫ киткес тәмле бешерә. Ул әҙерләй белмәгән ризыҡ юҡ. Табынға ла уларҙы, “Баймаҡ терпеһе”, “Муйылдың атаһы”, “Смайлик” кеүек үҙенсәлекле исемдәр ҡушып, матур итеп биҙәп бирә.
Алтынай. Аш-һыу тураһында һүҙ сыҡҡас, әйтеп үтәйем, Шәһит төрлө емештәрҙән, йәшелсәләрҙән тәмле итеп һут эшләй. Һәр иртәбеҙ яңы һығылған, энергияға бай, файҙалы һуттан башлана. Уны эсеү менән организм ҡыуана башлай. “Йәшлек”те уҡыусы барлыҡ кешеләргә лә ошо шифалы ризыҡты ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡәйнә менән килен, ҡайны менән кейәү аралары ла һүҙ тейҙерерлек түгел, һәйбәт һаҡлана. Алтынай буласаҡ ҡәйнәһе менән студент ваҡытта уҡ таныша. Йәйге ял ваҡытында бер төркөм студент Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ райондары буйлап концерт программаһы менән сәфәргә сыға. Буранғол ауылында сығыш яһағас, Шәһит барлыҡ дуҫтарын, улар араһында Алтынай ҙа була, үҙҙәренә сәй эсергә алып ҡайта. Ә буласаҡ ҡатыны итеп ул туғандары, ауылдағы дуҫтары менән өйләнешер йылды, май байрамдарына ауылға, Буранғолға ҡунаҡҡа алып ҡайтып таныштыра.
– Ә үҙемдең танышыу тарихым ҡатмарлыраҡ килеп сыҡты, – тип хәтерләй Шәһит. – Уҡыған саҡта Алтынайҙы, капитан ҡыҙы, тип йөрөтә торғайныҡ, атаһы – отставкалағы хәрби кеше. Күҙ алдына етди, талапсан, хатта уҫал кеше булып килә, ҡыҙҙарын оҙата барам да подъездан уҡ кире борола инем. Бер барғанда атаһы килеп сыҡты ла, Алтынайға ҡарап: “Инәһеңме?” – тип һораны. Миңә ҡарап торҙо ла, ҡулын биреп күреште, таныштыҡ. Юл ыңғайы булдымы был, әллә ҡарап тороп юрамал сыҡтымы, һаман да сер булып ҡала. Ә ҡәйнәм, бер аҙ ваҡыт үткәс, сираттағы оҙата барған саҡта, сәй эсергә саҡырҙы. Бик йылы, үҙ итеп ҡаршы алды. Ул ваҡытта дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәйҙәр ине, әммә һәр нәмә үҙ урынында, йыйнаҡ һәм бөхтә. Шунда уҡ буласаҡ кәләшемдең, әсәһенә оҡшаһа, уңған һәм эшлекле булырын күҙалланым. Ҡәйнәм менән ҡайнымдың ҡунаҡсыл булыуы оҡшай. Күп тапҡыр шундай күренешкә тап булғаным бар: ауылдан килгән кешеләр йыш осраҡта ике ҡатлы йорто булған туғанына түгел, ә бәләкәй генә бүлмәлә йәки фатирҙа йәшәгән киң күңеллеһенә бара. Ҡайным менән ҡәйнәм дә бына ошондай ҡотло һәм алсаҡ күңелле, оло йөрәкле булып ғүмер итә. Үҙҙәренең урынлы һәм аҡыллы кәңәштәре менән беҙгә лә ярҙам итергә тырышып торалар, аралашып матур ғүмер итәбеҙ. Был йәһәттән мин иң бәхетле кейәүҙәрҙең береһемен.
– Бәхетле, мөхәббәтле тормошоғоҙҙоң сере нимәлә?– Ер шарында ете миллиард кеше йәшәй һәм уларҙың береһе лә бер-береһенә оҡшаш түгел. Һәм ошо оҡшаш булмаған кешеләрҙең икәүһе бергә донъя көтә башлаһа, төрлө хәлдәргә осрай. Һауыт-һаба ла шалтырай, сәскәле-кәнфитле мәлдәр ҙә була. Бер-береңде аңлап, юғары талаптар ҡуймайынса, мыжымай ғына йәшәһәң, бөтәһен дә үткәрергә була. Проблемалар, күңелһеҙ ваҡиғалар – быларҙың барыһы ла ваҡытлыса булған күренеш. Ә ғаилә, мөхәббәт, бер-береңә булған ихтирам, күңел яратҡан эш – бына былар инде мәңгелек ҡиммәттәр. Һәр бер көн менән ҡәнәғәт булып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәргә тырышабыҙ. Бәхетле атай-әсәй булып, ижадтан, мөхәббәттән илһам алып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын, Алла бирһә. Күп ғаиләлә ыҙғыш-талаш аҡса булмау арҡаһында барлыҡҡа килә, тип әйтәләр. Әгәр юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙһаң, мөмкинлегеңә ҡарап йәшәһәң, был йәһәттән дә ауырлыҡ булмай. 25 мең һумлыҡ телефон алғы килә, әммә унһыҙ ҙа йәшәп була бит, биш меңлеген алһаҡ та ярай.
– Ә шулай ҙа финанс ауырлыҡтарын нисек үткәрәһегеҙ?– Төп эштән тыш, төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ, концерттар алып барабыҙ. Туйҙарға, юбилейҙарға тамада итеп саҡырһалар, баш тартмайбыҙ. Күптән түгел Алтынай өҫтәмә һөнәр – керпек үҫтереү буйынса лицензия алды.
Бына шундай матур хыялдар менән йәшәй ижади ғаилә. Уларға йәшлек дәрте лә, мөхәббәт осҡондары ла хас. Ә ябай тамашасы уларҙы киләсәктә төрлө характерлы яңы ролдәр, моңло йырҙар аша күреп шатланыр.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.