10.07.2015 Театр яңыса фекер йөрөткән йәштәргә һыуһаған
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш актерҙары Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева, Урал Әминевтың Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүен шатланып хуплайым.
Заман да, заң да үҙгәрә, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа минең театрға ҡарата мөнәсәбәтем бер ни тиклем һүрелгәндәй булды, сөнки беҙҙең йәшлек кумирҙарыбыҙҙың күбеһе пенсияға китте, ҡайһы берҙәре баҡыйлыҡҡа күсте. Театрҙа ҡалғандары ла сәхнәгә һирәк сыға кеүек. Репертуар ымһындырмай, еңел-елпе әҫәрҙәр зауыҡты ҡәнәғәтләндермәй башлағайны. Үҙҙәренең һәр образына мөкиббән өлкән быуын артистары академия театры тамашасыларын талапсан итеп тәрбиәләп өлгөргәйне шул. Ҡыҫҡаһы, минеңсә, драматургияның ҡытлыҡ кисереүе көн кеүек асыҡ. Ләкин һуңғы йылдарҙағы театрҙағы үҙгәрештәр: администрация составының үҙгәреүе, төрлө театр режиссерҙарының хеҙмәттәшлеге, яңы драматургтарҙың әҙәбиәткә килеүе, уларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү театр йөҙөнә, асылына өр-яңы һулыш өрҙө кеүек. Яһалма быуылып ятҡан әҙәби потенциал ҡапыл йырылып киткәндәй булды. Бөртөкләп һайлап алынған һәләтлеләрҙән яҡты “йондоҙ” әҙерләүсе Мәскәүҙең легендар М. Щепкин исемендәге юғары театраль уҡыу йортон тамамлаған йәш таланттарҙың эркелеп оло сәхнәгә сығыуы театр өсөн ҙур бер балҡыш булды. Беренсе көндәрҙән үк шуныһы күҙгә салынды: театр яңыса фекер йөрөткән, тормошто яңыса ҡабул иткән йәштәргә ныҡ һыуһаған. Шуға күрә йәш таланттарҙы тамашасы ла йылы ҡабул итте. Йәштәр ҙә үҙ сиратында һынатманы, улай ғына ла түгел, уларҙың һәр сығышын тамашасы көтөп алды һәм уларға ғашиҡ булды!
Аяныслы яҙмышлы Зәки Вәлиди, Рәми Ғарипов (“Февраль. Буран...”) Рудольф Нуриев (“РУДИ – NEVER OFF…”) кеүек шәхестәребеҙҙең образдарын тыуҙырыу өсөн күпме көс, тарихи белем, тормош тәжрибәһе, һәләт, тырышлыҡ, оло хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр кәрәк! Спектаклдәге төп ролде башҡарған Урал Әминевҡа Рудольф Нуриевтың рухы үҙе булышҡандыр, моғайын. Уның сәхнәләге һәр бейеүе – үҙе бер спектакль!
“Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” әҫәрендәге образдар тамашасы өсөн бөтөнләй яңылыҡ булғандыр, моғайын. Бында ла төп ролдәрҙә, башлыса, йәш актерҙар Руслан, Ирада, Урал. Эпоста һүрәтләнгән осорҙо, ата-бабаларыбыҙҙың тормошҡа булған фәлсәфәһенең бөтөн тәрәнлеген, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уларҙың ғорурлығын күп һөйләмәйенсә, ым-ишара, кәүҙә-торошоң, йөрөшөң аша тамашасыны тетрәндерерлек итеп еткерә алыу – оло таланттарға ғына хас һәләттер ул.
Ә инде Руслан Хайсаров тыуҙырған образдарҙы оноторлоҡмо ни! Былтыр Салауат Юлаевтың 260 йыллығына бағышланған йыйындағы бер Салауат Юлаев образы ғына ни тора!
Геройҙың Тыуған иленә, халҡына булған мөхәббәтен, ышанысын, өмөтөн һәм ғорурлығын ул спектаклдең башынан аҙағына тиклем бер тулҡын итеп алып барҙы һәм бөтә йыйындағы халыҡҡа илаһи бер балҡыш бүләк иткәндәй булды. “Бәхет хаҡы”ндағы Азат та, Ҡара юрғаһы ла һәм башҡа ролдәре, шиғри сығыштары Русланды һәләтле, өмөтлө актер булараҡ танытты. Афарин, егет!
Ираданы мин мәктәптә башҡорт теленән уҡыттым. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында уҡығанда ул тәүге тапҡыр “Урал батыр” эпосындағы Һомай ҡош ролендә сәхнәгә сыҡты. Нәзберек кенә һомғол ҡыҙҙың – 6-сы класс уҡыусыһының – эпизодик ролде төп роль кимәленә күтәреп башҡарыуы әле лә хәтерҙә. Шунда уҡ Ираданың киләсәген күҙаллап була ине.
Уның Шәреҡ ҡыҙҙарына ғына хас үҙенсәлекле төҫ-ҡиәфәте, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә башҡарылған аһәңле лә, дәртле лә йырҙары (“Шәүрәкәй”, “Ҡара юрға”, “Мулла” һ.б. спектаклдәр) Ираданы тағы ла илаһи һәм серлерәк итә.
Ираданың моңло тауышы бихисап спектаклде музыкаль яҡтан биҙәй. Ә “Бәхет хаҡы”нда беҙ уның тағы бер серен – пантомимаға һәләтен астыҡ. Былар бөтәһе лә – Ираданың өҙлөкһөҙ хеҙмәтенең емеше.
Шуныһы ҡыуандыра: йәштәр менән бергә уйнаған театр әһелдәре Гөлли Мөбәрәкова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Суфия Ҡорбанғәлиева менән йәш актерҙар – бер тулҡында, ололар өсөн улар берҙәй ҡәҙерлелер һәм яҡындыр кеүек тойола.
Һуңғы премьералар аншлаг менән бара. Халыҡ театрға билеттарҙы берәр ай алдан алып ҡуя. Театрҙа оло быуын кешеләрен генә түгел, йәштәрҙе лә йыш күрергә була. Был ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Тимәк, театрыбыҙҙа йәшлек тә, олпатлыҡ та, дәрт тә, һәләт тә етерлек!
Шәхестәребеҙҙе бергәләп ваҡытында күтәрәйек. Күпме илһам, рух байлығы бүләк итәләр беҙгә! Премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ был өс йәш талант!
Д. ШӘЙМЫРҘИНА.